+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
14 Май 2019, 16:58

Уңышҡа нигеҙ әле һалына

Район хакимиәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе – сәсеү барышы ла ҡаралды.

13 майға ҡарата 16 мең гектарҙа (67%) сәсеү эштәре тамамланған. 2350 га ярауай бойҙай, 6 мең га арпа, 1 мең га һоло, 400 га борсаҡ, 500 га сурепица, 2500 га көнбағыш, 3020 га шәкәр сөгөлдөрө сәселгән. Сәсеү эштәрен “Сатурн”, “Урман”, “ШЭ Рәжәпов”, “ШЭ Биктимеров”, Ленин исемендәге колхоз, “Агрохим” хужалыҡтары тамамлаған да инде. 2019 йыл уңышына нигеҙ һалып, район баҫыуҙарына 720 т минераль ашлама индерелгән.

Районда 1 июндә үтәсәк Һабантуйҙа һәр ауыл биләмәһе тирмә ҡорасаҡ, халыҡ шөғөлдәрен күрһәтеү маҡсатында төрлө йүнәлештәрҙә оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ уйындары һәм башҡа күңел асыу саралары, спорт ярыштары үтеүе көтөлә.


19 майҙан 2 июнгә тиклем районда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” республика акцияһы сиктәрендә “Сәләмәтлек” автопоезы эшләйәсәк. 19, 22, 23 майҙа - Аҡкүл, 24, 25, 26 майҙа – Еҙем-Ҡаран, 29, 30, 31 майҙа – Сәйетбаба, 1 һәм 2 июндә Яңғыҙҡайын ауылдарында республика табиптары халыҡты ҡабул итәсәк.


Читайте нас: