Тантаналы сараны Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Мөхәмәҙиева асып, барлыҡ йыйылыусыларға бөтөн халыҡ байрамы - Урындағы үҙидара көнө уңайынан тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.
- Урындағы үҙидара органдары – халыҡҡа иң яҡын тороусы власть органы булып тора, - тип билдәләне Рәүилә Зөфәр ҡыҙы. – Уның нигеҙе булып граждандарҙың әүҙемлеге һәм яуаплылығы тора. Урындағы үҙидара органдары иңенә социаль-иҡтисади хәлде яҡшыртыу, граждандарҙың йәшәйешендә уңайлы шарттар булдырыу кеүек ҙур яуаплылыҡ һалынған. Ә урындағы халыҡ менән бер төптән эшләгәндә генә эш үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Р.Мөхәмәҙиева ауыл биләмәһе эшмәкәрлегенә ҙур ярҙам күрһәткән ра-йон хакимиәтенә, шулай уҡ депутаттарға, старосталарға һәм башҡа әүҙемселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Биләмәнең йәмәғәт тормошонда айырыуса әүҙемлек күрһәткән Е.А.Королев, Р.Р.Монасипов, И.П.Шаульская, Х.В.Ишмырҙин, В.Ғ.Ғәббәсов, Ф.Х.Рафиҡовты сәхнә түренә саҡырып, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Красноусол ауыл советы ветерандары Э.С.Степанова, Ф.У.Әхмәтғәлиева, Г.С.Виноградова, М.Ә.Ишморатованы һәм Красноусолдың “Почетлы граждандары” В.З.Шакирова, В.Ф.Сафаров, Л.И.Служаева, М.А.Жигайло, К.Ә.Баймөхәмәтов, С.М.Мөхәмәтйәнов, Н.А.Ипатов, Л.В.Воронова, А.В.Безовчук, З.М.Зыязетдинова, В.А.Сусловты иҫтәлекле бүләктәр һәм сәскәләр менән бүләкләп үтте.
Байрамда бүләкләүҙәр бик күп булды. Үҫеп килеүсе йәш быуын, йәғни мәктәп уҡыусылары тамашасылар ғына итеп саҡырылмаған. Ҡайһы берҙәре биләмә тормошонда әүҙем ҡатнаша, араларынан Урындағы үҙидара көнө уңайынан ауыл советында уҙған Дублер көнөндә биләмә башлығы Р.Мөхәмәҙиева һәм башҡалар урынында граждандарҙы ҡабул итеп, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Красноусолдағы 3-сө мәктәптең 10 “А” класы уҡыусыһы Рәмис Зыязетдинов, Алена Журавлева (2-се мәктәп, 10-сы класс), Артем Яппаров (КБГИ, 9-сы класс), Эдуард Әбйәлилов (1-се мәктәп, 10-сы класс) Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Рәүилә Зөфәр ҡыҙы уларға берлектәге эш өсөн рәхмәтен еткерҙе һәм уҡыуҙарында уңыштар теләне, киләсәктә был вазифаларҙы биләр лайыҡлы алмаш үҫеүенә ышаныс белдерҙе.
Ошондай уҡ теләктәр тантаналы шарттарҙа ра-йон мәҙәниәт һарайы сәхнәһенә саҡырылып, волонтерҙар сафына ҡабул ителеүсе уҡыусы ҡыҙ-егеттәр (А. Данилова, Э.Өмөтбаева, Р.Зыязетдинов, Ш.Латипов һәм башҡалар) адресына ла әйтелде. Улар ауыл биләмәһе хакимиәте әҙерләгән “Мин – волонтер” тигән яҙыулы футболкалар ҡабул итеп алды. Р.Мөхәмәҙиева “волонтер” һүҙенең үҙ теләге менән башҡаларға ярҙам итеүсе, ниндәй ҙә булһа яҡшы эштәр башҡарыусы кешегә ҡарата әйтелеүен аңлатып үтте. “Һеҙҙе тик изге эштәр генә көтөп торһон!” – тигән теләктә ҡалды биләмә башлығы.
Байрамды ра-йон мәҙәниәт һарайы артистары Ф.Ғәлин, Г.Бәширова, Э.Насирова, Х.Нәзиров, Р.Ҡотдосов, Ҡ.Ишбулдин, А.Хәбибуллина, Л.Муллагилдинаның йыр-моңдары биҙәне.