Биләмә башлығы отчетынан күренеүенсә, ауыл биләмәһе буйынса әлеге көндә 4755 йорт-хужалыҡ булып, уларҙа 13999 кеше йәшәй, шуның 8529-ы - эшкә яраҡлы халыҡ, 3411-е - 18 йәшкә тиклемге балалар.
Ауыл биләмәһенең йөҙөн үҙгәртеү, төҙөлөш һәм йәмғиәттәге мөһим объекттарҙы һәм коммуникацияларҙы ремонтлау кеүек тормош шарттарын яҡшыртыуға ҡоролған эштәрҙе башҡарыу, дөйөм алғанда ауылдарҙы төҙөкләндереү урындағы бюджет торошона бәйле. 2018 йылда Красноусол ауыл биләмәһе бюджетына 29 миллион 728 мең һум килем кергән. Сығымдар 34 миллион 075 мең һум тәшкил иткән. Бюджеттың керемгә ҡарағанда сығым өлөшө артыуы “Авария торлағы” программаһын тормошҡа ашырыуға бәйле булған.
Юлдар һәм урамдарға – ҙур иғтибар
Рәүилә Зөфәр ҡыҙының сығышында отчет осоронда аҡсаның ҡайҙа йүнәлтелеүе тулыһынса яҡтыртылды. Биләмәлә йәшәүсе халыҡты иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе булып юлдар торошо ҡала. 2018 йылда уларҙы ремонтлауға, күтәртеүгә һәм тәртиптә тотоуға (ҡарҙан таҙартыу, юл разметкаһы һалыу, юл билдәләре урынлаштырыу) 5574 мең һум аҡса бүленгән.
Уҙған йылда Красноусолдың Д.Бедный, Луначарский, Красный ключ, Берҙәмлек (Единства), Йәшел (Зеленая), Көнсығыш, Пушкин, Гвардия, Ершов, Пионер, Һамар урамдары, Куйбышев һәм Тургенев тыҡрыҡтары, шулай уҡ Аҡташ ауылының Раздольная, Заречный ауылының Үҙәк урамдары юлдары ремонтланған. “Лубат” биҫтәһе юлдары ремонт менән солғап алынған.
Район бюджеты иҫәбенә Урман, Дзержинский, Яңы тормош, Леспромхоз, М.Кәрим урамдары юлдары өлөшләтә, “Тирмәкәй” балалар баҡсаһына кергән урын асфальтланған, Свердлов урамында тротуар ремонтланған.
Былтыр дөйөм 928 мең һум суммаға заманса биш туҡталыш павильондары һатып алынып, Заречный, Аҡташ, Умартасылыҡ хужалыҡтары ауылдарында урынлаштырылған.
Юл темаһын дауам итеп, отчет осоронда Красноусолда 101 юл билдәһе урынлаштырылған (186024 һум аҡса тотонолған). Быға өҫтәп юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге йәһәтенән Ленин һәм Свердлов урамдары юлдарына яһалма тигеҙһеҙлектәр һалынған.
Биләмә эшмәкәрлегенең башҡа йүнәлештәре буйын-са ла күләмле генә эштәр башҡарылған. Иҫке зыярат ҡоймалары йүнәтелгән (376 мең һум аҡса сарыф ителгән). “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә ауыл биләмәһенә 630100 һумлыҡ финанс ярҙамы күрһәтелгән. Был аҡсалар биләмәләге йорттарҙың номерын һәм урам исемдәрен яҙҙырыуға, балалар майҙансығы һатып алыуға, урам яҡтыртҡыстары, янғын ҡорамалдары, ике контейнер майҙансығын ремонтлауға, Дзержинский урамындағы күпер ремонтына йүнәлтелгән.
-Красноусолдарҙың уңай-лы шарттарҙа йәшәүе күп йәһәттән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының нисек эшләүенә бәйле,- тип билдәләне Р.З.Мөхәмәҙиева. Ауыл биләмәһендә ошондай өс предприятие эшләй. Улар араһында “Красноусол коммуналь хужалыҡ” МУП-ы юл эшмәкәрлеге һәм көнкүреш ҡалдыҡтары сығарыуҙан тыш, төҙөкләндереү – ҡоймаларҙы ремонтлау, ағастарҙы киҫеү, күперҙәрҙе буяу, “Ершов” биҫтәһендәге һәм Коммунис-тик урамы янындағы Төлкәҫ йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн күперҙе ремонтлау менән дә шөғөлләнгән, шулай уҡ Коммунистик урамындағы иҫке бинаны һүтеүҙә лә эшләгән.
Төҙөкләндереү – барыһынан да өҫтөнөрәк
Сығыш яһаусы район үҙәгендәге инженер һәм башҡа коммуникацияларҙы “Тепловодоснабжение” МУП-ы һәм “ГИП-Электро” йәмғиәте көсө менән модернизациялау хаҡында ла бәйән итте. Халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе “ТВС” МУП-ы ярҙамында башҡарыла. Улар һыу менән тәьмин итеү объекттарын - Достоевский һәм Крупская урамдарындағы һыу үткәргестәрҙе реконструк-циялаған, “Йәштәр” биҫтәһендә һыу үткәргестәр төҙөү менән мәшғүл булған, Новосельская урамындағы электр линияларын реконструкциялау һәм Калмыков 16/1 йортонда йылылыҡ системаһын ремонтлау буйынса эштәр башҡарған. Ә улар хеҙмәтләндергән күп фатирлы йорттарҙағы ағымдағы ремонтты әйтеп тораһы ла түгел.
“ГИП-Электро” ЯСЙ-е менән урамдарҙағы яҡтыр-тыу селтәрҙәрен техник хеҙмәтләндереү буйынса килешеү төҙөшөлгән. Һөҙөмтәлә 2018 йылдың июленән 2019 йылдың мартына тиклемге арауыҡта ғына ла ауыл биләмәһендәге 60 урам һәм дүрт урам киҫелештәрендә 435 дана яңы светодиодлы яҡтыртҡыстар урынлаштырылған. Красноусолда урам яҡтыртҡыстары системаһына ағымдағы ремонтҡа 350741 һум суммаға эштәр башҡарылған, 321672 һумлыҡ материалдар һатып алынған.
Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса республика программаһы сиктәрендә Коммунистик урамының 2-се һәм 8-се йорттарында йәшәүселәр өсөн декабрҙә 12 фатир һатып алынған, 14 ғаилә яңы фатирҙарға күсерелгән.
“Уңайлы ҡала мөхите республика программаһына ярашлы, 2018 йылда ауыл биләмәһе хакимиәте ике йәмәғәт биләмәһен – М.Ғафури исемендәге майҙанды һәм “Йәшлек” паркын төҙөкләндергән. Шулай уҡ был программа буйынса Красноусолда күп фатирлы йорттарҙың урам биләмәләре төҙөкләндерелгән. “Башкиравтодор” АЙ-е менән контракт төҙөп, Пугачев урамындағы 45, 47, 49, 51-се, Фрунзе урамындағы 35/1, Гагарин - 54/1, 54/2, Кейекбаев – 50 А, Калмыков – 5, 11, 13, Свердлов - 130/1-се йорттары урамдарында эштәр башҡарылған.
Урамдарҙы һәм йәмәғәт урындарын сүп-сарҙан таҙартыу һәм сүп үләндәрен сабыу маҡсатында махсус ҡарарға ярашлы, ойошмаларға, мәктәптәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға урамдар беркетелгән.
Бер төптән эшләү генә үҙ һөҙөмтәһен бирә
Ауыл биләмәһендә эшҡы-уарлыҡ үҫешендәге хәлдәрҙе барлап, биләмә башлығы үҙ эшен уңышлы алып барған барлыҡ эшҡыуарҙарға ла хеҙмәттәшлектәре һәм ярҙамдары, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙары, уның үҫешендә үҙ өлөштөрен индереүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Отчет осоронда ауыл биләмәһе Советы тарафынан 13 ултырыш уҙғарылып, 127 ҡарар ҡабул ителгән, шуның 16-һы норматив-хоҡуҡи акттар. Төп йүнәлештәр булып бюджет, һалымдар, Уставта үҙгәрештәр торған.
Һәр бер йыл һуҙымында ауыл биләмәһе хакимиәте үҙҙәрен борсоған төрлө һорауҙар буйынса мөрәжәғәт иткән граждандар менән әүҙем эш алып бара. Отчет осоронда Красноусол ауыл биләмәһе башлығы һәм хакимиәт хеҙмәткәрҙәренең шәхси ҡабул итеүенә 327 кеше килгән. Нигеҙҙә күтәрелгән мәсьәләләр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, матди ярҙам күрһәтеүгә, ер менән файҙаланыуға, урамдарҙы яҡтыртыуға, юлдарҙы ремонтлауға ҡағылышлы булған. Граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарағандан һуң, ҡайһы берҙәренә йомғаҡ яһалып, 110 кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ кисереүсе булып танылған, ә 9 кеше был хаҡта кире яуап алған. Тәүге балалары тыуған 27 йәш ғаиләгә 300 мең һум аҡса алыуға документтар әҙерләп бирелгән.
Ауыл кешеләре менән малдарҙы көтөүҙе ойоштороуға, төҙөкләндереүгә, янғын хәүефһеҙлегенә, хоҡуҡ тәртибен һаҡлауға һәм башҡа мәсьәләләргә арналған 9 сход һәм йыйылыш уҙғарылған.
Сығышта шулай уҡ йыл һуҙымында төрлө ваҡиғалар сиктәрендә ауыл биләмәһе хакимиәтенең һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын, ғаилә юбилярҙарын, ғөмүмән, барлыҡ өлкән быуын вәкилдәрен иғтибарҙан ситтә ҡалдырмауы ла һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Рәүилә Зөфәр ҡыҙы шулай уҡ “БР-ҙың иң яҡшы муниципаль берәмеге” республика конкурсында уңышлы ҡатнашып, Красноусол ауыл биләмәһенең номинацияла 1-се урынға лайыҡ булыуҙары хаҡында ла билдәләп үтте.
Артабан биләмә башлығы янғын хәүефһеҙлеге темаһына, имен булмаған ғаиләләргә контроль, ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләргә ярҙам мәсьәләләренә туҡталды, хәрби иҫәп һәм демографик күрһәткесте лә барланы. Сығышы һуңында 2019 йылға бурыстарға ла туҡталып, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Р.Мөхәмәҙиева бюджет аҡсаларын маҡсатҡа ярашлы эффектлы тотоноу, төбәк Башлығын һайлауҙы лайыҡлы уҙғарыу, ауылдарҙы төҙөкләндереү, яңы биҫтәләрҙе инженер инфраструкталары менән тәьмин итеү кеүек һәм башҡа мәсьәләләрҙе атаны. Красноусол ауыл биләмәһе ауыл Советының 2018 йылғы эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнерлек тип баһаланды. Р.З.Мөхәмәҙиева йыл һуҙымында биләмәгә тос ярҙам күрһәткән, ауыл тормошонда әүҙемлектәре менән айырылып торған бер төркөм предприятие етәкселәрен сәхнәгә саҡырып, Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Район башлығы Фәнзил Сыңғыҙов үҙ сығышын башлар алдынан һәр кемде борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшер мөһим сараға халыҡтың бик аҙ (ә биләмә районда иң ҙуры) йыйылыуына ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Фәнзил Фәйез улы ҡыҫҡаса райондағы социаль-иҡтисади хәл менән таныштырҙы, шулай уҡ Красноусол ауыл биләмәһендәге ыңғай үҙгәрештәрҙе барланы.
Ф.Сыңғыҙов районда көмөшкә һәм суррогат араҡы һатыу кеүек кире күренештәрҙе тамырынан ҡоротоу мәсьәләһенә туҡталып, был тәңгәлдә законды һанға һуҡмаусыларҙың ҡаты язаға тарттырылыуын аныҡ һандар һәм факттар аша бәйән итте. Ул 2019 йылда законһыҙ спиртлы продукция һатыу “пункттары” тулыһынса юҡ ителергә тейешлегенә баҫым яһаны.
Йыйылышта ауыл биләмә-һендә йәшәүселәрҙең аҙ ҡатнашыуы сәбәпле, район етәкселегенә һорау биреүселәр ҙә бер-ике кешенән артманы. Красноусол ауылы ветерандар советы рәйесе В.Суслов район үҙәгендә юл хәрәкәтенең айырыуса йәнле урындарына светофор урынлаштырыу мәсьәләһен күтәрҙе, шулай уҡ элекке быяла заводы идаралығы янындағы Көгөш йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн күперҙе автомобилдәр сығырлыҡ итеп үҙгәртеп төҙөү мәсьәләһенең хәл ителеше менән ҡыҙыҡһынды. “Чесноковка” биҫтәһендә йәшәүсе ҡатын Төньяҡ, Ковальский урамдары юл-тыҡрыҡтарын күтәртеү мәсьәләһен хәл итеүҙәрен һораны. Ф.Ф.Сыңғыҙов күтәрелгән һорауҙарға шундуҡ яуап бирҙе, өйрәнеү талап ителгәне контролгә алынды. Красноусол ауыл биләмәһе депутаттарының киңәйтелгән ултырышының ҡарары ҡабул ителде һәм ошоноң менән үҙ эшен йомғаҡланы.
Сара тамамланғас, район хакимиәте башлығы һәм предприятие-ойошмалар етәкселеге, белгестәр граждандарҙың шәхси һорауҙары буйынса ҡабул итеү уҙғарҙы.