+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Вазифаға конкурс
27 Март 2018, 12:43

Белгес талап ителә

Ғафури район муниципаль район хакимиәте хакимиәттең иҫәп һәм отчет бүлегенең бухгалтер иҫәбе секторы мөдире вазифаһына конкурс иғлан итеүе хаҡында белдерә.

Ғафури район муниципаль район хакимиәте хакимиәттең иҫәп һәм отчет бүлегенең бухгалтер иҫәбе секторы мөдире вазифаһына конкурс иғлан итеүе хаҡында белдерә.

Вазифаға дәғүә итеүсегә төп талаптар: юғары йәки эш профиле буйынса урта махсус белем (база бухгалтеры), эш стажына талап юҡ. Вазифаға барлыҡ дәғүә итеүселәргә - бухгалтер иҫәбе һәм отчет өлкәһендә, урындағы үҙидара органдарын ойоштороу тураһындағы, муниципаль хеҙмәт һәм коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы федераль һәм төбәк закондарын белеү, шулай уҡ заманса мәғлүмәт технологиялары, БЭСТ-5 бухгалтер иҫәбе программаһы, оргтехника һәм коммуникация саралары менән эш итә белеү, документ эшен ойоштора белеү (тултырыу, оформить итеү, анализ, документацияны һаҡлауға әҙерләү һәм документ менән эшләүҙең башҡа күнегеүҙәрен белеү), эш буйынса һөнәри - мөғәмәлә итә белеү талап ителә.

Конкурста ҡатнашырға теләүселәр түбәндәге документтарын тәҡдим итә:

1. Шәхси ғариза;

2. Үҙ ҡулың менән тултырылған һәм ҡултамға ҡуйылған анкета (РФ Хөкүмәте ҡарары менән 25.05.2015 йылда раҫланған, 16.10.2007 йылда төҙәтмәләр индерелгән);

3. Паспорт йәки уны алмаштырыусы документтың төп нөсхәһе;

4. Хеҙмәт кенәгәһенең төп нөсхәһе;

5. Белем тураһында документ;

6. Мотлаҡ пенсия страховкаһы таныҡлығы;

7. РФ биләмәһендә физик шәхестәргә һалым органдарында йәшәгән урының буйынса иҫәпкә ҡуйыу таныҡлығы;

8. Хәрби бурыслыларға хәрби иҫәпкә хәрби иҫәп документы;

9. Муниципаль хеҙмәткә яраҡлы булыуың тураһында медицина учреждениеһының һығымтаһы (№ 001-ГС/у формаһы).

10. Үткән йылға ҡарата үҙеңдең, тормош иптәшеңдең, бәлиғ булмаған балаңдың килем һәм мөлкәт тураһындағы белешмәһе;

11. Муниципаль хеҙмәткә дәғүә итеүсе Рәсәй Федерацияһы граждандары өсөн Интернет мәғлүмәт - телекоммуникация селтәрендәге сайт адрестары һәм сайт биттәрендәге һәр кем ҡарарлыҡ мәғлүмәт һәм шулай уҡ идентификациялау талап иткән документтар (РФ Хөкүмәте тарафынан 2016 йылдың 28 декабрендә раҫланған 2867-се ҡарары формаһы буйынса).

Документтар баҫылып сыҡҡандан һуң 21 көн һуҙымында Ғафури район хакимиәтенең юридик һәм кадрҙар менән эшләү бүлегендә (207-се бүлмә, телефондар - 2-14-76, 2-10-03) ҡабул ителә. Профессиональ эшмәкәрлек буйынса документтар нотариаль йәки эшләгән урыныңдың кадрҙар бүлегендә раҫлана. Өҫтәмә мәғлүмәт менән район хакимиәтенең рәсми сайтында танышырға мөмкин: https://gafury/bashkortostan.ru


Читайте нас: