+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2016, 18:00

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы

Кеше ниндәй генә эштә эшләмәһен, ниндәй генә вазифалар башҡармаһын, уның өсөн иң мөһиме – ғаиләһе.

Кеше ниндәй генә эштә эшләмәһен, ниндәй генә вазифалар башҡармаһын, уның өсөн иң мөһиме – ғаиләһе. Был йәһәттән бәхетле кеше Ғиниәтулла Сафиулла улы. Тормош иптәше менән ике бала үҫтереп, уҡытып, матур тәрбиә биреп, тормош юлына баҫтырғандар. Балалары инде лайыҡлы кешеләр булып, үҙ юлдарын, үҙ иштәрен табып, атай-әсәйҙәренә аҡыллы ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итеп, матур итеп йәшәп яталар.

Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре, етәксе, атай, олатай, ғаилә башлығы, һәм иң мөһиме, ысын кеше!

Был исемлекте тағы ла бик оҙон итеп һуҙырға мөмкин булыр ине Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин тураһында яҙғанда.

Яҡташым Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин менән танышыуым 1993 йылда БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға ингәндә булды. Әңгәмәгә килгәс, "Күптән уҡырға индең бит инде, әле бында ни эшләп йөрөйһөң?”- тип үҙ итеп, атайҙарса хәстәрлекле, яғымлы тауыш менән әйткән һүҙҙәренән шатлыҡтан, гүйә, иңдәремә ҡанаттар үҫеп сыҡты. Шунан алып яҙмышымда уҡытыусым Ғиниәтулла Сафиулла улының уйнаған роле ҙур булды. Уның студенты булыу ғына түгел, беренсе аспиранты булыу бәхете лә тейҙе минең өлөшкә. 2002 йылдан алып, хөрмәтле уҡытыусымдың аҡыллы етәкселеге аҫтында, бергә-бергә, коллегалар булып эшләйбеҙ. Һаман да, тап абитуриент саҡтағы кеүек, остазымдың хәстәре, аҡыллы кәңәштәре хеҙмәт юлымда оҙата килә.

Ғиниәтулла Сафиулла улы, үрҙә әйтеп үтеүемсә, күп яҡлы шәхес. Уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы тип әйткән инем иң тәүҙә. Ысынлап та, үҙенә лә, студенттарға ла талапсан, ғәҙел, принципиаль, бер һүҙ менән әйткәндә, башҡорт әҙәбиәтенә һәм мәҙәниәтенә "мөкиббән киткән” талантлы педагог бит ул. Профессорҙың мауыҡтырғыс лекцияларын бер тапҡыр ғына тыңлаһаң да быға инанаһың.

Күренекле ғалим тигәндә, уның 700-ҙән ашыу ғилми хеҙмәттәрен, шул иҫәптән 48 монография, вуз һәм мәктәп дәреслектәре, уҡыу әсбаптары, фәнни-популяр китаптарын әйтеп китеү ҙә етер, моғайын. Ул, студент сағында уҡ, Мәскәү китапханаларында һәм архивтарында эҙләнеп, башҡорттар йәш яҙмалы халыҡ, уларҙың революцияға тиклем яҙма мәҙәниәте булмаған, тигән ялған идеология хөкөм һөргән осорҙа, "Ҡоман мәжмүмәғәһе” тигән ҡомартҡыны өйрәнеп, XIII быуат башында ижад ителгән был әҫәрҙең башҡорт фольклоры, башҡорт һүҙ сәнғәте менән тығыҙ бәйләнештә булыуын нигеҙләп, диплом эше яҙған. Минеңсә, тап ошо осорҙан уҡ Ғиниәтулла Сафиулла улы үҙен фәнгә тығыҙ бәйләгән.

Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре икәнлеген Башҡортостан Хөкүмәте эргәһендәге рес-публика халыҡтары телдәре тураһындағы законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, 1999-2010 йылдарҙа ғафуриҙарҙың Өфөләге "Табын” яҡташтар ойошмаһы рәйесе, уҡыусылар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн йыл да уҙғарылған "Урал батыр” эпосын башҡарыусылар, "Йыл уҡытыусыһы” бәйгеләренең жюри ағзаһы булыуы раҫлап тора.

Әйткәнемсә, Ғиниәтулла Сафиулла улы тынғыһыҙ, егәрле етәксе лә.1986-1990 йылдарҙа ул БДУ-ның филология факультеты деканы урынбаҫары булып эшләй. Был ваҡытта башҡорт мәктәбен тамамлаған йәштәр белемдәрен камиллаштырыуҙы бер генә төркөмдә - башҡорт-урыҫ төркөмөндә бойомға ашыра ала ине. Ул, декан урынбаҫары булараҡ, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен, Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен уҡытыуҙы киңәйтеүгә күп көс һала. Уның һәм коллегаларының ныҡышмалылығы, ҡыйыулығы менән тәүҙә факультетта журналистика һәм өҫтәмә саф башҡорт төркөмдәре ойошторола, артабан республикабыҙ вуздары тарихында тәү башлап башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты барлыҡҡа килтерелә.1990 йылда ойошторолған был факультеттың тәүге деканы итеп Ғ.С.Ҡунафин һайлана.

Арҙаҡлы ғалим шулай уҡ республикабыҙ вуздары тарихында беренсе булып БДУ базаһында халҡыбыҙҙың рухи мираҫын өйрәнеү һәм студенттарға уҡытыу, киң йәмәғәтселеккә еткереү бурысын тормошҡа ашырыусы кафедраны ойоштороуға өлгәште. 2000-2012 йылдарҙа ул 1917 йылға тиклемге башҡорт әҙәбиәте кафедраһын етәкләне. Ә 2012 йылдан алып бөгөнгәсә башҡорт әҙәбиәте, мәҙәниәте һәм фольклоры кафедраһы мөдире.

Бына шулай бөйөк Мәжит Ғафури, Жәлил Кейекбаев, Шакир Насыров, Әнүр Вәхитов, Ғәйфулла Вәлиев, Вәлиулла Ҡоломбәтов кеүек арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың эштәрен дауам итеп, үҙ алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, халҡыбыҙ, милләтебеҙ, телебеҙ яҙмышы тип янып-көйөп, төплө хеҙмәт емештәре менән ҡаршылай үҙенең юбилейын уҡытыусым, коллегам Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин. Артабан да уға зиһен тәрәнлеге, рух юғарылығы, ҡоростай сәләмәтлек, ижади уңыштар һәм оло ҡыуаныстар юлдаш була күрһен!

Фәнилә ӘБЕЛҒУЖИНА-САЛАУАТОВА,

БДУ доценты.
Читайте нас: