Табын ауылында урынлашҡан бүлексәлә ваҡытлыса 24 ветеран йәшәй, шуларҙың 6-һы йөрөй алмай. Ололар араһында тыл эшсәндәре (3 кеше), хеҙмәт ветерандары (7 кеше), инвалидтар (11 кеше) бар. Иң өлкәненә - 91, ә иң йәшенә - 54 йәш. Осрашыу уҙған көндө йөрөй алғандары ашханаға йыйылып, ҡунаҡтар менән аралашты, китаптар яҙҙырып алды. Розалия Рахман-ғолова ветерандарҙы тәбрикләп: - Һеҙҙең күбегеҙ һуғыш йылы балалары. Ауырлыҡтар, һынауҙар аша үткән ғүмерегеҙ бу-йына илебеҙгә фиҙаҡәр хеҙмәт иткәнһегеҙ. Хәҙер хөкүмәтебеҙ һеҙҙең турала үҙе хәстәрлек күрә. Һеҙҙең өсөн бында бөтә шарттар ҙа бар, оҙаҡ йылдар йәшәргә генә насип булһын, - тине. Эльвира Әнүәр ҡыҙы ла ветерандарға бәхет, шатлыҡтар, сәләмәтлек теләне. - Бер ниндәй ауырлыҡтар алдында ла баш эймәгән, һынмаған, ныҡлы рухлы, хеҙмәт һөйгән быуын кешеләре бит һеҙ, киләсәктә лә шулай булып ҡалығыҙ, - тине ул. Район мәҙәниәт һарайы артистары Рәмил Ғимрани менән Фәнзил Ғәлин Наил Вәлиевтың баян моңдарына ҡушылып, өлкәндәрҙең күңеленә хуш килерлек йырҙар башҡарҙы. Приют хеҙмәткәрҙәре һәм ололар араһында ла йыр-моңға һәләтлеләр табылды. Улар ҙа шаян таҡмаҡтарын йырлап ишеттерҙе. Осрашыу аҙағында Розалия Фәрит ҡыҙы бар ветерандарға ла күңел күтәренкелеге теләне, тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә өндәне. Өлкәндәр ҙә, үҙ сиратында, ошондай йылы осрашыу уҙғарғандары өсөн ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр, йышыраҡ килеүҙәрен һоранылар. Ысынлап та, йырҙа әйтелгәнсә, кешеләргә бер йылы һүҙ етә, әгәр булһа ысын йөрәктән. Ауыр тормош хәлендә ҡалған өлкән быуын кешеләренә бигерәк тә.