+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2016, 20:31

Һалым бурысын йыйма

Көҙ айҙарында уҡ Башҡортостан Республикаһы буйынса район-ара һалым хеҙмәте милек һалымдарын түләүгә иҫкәртеү ҡағыҙҙары таратты.

Һалымды ваҡытында түләмәгән осраҡта РФ Һалым кодексының 75-се статьяһы нигеҙендә 2 декабрҙән алып һәр түләнмәгән көн өсөн һалым суммаһы 0,033 процентҡа артасаҡ. Һалымдар ҡаҙнаға 3 ай һуҙымында түләнмәһә, һалым органдары 8 эш көнө эсендә түләргә ҡушылған талап ҡағыҙы ебәрә. Бынан һуң да һалым бурысы ҡайтарылмаһа, инспекция уны кешенең мөлкәте иҫәбенә ҡаплатыу тураһында ғариза менән судҡа мөрәжәғәт итә, суд ҡарары суд приставтарына ебәрелә. Һөҙөмтәлә, һалым суммаһы һәм пеняларға суд приставтарының хеҙмәте өсөн түләнмәгән һалымдың 7 проценты өҫтәлә. Дәүләт файҙаһына йыйыла торған аҡсаның да 500 һумдан кәм булмауын хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Шулай итеп, ваҡытында түләнмәгән һалым 13-14 процентҡа артып, өҫтәлмә сығымдарға килтерә. Һалым буйынса бурыс банктарҙа кредит, дәүләт органдарында төрлө белешмәләр алғанда, милек һатҡанда, сит илгә сыҡҡанда ҡыйынлыҡтар тыуҙырырға мөмкин. Һалым – ул РФ Конституцияһының 57-се статьяһына ярашлы дәүләттең төп йәшәү шарты. Һәм уны түләү бурысы закон менән нығытылған.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең

Башҡортостан Республикаһы буйынса

3-сө район-ара инспекцияһы.
Читайте нас: