+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь 2016, 19:44

"Бәхетле авто"нан бүләктәр

Гәзиттә хәбәр ителеүенсә, 1 декабрҙә "Бәхетле авто” акцияһы бүләктәре уйнатылды.

Был көндө район гәзиттәренә яҙылған, машиналарына махсус наклейка йәбештергән автоһәүәҫкәрҙәр билдәләнгән ваҡытҡа үҙәк почта бүлексәһе алдына йыйылды. Килеүселәр яңынан исемлеккә теркәлде (уйын шарты буйынса, бүләк эйәһе сараға килгән кешеләр араһынан асыҡланды). Бүләктәр "Табын” гәзитенә яҙылып, 14 автоһәүәҫкәр араһында уйнатылды. Бына, ниһайәт, лототрон әйләндерелә һәм бер-бер артлы бәхетле һандар тартып сығарыла: Имәндәштән Салауат Түзбәков автомобиль өсөн саң һурҙырғыс, Красноусолдан З.Х.Ҡоломбәтова автомобилсе өсөн авария йыйылмаһы, М.В.Заһиҙуллина, М.Р.Бәшәрова – компрессорҙар, Г.Р.Мөхәмәтшина – салфетка, В.Р.Хөснөтдинова менән И.Р.Таһиров – щеткалар отто. Бүләкләнеүселәрҙең барыһын да ҡотлайбыҙ.

Декабрҙә иһә тағы ла "Аҙна һайын бүләк" акцияһы уҙғарыласаҡ.
Читайте нас: