-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
19 Апрель 2019, 16:09

Урамыбыҙ менән өмәгә

Бөтә республика шәмбе өмәһенә урамыбыҙ ағинәйҙәре Дилара Вәлиева, Әлфиә Әбделмәнова, Фәүзиә Килмөхәмәтова, Сайма Ғиззәтуллина, Раҡия Ҡәҙерғолова күмәкләшеп шишмәбеҙ буйына йүнәлдек.

Күперҙән өҫтәрәк Вера һәм Алик Мөхәмәтйәровтар, Мәрйәм Кейекбаева, Кифая Садиҡова, Миңниә Муллағолова, Рәйсә Мөрәсова, Рәмилә Мәжитова эшкә тотонғандар ине инде. Аҫтараҡ эшләп йөрөгән Суфия Хәсәнова, Әнүәр Садиҡовтарға барып ҡушылдыҡ. Йылға буйында йәшәүсе Клара Йомағолова ла, беренсе класта уҡып йөрөгән улы Айварға тырма тоттороп, Рөстәм Шәйәхмәтов та килеп етте.

Күмәк кешенең эше ырамлы инде ул. Сәғәт 12-ләргә йылға буйы матурайып, күркәмләнеп ҡалды. Үҙебеҙҙең күңелдәргә лә шатлыҡ өҫтәлде. Ә мәҙәниәт йорто алдында мәктәп ашнаҡсылары беҙҙе тәмле бутҡа, ҡайнар сәй әҙерләп көтөп торалар икән. Фольклор ансамбленең, уҡыусы балаларҙың концерт номерҙарын да ҡарағас, арыуҙарыбыҙ юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Үҙебеҙҙең эшкә үҙебеҙ шатланып, ҡәнәғәт булып, рәхәтләнеп, көлөшә-көлөшә ҡайттыҡ. Рәхмәт һеҙгә, ағинәйҙәр, Хоҙай барығыҙға һаулыҡ-байлыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-бәхет, күңел тыныслығы бирһен.

Сәриә МӘХМҮТОВА.
Еҙем-Ҡаран ауылы.


Читайте нас: