+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2016, 17:57

Белдереү ҡағыҙҙары ебәреү тамамланды

Һалым инспекцияһы аңлата

Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәтенең Башҡортос-тан Республикаһы буйынса 3-сө район-ара инспекцияһы һалым түләүсе, шул иҫәптән "Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” аша физик шәхестәргә һалымдар түләү хаҡында белдереү ҡағыҙҙары ебәреүҙе тамамланы.

Физик шәхестәргә һалым түләү хаҡында белдереү ҡағыҙҙары 2015 йыл өсөн күсмәй торған объекттарға, транспорт сараларына ебәрелде. Әгәр ҙә һалымдарҙың дөйөм суммаһы 100 һумдан әҙерәк, шулай уҡ граждандың һалым түләүгә льготаһы 100 процент икән, был осраҡта ташлама ҡаралған.

Әгәр ҙә һалым түләүсе күсемһеҙ милек һәм транспорт сараһына эйә булып та, һалым хаҡында белдереү ҡағыҙы алмаһа, йәки һалым льготалары күрһәтелмәгән булһа, ул был хаҡта мотлаҡ һалым органдарына хәбәр итергә тейеш.

Һалым түләүселәрҙең иғтибарына шуны еткерәбеҙ, 2015 йыл өсөн физик шәхестәрҙең һалым түләү ваҡыты 2016 йылдың 1 декабрендә тамамлана.

Алынған белдереү ҡағыҙҙары буйынса һорауҙар килеп тыуһа, оператив рәүештә инспекцияға мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.

Миҫал өсөн, әгәр ҙә һалым түләү хаҡында белдереү ҡағыҙында бирелеү ваҡыты иҫәпкә алынмаһа, кадастр хаҡы, ҡеүәте дөрөҫ билдәләнмәһә, льготалар иҫәпкә алынмаһа, был хаҡта һис кисекмәҫтән һалым органына хәбәр итергә кәрәк. Был маҡсатҡа һәр бер белдереү ҡағыҙына унда күрһәтелгән мәғлүмәттәрҙе дөрөҫләү өсөн ғариза формаһы беркетелгән.

Шуға иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ, милек һалымдарына иҫәп-хисап һалым органдары тарафынан ҡәтғи рәүештә теркәүсе органдар биргән мәғлүмәттәр нигеҙендә башҡарыла. Һалым органы бирелгән мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү һәм хатта һалым түләүсе тапшырған документтар нигеҙендә лә уларға үҙ аллы үҙгәрештәр индереү кеүек вәкәләткә эйә түгел.

Дөрөҫләнгән мәғлүмәттәр алынған осраҡта һалымға ҡайтанан иҫәп-хисап яһалып, һалым түләүгә яңы белдереү ҡағыҙы ебәреләсәк. Әгәр ҙә һалым түләүсенең мәғлүмәте теркәү органы тарафынан раҫланмаһа, һалым органы был хаҡта һалым түләүсегә белдерергә тейеш.

Граждандарға уңайлылыҡ өсөн 2016 йылдың 1 декабренә тиклем милек һалымдары буйынса инспекцияның эш режимы 9.00-дән 20.00 сәғәткәсә оҙайтылды, шәмбе көндәрендә 10.00-дән 15.00 сәғәткәсә эшләй.

Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәтенең БР буйынса 3-сө район-ара инспекцияһы.
Читайте нас: