-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
21 Май 2019, 16:05

Көн тәртибендә - Һабантуйға әҙерлек

Район хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш барышы менән Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссар Файруз Ғимаҙиев таныштырып, ауыл биләмәһе башлыҡтарынан ошо мөһим эштә ярҙам итеүҙәрен һораны.

Баҫыу эштәре тураһында Ю.А.Родионов сығыш яһаны. 20 майға ҡарата 21500 гектарҙа (90%) сәсеү эштәре тамамланған. 200 га яҙғы бойҙай, 1 мең га арпа сәсергә ҡалды. Шәкәр сөгөлдөрө сәсеү планға ҡарата 104%-ҡа, майлы культуралар – 167%, иген-ҡуҙаҡлы культуралар 137%-ҡа үтәлгән. Һалҡындарҙа зыян күргән ужым культуралары урынына артығы менән сәсеү эштәре башҡарылған, хужалыҡтар баҫыуҙарҙы химик утауға төшкән.

Районда 1 июндә үтәсәк Һабантуйға әҙерлек эштәре, байрам үтәсәк яландың схемаһы хаҡында Р.Р.Әхмәтов мәғлүмәт бирҙе.

Кәңәшмәлә башҡа мөһим мәсьәләләр ҙә ҡаралды.
Читайте нас: