Ҡабул итеүгә килеүселәр бик күп булмаһа ла, күтәрелгән төп мәсьәләләр булып көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм был хеҙмәткә түләү, эсәр һыу сифаты, юлдар торошо, Лубат биҫтәһе йүнәлешендәге урау юлда автобус туҡталышы урынлаштырыу, яҙғы һыу-һүл ваҡытында һыу баҫыу янаған урамдар һәм башҡалар торҙо. Шулай уҡ Ағиҙел аша күперҙең ремонты оҙаҡҡа һуҙылыуға борсолоу белдереүселәр булды.
Граждандарҙы ҡабул итеүсе Рөстәм Ишмөхәмәтов мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһын да иғтибар менән тыңлағандан һуң, мәсьәләләрҙең ҡайһы берҙәрен уртаға һалып тикшереп, етәкселек менән асыҡлыҡ индерҙеләр, артабан хәл итеү талап ителгәндәрен контролгә алып, район хакимиәте һәм профилле ведомстволар менән берлектә хәл итәсәген билдәләне. Шәхси һорау менән килеүселәр ҙә үҙҙәрен борсоған мәсьәләләргә аныҡ яуап алды.
-Районда күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтарына капиталь ремонт уҙғарыу йәһәтенән ҡыйынлыҡтар булыуын да беләм, - тине форсаттан файҙаланып Рөстәм Рифат улы. – Төҙөлөш материалдарының хаҡында үҙгәрештәр булғанлыҡтан, быйыл өс йорт программанан төшөп ҡалды. Был, әлбиттә, дөрөҫ түгел. “Республика биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонт буйынса төбәк операторы” менән мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ.
Ошо көндәрҙә Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге хөкүмәт кәңәшмәһендә 17 гектар сәнәғәт тәғәйенләнешендәге ер майҙанын биләгән Красноусол быяла заводының яҙмышы тураһында, уға ярҙам буйынса мәьәләне күтәргәйнем. Хөкүмәт ярҙамы менән был күптәнге һәр кемде борсоған мәсьәлә урынынан ҡуҙғалыр, тип ышанам. Завод яҙмышы менән шөғөлләнеү буйынса эш, был майҙансыҡҡа йән өрөү йәһәтенән ҡыҙыҡһыныусы инвестор табыу бурысы БР Иҡтисади үҫеш корпорацияһына һәм БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығына йөкмәтелде, - тине Р.Ишмөхәмәтов быяла заводының киләсәге хаҡында ҡайғыртып.
Ике яҡ өсөн дә файҙалы осрашыуҙан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды.