-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы үҙидара
30 Апрель 2022, 17:25

Алға ҡуйып ҙур маҡсаттар

22 апрелдә район хакимиәтенең ултырыштар залында Урындағы үҙидара көнөнә арналған тантаналы байрам сараһы булып үтте. Уның эшендә яҡташыбыҙ, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Р.Р.Ишмөхәмәтов, район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдинов, ауыл биләмәләре башлыҡтары, эштәргә идара итеүселәре һәм белгестәре, депутаттар, район хакимиәте һәм Советы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Алға ҡуйып ҙур маҡсаттар
Алға ҡуйып ҙур маҡсаттар

Тантаналы сараға йыйылыусыларҙы Урындағы үҙидара көнө айҡанлы ҡотлау өсөн тәүге һүҙ район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа бирелде. Тыуған районы үҫешенә тос ярҙамы өсөн Рөстәм Ишмөхәмәтовҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
-Бөгөн районыбыҙҙа 17 депутатты берләштергән район Советы һәм 16 ауыл биләмәһендә 149 ауыл Советы депутаттарынан торған ҙур, берҙәм депутаттар корпусы лайыҡлы, әүҙем, уңышлы эш алып бара. Халыҡ менән бәйләнеш булдырып, урындағы кимәлдәге дөйөм мәсьәләләрҙе хәл итеп кенә ҡалмайҙар, ә һайлаусыларҙың шәхси һорауҙарында ла булышлыҡ итәләр. Урындағы үҙидара системаһында ауыл биләмәләре башлыҡтары айырыуса ҙур роль уйнай. Үҙенә ышанып тапшырылған биләмәләге бөтөн мәсьәләләрҙе, проблемаларҙы тап башлыҡ белеп тора, хәл итеү юлдарын да эҙләй һәм улар буйынса ла тап башлыҡ яуап бирә. Улар үҙ эшмәкәрлеге өсөн ихтирамға һәм рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ. Дөйөм алғанда, районыбыҙҙың урындағы үҙидара органдарында үҙ һөнәре оҫталары, кешеләр менән эш итә белгән, һәр төрлө үҙгәрештәргә йоғонто яһарҙай, урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе грамоталы хәл итерҙәй коллектив тупланған. Бөгөн шулай уҡ үҙҙәренең эштәре менән урындағы үҙидара органдарының һөҙөмтәле эшенә (социаль-иҡтисади үҫешенә) нигеҙ һалған муниципаль хеҙмәт ветерандарын да иҫкә төшөрмәй булмай. Бөгөн уларҙың күптәре һаман да сафта, райондың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашалар, йәш быуынға (муниципаль хеҙмәткәрҙәргә) үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашалар. Уларға рәхмәтемде еткерәм. Үҙ халҡыңа хеҙмәт итеүҙән дә маҡтаулыраҡ һәм ауырыраҡ эш юҡтыр. Беҙгә йәмәғәтселек алдында ҙур яуаплылыҡ һалынған. Дөйөм бурысыбыҙ булып урындарҙа социаль-иҡтисади хәлде нығытыу, кешеләрҙең муниципаль программаларҙа һәм проекттарҙа ҡатнашыуын тормошҡа ашырыу тора. Барлыҡ мәсьәләләрҙе бергә, берҙәм хәл иткәндә генә уларҙы еңел тормошҡа ашырып буласаҡ. Аңлап, ярҙам ҡулы һуҙып, берлектәге емешле хеҙмәтегеҙ, районыбыҙҙы матурыраҡ, төҙөк һәм кешеләр һәм ҡунаҡтар өсөн уңайлы итеүгә тырышлыҡ күрһәтеүегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәтлемен. Алда беҙҙе бик күп эштәр көтә, районыбыҙға тотороҡлоҡ һәм сәскә атыуын теләйем, - тине Фәнзил Фәйез улы һәм барыһын да байрам менән ҡотланы.
Урындағы үҙидара системаһында хеҙмәт уңыштарына лайыҡ булған бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә Фәнзил Сыңғыҙов “Башҡортостан Республикаһы Муниципаль берәмектәр Советы” Ассоциацияһының, район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын, Рәхмәт хаттарын, бүләктәр һәм сәскә гөлләмәләре тапшырҙы.
Артабан һүҙ БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтовҡа бирелеп, ул республика етәкселеге һәм шәхсән үҙе исеменән Урындағы үҙидара көнө уңайынан ҡотлауҙарын еткерҙе.
- Урындағы үҙидара көнө сағыштырмаса йәш, әммә ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ байрамы. Урындағы үҙидара органдары системаһында эшләүселәргә генә түгел, ә илебеҙҙең һәр бер кешеһенә ҡағыла. Сөнки үҙидараның принцибы граждандарҙың үҙҙәре йәшәгән ауылы, районы, йәки ҡалаһының артабанғы үҫешен үҙ аллы билдәләүгә ҡайтып ҡала, - тине Рөстәм Рифат улы. – Байрамды 21 апрелдә билдәләү осраҡлы һайланмаған. Тап ошо көндә 1785 йылда Екатерина II Рәсәй империяһы ҡалаларына хоҡуҡ биреү грамотаһына ҡул ҡуйған. Һәм ошо ваҡыттан урындағы үҙидара системаһы үҫешә башлай. Республикабыҙҙа урындағы үҙидараны үҫтереүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә, беренсенән, өҫтәлмә финанс ярҙамы, икенсенән, халыҡты борсоған көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп итеүгә мөмкинлек биреүсе төрлө программалар ғәмәлгә ашырыла. Федераль программалар ҙа бар. Беҙҙә “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау”, “Аныҡ эштәр”, “Башҡорт ихаталары”, ауыл хужалығында килем килтереүсе, “Беҙҙең ауыл” проект-
тары һәм башҡалар. Улар социаль, коммуникаль инфраструктураны үҫтереүгә, ауыл биләмәләренең көнүҙәк проблемаларын хәл итеүгә, ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙамға йүнәлтелә. Миҫал өсөн, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә 2021 йылда Ғафури районында беҙгә һеҙҙең менән 11 мәсьәләне хәл итергә мөмкин булды. Улар мәктәптәр, балалар баҡсалары, ауыл клубтарын ремонтлау һәм ҡорамалдарҙы яңыртыу менән бәйле булып, Имәндәш, Юлыҡ, Мораҡ, Түбәнге Ташбүкән, Яңғыҙҡайын, Оло Үтәш, Мәндем, Йөҙимән, Ташлы ауылдарында, ә район үҙәгендә тиҫтәләп урам яҡтыртҡыстар, Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты мебель һәм йомшаҡ инвентарҙар менән тәьмин ителде, - тине ул.
Сығышынан һуң Рөстәм Рифат улы бер төркөм алдынғыларҙы һәм әүҙемселәрҙе БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдиновҡа һүҙ бирелеп, сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да байрам менән тәбрикләне һәм йәнә бер төркөм алдынғыларға һәм әүҙемселәргә район Советының Маҡтау грамоталарын һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Фаил Һәҙиәт улы шулай уҡ 21 апрелдә Өфөлә муниципаль хеҙмәткәрҙәр съезында ҡатнашыуҙарын билдәләп, унда Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Әхиәр улы Ноғайғоловтың Республика Башлығы ҡулынан ҙур бүләк - Маҡтау грамотаһы алыуын хәбәр итте.
Йыйында урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, алдынғы ауыл биләмәләре Дипломдарға, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды.
Байрам сараһы йыр-моңдарға үрелеп барҙы. Наталья Шәмсетдинова, Хызыр Нәзиров башҡарған йырҙар һәр кемгә байрам бүләге булды. Йыйылышты Рәзилә Хәбибуллина алып барҙы.
Саранан һуң район етәкселеге Фәнзил Сыңғыҙов Рөстәм Ишмөхәмәтов менән берлектә 22 апрель Владимир Ильич Лениндың тыуған көнө булараҡ, юлбашсының һәйкәленә сәскәләр һалды, көндөң икенсе яртыһында Яңғыҙҡайын мәктәбендә компьютер класын асыуҙа, һуңынан “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы сиктәрендә Цапаловка ауылы янындағы Еңеүселәр Аллеяһында ағас ултыртыуҙа ҡатнашты.

Алға ҡуйып ҙур маҡсаттар
Алға ҡуйып ҙур маҡсаттар
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: