-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
21 Июль 2021, 10:05

Ихаталарыбыҙ йәмле, үҙебеҙ һау-сәләмәт

Красноусолдың Лубат биҫтәһенең күп фатирлы йорттар ихатаһында заманса спорт майҙансығы барлыҡҡа килде.

Ихаталарыбыҙ йәмле, үҙебеҙ һау-сәләмәт
Ихаталарыбыҙ йәмле, үҙебеҙ һау-сәләмәт
Ихаталарыбыҙ йәмле, үҙебеҙ һау-сәләмәт
Ихаталарыбыҙ йәмле, үҙебеҙ һау-сәләмәт

Һәр кем үҙенең йәшәгән йортоноң, эргә-тирәһенең йәмле, төҙөк, таҙа булыуын теләйҙер. Был йәһәттән Лубат биҫтәһенең күп фатирлы йортонда йәшәүселәргә һоҡланырға була. Улар үҙҙәренең йорт тирә-йүнен күркәм тотоуҙан тыш, ра-йон хакимиәте, торлаҡ милекселәре ширҡәте (ТСЖ) хеҙмәткәрҙәре, старосталары Татьяна Старицына тырышлығы менән “Иң яҡшы күп фатирлы йорт” республика конкурсында уңышлы ҡатнашып, 3-сө урын алыуға өлгәштеләр.
Красноусолдың Лубат биҫтәһендәге Яңы (Новая, 2) урамында йәшәүселәр приз өсөн бирелгән 500 мең һум аҡсаны төҙөкләндереүгә, шулай уҡ Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында өлкәндәр һәм балалар өсөн тренажер ҡоролмалары булған спорт майҙансығы төҙөүгә файҙаланып, 10 июлдә ошо майҙансыҡты тантаналы шарттарҙа асыу тантанаһы үтте.
Сара “Эксклюзив” өлгөлө хореографик коллективтың (етәксеһе Ольга Кирдеева) “Малявка” бейеүе менән йәнле башланып китте. Алып барыусы Алһыу Ғафарова тантананы асып, беренсе һүҙҙе район хакимиәте башлығының төҙөлөш эштәре буйынса урынбаҫары Фуат Зәки улы Кейекбаевҡа бирҙе.
- Ошонда йәшәүселәр өсөн мин шатмын. Бындай эштәр башында һәр саҡ ойоштороп, маҡсатҡа ирешеүсе кеше тора. Һеҙҙең тырышлыҡ менән грант отоп, һоҡланғыс майҙансыҡ барлыҡҡа килде, - тине Фуат Зәки улы һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов исеменән ошо йорттоң старостаһы Татьяна Николаевна Старицынаға, “Һаулыҡ” торлаҡ милекселәре ширҡәте бухгалтеры Әлиә Тимербай ҡыҙы Хәлиуллинаға Рәхмәт хаты тапшырып үтте.
Красноусол ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Юлай Мәүлембирҙе улы Нәзиров шатлыҡлы сара менән барыһын да тәбрикләп, һаулыҡ, уңыштар теләне һәм намыҫлы, уңышлы эше өсөн “Һаулыҡ” ТСЖ идараһы рәйесе Наталья Викторовна Матвееваға Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Үҙенең рәхмәт һүҙе менән староста Татьяна Старицына ла сығыш яһап, ошо эштә ҡатнашҡан һәр кемгә изге теләктәрен юлланы. Шулай уҡ үҙҙәренең бергә йәшәүҙәренә 50 йыл – алтын туйҙарын билдәләүсе Венера Тәлғәт ҡыҙы менән Рим Абдрахман улы Фәйзуллиндарҙы ғаилә байрамдары менән ҡотлап, ошо йортта йәшәүселәр исеменән матур сәскә гөлләмәһе бүләк итте.
Ал таҫманы район хакимиәте башлығының төҙөлөш эштәре буйынса урынбаҫары Фуат Зәки улы Кейекбаев, “Һаулыҡ” ТСЖ идараһы рәйесе Наталья Викторовна Матвеева киҫеп, тренажер ҡоролмалары булған спорт майҙансығы асыҡ тип иғлан ителгәс, балалар туптай атылып был майҙансыҡҡа тулды. Кескәйҙәр күңелле тауыштар сығарып, бар донъяһын онотоп, уйнарға тотондолар.
Сара һуңында Булат Бурановтың ер һелкетеп бейеүе, “Ябай аккордтар” дуэтының (М.Акбаров, В.Ларионов) “Бала саҡ” йыры барыһының күңеленә хуш килде.
Был һоҡланғыс урамда йәшәүселәргә һаулыҡтарына иғтибарлы булып, шөғөлләнеп, һәр саҡ йәш һәм һау-сәләмәт булыуҙарын теләп ҡалабыҙ. Конкурстың башҡа этаптарында ла ҡатнашып, еңеп сығырһығыҙ тип өмөтләнәбеҙ. Йорттары ғына түгел, бындай тренажер майҙансығы булған урамда йәшәүселәр үҙҙәре лә балҡып торорҙар.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: