+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2016, 18:40

Әсәләргә мәҙхиә йырланды

25 ноябрҙә район мәҙәниәт һарайында Әсә көнөнә арналған тантаӘсәләргә мәҙхиә йырландыналы сара үтте.

Кисәгә йыйылған әсәләргә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Салауатов тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.

Байрам сараһында яңы ғына сабыйҙарын яҡты донъяға тыуҙырған, патронат тәрбиәгә бала алған, күмәк балалы – быйыл "Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған әсәләр сәхнә түренә саҡырылып, бүләкләп үтелде. Бүләкләүҙәр йыр-моңдар, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең башланғыс класс уҡыусылары һәм Лина Йомағолова, Мораҡтан апалы-һеңлеле Мария менән Марина Ивановалар, район мәҙәниәт һарайынан "Хазина” ансамбле, "Землячки” халыҡ хоры, Карина Мусина менән Динислам Яҡупов башҡарған йырҙар, Наил Вәлиев менән Рәмил Ғимраниҙың баян-тальян моңдары, "Быҙыбыт”, "Эксклюзив”, "Забава” балалар өлгөлө бейеү коллективтарының дәртле бейеүҙәре, иң бәләкәс ҡатнашыусы Марат Ишмырҙиндың шиғыры әсәләргә байрам бүләге булды.
Читайте нас: