Был йортта йәшәүселәр үҙҙәре лә ҡулдан килгәнсә матурлыҡ булдырыуға тотонған. Анастасия Шапошникова, Татьяна Безовчук пластик һауыттарҙан фантазияларын һалып гөл һауыттары эшләп, сәскәләр ултыртып та ҡуйғандар. Хәҙер урамға ял итергә сыҡһаң, ултырыр урын да, һоҡланыр күренеш тә бар.