-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2016, 19:03

Юлда ярҙам итә алырһыңмы?

Медицина хеҙмәткәрҙәре ЮХХДИ инспекторҙары менән берлектә Юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алыу көнөнә арналған сара үткәрҙе.

Юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алыу көнө Road Pace – Британия юл-транспорт ваҡиғаларына тарыусыларға ярҙам хәйриә фонды тарафынан 1993 йылдан алып билдәләнә. Биш йыл һуҙымында был көндө Европала ғына билдәләһәләр, 1998 йылдан уны Европанан ситтә башҡа ҡитғаларҙа ла юлдарҙа һәләк булғандарҙы иҫкә ала башлайҙар. 2005 йылда иһә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһы үҙ Резолюцияһында бөтөн

донъя йәмәғәтселеген Юл-транспорт авариялары ҡорбандарын иҫкә алыу көнөн ноябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләргә саҡыра. Быйыл был көн 20 ноябргә тап килде. Был халыҡ-ара хәл планеталағы барлыҡ кешеләрҙең иғтибарын күңелһеҙ факттарға йүнәлтеүгә ҡоролған: бөтөн донъяла юл-транспорт ваҡиғалары һөҙөмтәһендә көн һайын өс меңдән ашыу кеше һәләк була һәм 100 меңгә яҡыны төрлө кимәлдәге ауыр имгәнеүҙәргә дусар була. Юлдарҙа ғүмере өҙөлгәндәрҙең һәм зыян күргәндәрҙең күпселеге йәштәр.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса йыл һайын юл-транспорт ваҡиғаларында 1 миллион 300 мең кеше-нең ғүмере өҙөлә. 20-нән 50 миллионға тик-лем кеше төрлө кимәлдә йәрәхәттәр ала, имгәнә. Юл һәләкәттәрендәге үлем осраҡтарының 50 проценттан ашыуы 15 йәштән алып 44 йәшкә тиклемге төркөмгә тура килә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы күҙәтеүенән күренеүенсә, 2020 йылға һәр өсөнсө үлем йәки зыян күреү осраҡтарының төп сәбәпсеһе юлдарҙа авария-лар һөҙөмтәһендә булырға мөмкин. Беҙҙең Ғафури ра-йоны ла ситтә ҡалмай: йыл башынан юлдарҙа 45 кеше төрлө кимәлдә йәрәхәттәр алһа, 4 кешенең ғүмере өҙөлдө.

Юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбандарын иҫкә алыу көнөндә Красноусол Үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре "Ә һин ярҙам итә алырһыңмы?” тигән акция уҙғарҙы. "Ашығыс ярҙам”дың шәфҡәт туташтары һәм фельдшерҙары ЮХХДИ инспекторҙары һәм ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе (водителдәрҙе) саҡырып, юл-транспорт ваҡиғаларында зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәтеү буйын-са оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.

Марат БАСИРОВ,

ЮХХДИ-ның пропаганда буйынса инспекторы.
Читайте нас: