-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь 2016, 20:06

Берҙәмлек – уңышлы эштең нигеҙе

Ауыл биләмәләре хакимиәттәре халыҡҡа иң яҡын тороусы булды һәм булып ҡала.

Иң башта шуны әйтеп китергә кәрәк, күптән түгел Ишембайҙа 13 райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары төбәк семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашып ҡайттыҡ. Унда финанс, тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология, милек мөнәсәбәттәре министрҙары урынбаҫарҙары үҙ сығыштарында урындағы үҙидаралыҡ органдарына бүленгән аҡсаларҙы маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу, биләмә бюджетын тулыландырыу, ерҙәрҙе рәсмиләштереү, Декларация тултырыу һәм башҡа мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты.

Эшмәкәрлегебеҙгә килгәндә, рес-публика етәкселеге ярҙамы менән был йүнәлештәр йәһәтенән күләмле генә эштәр атҡарылды. Элекке колхоздан ҡалған барлыҡ мөлкәт, атап әйткәндә, колхоз гаражы, келәт, малсылыҡ биналары, ырҙын табағы ауыл хакимиәте милкенә ҡабул итеп алынды, йәғни хосусилаштырылды.

"Президент аҡсаһы” нигеҙҙә төҙөкләндереүгә тотонолдо. Машина-трактор мастерскойы, балалар баҡсаһы биләмәләре кәртәләп алынды. Туғай ауылындағы бер нисә урам юлдарына ҡырсынташ түшәлде.

Урындағы үҙидаралыҡты үҫтереүҙә "Аныҡ эштәр” һәм урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программалары айырыуса мөһим әһәмиәткә эйә. Уларҙа ауыл кешеләре туранан-тура ҡатнашып, ауыл биләмәһе хакимиәтенә хас көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡларға ярҙам итә лә инде. "Аныҡ эштәр” программаһы сиктәрендә Туғай

ауылы клубына ремонт яһалды. Ауыл советы бюджеты аҡсаһына мемориаль комплекс төҙөлдө. Халыҡтың урындағы башланғыстарына булышлыҡ итеү йәһәтенән 50-60 мең һум тирәһе халыҡтан йыйылған һәм ауыл хакимиәте бюджетынан бүленгән аҡса иҫәбенә сеткалар һатып алынып, Үтәк ауылында – 250 метр, Игенселәрҙә 150 метр оҙонлоғонда зыяраттар кәртәләп алынды. Был эштәр ауыл кешеләренең ярҙамы менән башҡарылды. Ауыл биләмәһе көсө менән 2 урында һыу скважиналары ҡоймаланды.

Ауыл биләмәһенең үҙ керемдәре лә булырға тейеш. Башта әйткәнемсә, колхоздан ҡалған барлыҡ мөлкәтте биләмә хакимиәте милкенә күсереп, уларҙы төрлө ойошмаларға ҡуртымға биреп, һатҡанын һатып бюджетты тулыландырыу өҫтөндә лә әүҙем шөғөлләнәбеҙ. Малсылыҡ йүнәлешендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барған Р.Рәжәпов ферма бинаһын ҡуртымға алып, уңышлы ғына эшләй. Ат һарайын һатып алыусы эшҡыуар бинаны ремонтлау менән мәшғүл, киләһе йылдан эш башларға уйлаша. Шәхси эшҡыуарҙарҙан И.Баймөхәмәтов йылға аша йәйәүлеләр өсөн күпер (70 мең һум китте), ул үҙ көсө, теләге менән бәләкәй генә быуа ла эшләп ҡуйҙы, уны янғынға ҡаршы осраҡта һыу алыу өсөн ҡулайлаштырҙы, А.Арыҫланов тарафынан ҡоҙоҡтар (8 дана, 30 мең һум аҡса тотонолдо) кәртәләнде.

Ауыл хакимиәте бюджетынан тулыландырыу юлдарын эҙләргә, табырға тырышып, төҙөлөштәр өсөн участкалар бүлеп биреүҙе лә әүҙемләштерҙек. Бына, мәҫәлән, Туғай ауылы янында өс тиҫтәнән ашыу ер участкаһын һатыу мөмкинлеге бар. Уларҙың майҙаны 15-әр сутый, әле 7 участка һатылды ла инде, хаҡтары 60-80 мең һумға баһалана. Әлбиттә, был участкаларҙы рәсмиләштереү эше мәшәҡәтле, әммә шул уҡ ваҡытта кәрәкле, сөнки ауыл биләмәһе бюджеты тулылана.

Киләһе йылғы пландарға килгәндә, 500 мең һум, йәғни "Президент аҡсаһы”ның 200 меңен төҙөкләндереү эштәренә, 210 меңен яңы участкаларға юл һалыуға, ремонтлауға, ҡалғанын иһә (90 мең һум) Туғай ауылында балалар майҙансығы урынлаштырыуға тотонорға иҫәп тотабыҙ. "Аныҡ эштәр” программаһы һәм урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проект-тары сиктәрендә лә эш дауам итәсәк. "Аныҡ эштәр” проекты буйынса Игенселәр ауылында балалар майҙансығы төҙөү күҙаллана. Ауыл кешеләренә ял итеү йәһәтенән милли парк булдырыу уй-пландары менән йәшәйбеҙ. Был идея-ны үтәктәр хуплап ҡаршы алды һәм аҡса йыйырға әҙерҙәр – билдәләнгән сумманың 10 проценты, йәғни 125 мең һумы халыҡтан йыйылһа, 40 проценты ауыл советы иҫәбенән.

Киләһе йылға алдыбыҙға ошондай пландар ҡорҙоҡ, әлегә уларҙың барыһы ла түгел. Ә быйылғыһын уңышлы тамамлайбыҙ, бирәсәктәребеҙ юҡ. Алға ҡуйған бурыстарҙы үтәп сыҡтыҡ, уларға тулыһынса йыл аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ.

Индира ИШКИНА

яҙып алды.
Читайте нас: