+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2016, 16:56

Изгелек берләштерә

17-18 ноябрҙә Өфөлә "Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек” тигән халыҡ-ара форум уҙа...

17-18 ноябрҙә Өфөлә "Ҡатын-ҡыҙҙар диалогы. Сикһеҙ мәрхәмәтлек” тигән халыҡ-ара форум уҙа. Уны уҙғарыу өсөн тәғәйенләнгән 5 миллион һум грантты "Мәрхәмәт” Хәйриә мәғариф фонды отҡайны. Башҡортостан баш ҡалаһында был конференция 2018 йылда үтәсәк икенсе Евразия форумына әҙерлек сиктәрендә ойошторола.

Форумды ойоштороусылар булып Федерация Советы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм "Мәрхәмәт” Хәйриә мәғариф фонды тора.

Өфөгә 400-ләп кеше – ижтимағи ойошмалар етәкселәре, социаль йүнәлешле коммерциялы булмаған ойошмалар вәкилдәре һәм Рәсәй төбәктәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән, БДБ дәүләттәренән, ШОС һәм БРИКС илдәренән ҡатын-ҡыҙ лидерҙар йыйыласаҡ.

Форумды үткәреү урыны итеп Башҡортостан осраҡлы һайланмаған. Бында хәйриә эшмәкәрлеген үҫтереү мәсьәләләре һөҙөмтәле хәл ителә, миһырбанлы, изгелек-ле кешеләр күп йәшәй. Әлеге ваҡытта рес-публикала 5051 коммерциялы булмаған ойош-ма теркәлгән, шуларҙың 294-е - хәйриә

ойошмалары. Ҡала һәм райондарҙа социаль үҫеште яҡлаусы 48 фонд эшләй. Муниципаль берәмектәр мәғлүмәттәре буйынса, 2015 йылда ғына, хәйриәселеккә натуралата һәм аҡсалата иҫәпләгәндә, 246 млн һум йәлеп ителгән.

Ике көн барасаҡ форумда пленар ултырыш, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, дискуссия майҙансыҡтары үткәреү ҡаралған. Республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы "Дәүләт менән социаль йүнәлешле коммерциялы булмаған ойошмаларҙың партнерлыҡ моделдәре” темаһына түңәрәк өҫтәл ойоштора. Форум йомғаҡтары буйынса ҡабул ителәсәк резолюция коммерциялы булмаған ойошмалар менән эште ғөмүмән яҡшыртырға, шулай уҡ был эште системаға һалырға мөмкинлек бирәсәк.

Форум программаһында тағы ла тыу-мыштан ирене һәм аңҡауы зәғиф балалар өсөн "Йылмайыу операцияһы” тигән хәйриә акцияһы, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнашлығында фестиваль, яңы эш башлаған социаль йүнәлешле коммерциялы булмаған ойошмалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм тренингтар ҙа ҡаралған.

"Башинформ".
Читайте нас: