+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
24 Май 2019, 11:54

Берҙәм командала эшләргә!

Хөрмәтле район эшҡыуарҙары!26 майҙа илебеҙҙә 11-се тапҡыр билдәләнәсәк Эшҡыуарлыҡ көнө –үҙ эшен асырға һәм үҫтерергә һәләтле инициативалы, тырыш, ныҡышмал кешеләр байрамы ул.

Ғафури районында өс меңгә яҡын кешене, йәки район иҡтисадында мәшғүл булғандарҙың 46,3 процентын эш менән тәьмин итеүсе 600-ләп бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты бар.

Һеҙ муниципаль бюджетҡа ҙур өлөш индерәһегеҙ, социаль мәсьәләләрҙе хәл итәһегеҙ. Ошо мөһим бурыстарҙы аңлап, муниципаль район хакимиәте эшҡыуарҙар үҙҙәрен ышаныслы тойһон һәм уңайлы шарттарҙа эшләһен өсөн төрлө кимәлдәге бизнес проекттарҙы тормошҡа ашырыуға, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә.

Эшҡыуарҙар өсөн инвест сәғәттәр әүҙем үтә, инвесторҙар һәм урындағы етештереүселәр өсөн интернет порталдар эшләй. Беҙҙең эшҡыуарҙар төрлө кимәлдәге бюджеттан дәүләт ярҙамы ала. Шулай, муниципаль программа сиктәрендә 2010 йылдан алып 150 эшҡыуар дөйөм суммаһы 21 млн һумдан ашыу субсидия алған. Ауыл хужалығы үҫеше муниципаль программаһы буйынса 7 крәҫтиән-фермер хужалығына һәм шәхси предприятиеға, шул иҫәптән 2019 йылда 3 КФХ-ға 2,12 млн һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.

Республика программаһына ярашлы, 6 йыл эсендә 23 Ғафури фермеры 41,9 млн һумлыҡ грант алған. Был йүнәлештә эш дауам итә. Берҙәм командала кәңәшләшеп эшләү һөҙөмтәһендә Ғафури районы һәм халҡы мәнфәғәтендә тотороҡло иҡтисади үҫешкә өлгәшеп, яңы бизнес-проекттарҙы тормошҡа ашырырбыҙ тип ышанам.

Барығыҙға ла һаулыҡ, уңыштар, бар уйҙарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем!


Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: