+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2016, 16:54

Мәғлүмәт белдереүе

Р.З.Бохаров район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде

9 ноябрҙә дүртенсе саҡырылыш БР Ғафури районы муниципаль район Советының сираттағы ултырышы булып үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһында мәсьәлә ҡаралды.
Ултырыш эшендә БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Р.Х.Дилмөхәмәтов, БР Башлығының дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте Идаралығының кадрҙар резервы менән эшләү һәм һөнәри әҙерлек бүлеге мөдире И.В.Дудоров, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары М.Ш.Мәһәҙиев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ә.М.Ишемғолов, ра-йон прокуроры Р.Р.Раянов, Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары һәм район хакимиәтенең бүлек начальниктары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Ғафури районы муниципаль район Советы ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына быға тиклем Ғафури районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған Рәмил Зәкәриә улы Бохаров раҫланды.
Читайте нас: