+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2016, 19:05

Бала бағыу бәхете

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов ҡулынан "Әсәлек даны” миҙалы алыусылар араһында Ҡаранйылға ауылынан Аймара Суфиянова ла (һүрәттә) бар.

-Айгизгә - 20, Илгизгә - 17, Алмазға – 11, иң бәләкәйҙәре игеҙәктәр Диләрә менән Искәндәргә 5 йәш ярым, - тип һанап китә әсә кеше.

Булыр бала – биләүҙән, тиҙәр. Бәләкәйҙән үк бар балалары ла әсәләренә оҡшап спортты яратып үҫә Суфияновтарҙың.

- Мәктәп йылдарында уҡ еңел атлетика, саңғы, спорт ориентиры менән мауыҡтым. Мәктәп, район,

республика кимәлендәге ярыштарҙа күп ҡатнашырға тура килде. Бихисап Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр, миҙалдарым да бар. Үҙем 6 балалы ғаиләлә үҫтем. Иң олоһо булғас, туғандарымды ҡарау миңә төшә ине. Балаларҙы ихлас күңелдән яратҡанғамы, йәштән ҙур ғаилә тураһында хыялландым, - ти ул.

Тыуған ауылы Ҡарағайҙа урта мәктәпте тамамлағас, Аймара Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Бында ла ул уҡыу йорто данын бик күп тапҡырҙар яҡлап спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Күңелле судент йылдары бик тиҙ үтеп китә. Ҡулына диплом алған йәш белгесте район мәғариф бүлеге Архангелка ауылы мәктәбенә физика-математика уҡытыусыһы итеп тәғәйенләй. Бында 1 йыл эшләп өлгөрә ул. Ошо мәлдәрҙә йәш ҡыҙ үҙенең ғүмерлек яртыһы, буласаҡ ире - Ҡаранйылға ауылы егете Әхнәфте осрата. Күп тә үтмәй, йәштәр гөрләтеп туй үткәрә, Аймара Сәйетбаба урта мәктәбендә эш башлай. Йәш ғаилә Ҡаранйылға ауылында төпләнә.

- 21 йыл бер ауыҙ һүҙгә килешмәй ҡәйнә-ҡайны менән йәшәнем. Икеһе лә кешелекле, изгелексән, егәрле инеләр. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя мәшәҡәттәрендә лә, балаларҙы тәрбиәләгәндә лә ярҙамдары ҙур булды, - тип хәтерләй Аймара баҡыйлыҡҡа күскән ҡәйнә-ҡайныһын.

- Тормош иптәшемдән дә уңдым мин. Әхнәф бик ипле, бала йәнле атай, бар эшкә лә оҫта, уңған хужа. Мал-тыуар, башҡа хужалыҡ эштәре уның иңендә, бәләкәйҙән балаларҙы ла ҡарашты. Улдарын үҙ өлгөһөндә насар ғәҙәттәрҙән аралап, ир-егеттәр белергә тейешле бар һөнәрҙәргә лә өйрәтеп үҫтерә. Ысынлап та, заманса иркен итеп һалынған күркәм йорт, ҡура тулы мал-тыуар (һыйырҙары ғына ла – 4), ҡош-ҡорт, умарта күстәре – барыһы ла бөтмөр хужаларҙың көндәлек хеҙмәтен талап итә. Үҙе һайлаған тынғыһыҙ ҙа, яуаплы ла уҡытыусы һөнәрен, ишле ғаилә хәстәрҙәрен дә бар күңелен һалып, яратып башҡара Аймара. Ҡатын-ҡыҙҙың тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек йыуыу, тегеү-бәйләү, тәмле аш-һыу әҙерләү кеүек эштәрендә ярҙамсы булырҙай ҡыҙы үҫеп килеүе менән дә сикһеҙ бәхетле әсә кеше.

Һәр әсә күңелендә йөрөгән иң изге хыял – балаларына белем биреү һәм уларҙың бәхетле йәшәүен күреүҙер ул. Аймараның да улдары уңыштары менән һөйөндөрөп торалар. Ололары Айгиз әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтып, Стәрлетамаҡ юридик колледжының 3-сө курсында уҡый. Ул хеҙмәт иткән ерендә лә, уҡыу йортонда ла йүгереү, гер күтәреү буйынса ярыштарҙа призлы урындар яулай, тырыш, ныҡышмал егет. Икенселәре Илгиз атаһы юлын дауам

итеп Стәрлетамаҡ химия-технология колледжында белем ала. Ул әсәһе кеүек саңғыла йөрөргә әүәҫ. Алмаздары 6-сы класта уҡый. Ул да йүгереү, шахмат-шәшке ярыштарында тәүге урындарҙан ҡалғаны юҡ. Ағаларынан күреп бәләкәстәре - тиктормаҫ Диләрә менән Искәндәр ҙә спортҡа ылығырға ғына торалар. Бына шулай, биш балам – биш шатлығым, тип һөйөү-наҙға сорналған донъяһын көтөп, яҡындарына йөрәк йылыһын, изгелеген йомарт өләшеп йәшәй Аймара.

- Балаҡайҙарыбыҙ киләсәктә лә имен, етеш тормошта йәшәһен, тәртипле, тәүфиҡлы булһындар ине. Улар бәхете – минең дә бәхетем бит, - тип йылмая әсә һүҙен тамамлап. Шулай ғына була күрһен!
Читайте нас: