-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
14 Май 2021, 09:30

Ауырлыҡ артында ла мөмкинлектәр бар

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.З.Байдәүләтованың емешле хеҙмәте юғары кимәлдә баһаланды

Кешеләр менән көндәлек эш – район хакимиәте эшмәкәрлегендәге иң өҫ-төнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Был тармаҡҡа муниципаль район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса бүлеге яуаплы.
Бөгөн беҙҙә күп социаль мәсьәләләр уңышлы хәл ителә, тип ышаныс менән әйтеп була. Пандемия ҡатмарлаштырған уҙған йылда ла социаль сәйәсәттең төп йүнәлештәре һаҡлап ҡалынды. Шул иҫәптән ниәтләнгән социаль программалар һәм өҫтөнлөклө милли проекттарҙы бойомға ашырыу буйынса эштәр туҡталып торманы. Улай ғына ла түгел, район етәкселеге тарафынан райондың социаль йәһәттән яҡлауһыҙ категорияһына (пенсионерҙар, күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр) ярҙам итеү өсөн төрлө саралар күрелде.
2020 йыл һуҙымында башҡарылған бөтә был эштәр баһаланмай ҡалманы. Муниципалитеттарҙың социаль блогының уҙған йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаған республика сараһында Ғафури районы муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова юғары наградалар менән билдәләп үтелде. Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы уны “дәүләт ғаилә сәйәсәте, хеҙмәт, социаль яҡлау һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте һорауҙарын бойомға ашырыуҙағы әүҙем эше һәм емешле хеҙмәттәшлек өсөн” Рәхмәт хаты менән бүләкләне. Йәнә бер Рәхмәт хаты Гүзәл Зөфәр ҡыҙына Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан “һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эште һөҙөмтәле ойошторғаны өсөн” тапшырылды.
Шуныһын да билдәләп китергә кәрәк, Гүзәл Зөфәр ҡыҙы хеҙмәте бер юлы ике министрлыҡ тарафынан юғары баһаланған берҙән-бер муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары булды.
Торараҡ ул тағы ла бер, шулай уҡ мөһим рәхмәт – “күп йыллыҡ хеҙмәте, юғары һөнәри оҫталығы һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн” БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙыҡы менән билдәләнде, был наградаға БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Р.Ишмөхәмәтов ҡул ҡуйған.
- 28 апрелдә минең ошо вазифаға тәғәйенләнеүемә 2 йыл тулды, - тип һөйләп үтте Гүзәл Зөфәр ҡыҙы ра-йон гәзиттәре өсөн. – Был эш еңелдән түгел, әммә үтә әһәмиәтле. Эш барышында йыш ҡына сетерек-ле мәлдәргә тап булына, мин иһә уларға төрлө яҡлап ҡарарға тырышам, сөнки бер ҡасан да бөтә нәмә лә тик насар ғына булмай. Беҙ ҡөҙрәт эйәһе түгел, барыһын да урынында-мәлендә генә хәл итеп булмаҫҡа ла мөмкин, әммә ыңғай юл һәр ваҡыт бар, уны күрә белергә генә кәрәк.
Беҙҙең бойомға ашыраһы күп кенә ҡыҙыҡлы идеяларыбыҙ, проекттарыбыҙ бар. Беҙ йәмғиәттә барған үҙгәрештәрҙе ваҡытында тойоп, заман менән бергә атларға тырышабыҙ. Бөгөн һәр граждан үҙен борсоған һорау менән муниципаль хеҙмәткәргә мөрәжәғәт итә ала. Беҙ халыҡтан айырылмайбыҙ, киреһенсә, һәр саҡ асыҡбыҙ һәм мөрәжәғәт итеүсене тыңларға, булдыра алғанса ярҙам итергә әҙербеҙ. Уҙған йылда социаль өлкәлә өлгәшелгән ыңғай үҙгәрештәрҙең артабан да нығынырына, улай ғына түгел, артырына минең иманым камил. Бының өсөн районда бөтә шарттар ҙа бар, - тип һүҙен йомғаҡланы Г.Байдәүләтова.
Рөстәм ХӘЛИМОВ.
Читайте нас: