-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2016, 20:23

Башҡортостандың тәүге мөфтөйө

Халҡыбыҙҙың бихисап аҫыл ул-ҡыҙҙары тураһында ҡиммәтле мәғлүмәт һандығы булып хеҙмәт иткән Башҡортостан Республикаһының Милли архивында...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халҡыбыҙҙың бик күп шәхестәре кеүек, был дин әһеленә лә, улай ғына түгел, бөтөн Халиҡовтар нәҫеленә, уҙған быуаттың 30-сы йылдарындағы золом ҡасафатын ныҡ татырға тура килә.

Оло Үтәш элекке Кәлсер-Табын улусында иң билдәле ауылдарҙың береһе була. Бының хикмәте тотош өйәҙҙәге абруйлы имам-хатиптарҙың береһе иҫәпләнгән Хатип Әбделхалиҡ улы Халиҡовҡа (1844-1911) бәйле. Башҡа тарафтарҙа аң-зиһен туплап ҡайтҡан хәҙрәт, күптәргә алыҫҡа ғилем эстәргә барыуы үтә ҡыйын булыуын аңлап, рухи остаздары Зәйнулла Рәсүлев, Ғабдулла Сәйеди кеүек дин әһелдәре менән кәңәшләшкәндән һуң, үҙ ауылында мәҙрәсә төҙөргә ҡарар итә.

Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Яҡташтары Хатип Халиҡовтың изге уй-ниәтен күтәреп ала. Аллаһ ризалығына тип ул байтаҡ мал-мөлкәтен һата һәм үҙ иҫәбенә мәҙрәсәнең нигеҙен ҡороп та ебәрә. Әммә аҡса етмәй ҡала – Хатип хәҙрәт ярҙам һорап, Өфө, Ҡазан ҡалаларына уҡ барып етә. Яҡын-тирәлә йәшәгән хәлле кешеләр ҙә мәҙрәсә төҙөлөшөнә иғәнә индерә. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Тырышлыҡ бушҡа китмәй: тиҙҙән ауыл уртаһындағы мәсет янында өр-яңы мәҙрәсәнең мөһабәт бинаһы ҡалҡып сыға. Ул, тиҙ арала яҡын-тирә ауылдар өсөн дини-мәғрифәт үҙәгенә әүерелеп, аң-белем алырға теләгән йөҙәрләгән үҫмерҙе үҙенә ылыҡтыра. Нәҡ ошо мәҙрәсәлә Мәжит Ғафури, Вәлиулла Ҡоломбәтов һәм башҡа зыялылар тәүге һабаҡтар алып, оло тормошҡа аяҡ баҫа.

Хатип хәҙрәттең өс улы (Мансур, Мәхмүт, Әхмәт) һәм дүрт ҡыҙы (Шәкирә, Мөкәрәмә, Сәкинә һәм Фатиха) була. Өлкән улы Мансур кесе йәштән үк уҡыуға бик һәләтле булыуы менән айырылып тора. Ғаилә башлығы үҙ мәҙрәсәһендә белем алған зирәк улын, данлыҡлы "Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡытыу өсөн, алыҫтағы Троицкиға оҙата. Төплө ғилемгә эйә булған Мансур, 1908 йылда тыуған ауылына ҡайтып, мәҙрәсәлә мөғәллимлек итә башлай. Күп тә үтмәй сирләп киткән атаһының үтенесе буйынса уға мөҙәрис вазифаһын да үҙ иңенә алырға тура килә.

Ишан хәҙрәттәре Зәйнулла Рәсүлевтең шәкерте, остазының тәжрибәһенә таянып, дини һабаҡтарҙан тыш, донъяуи фәндәргә лә иғтибарҙы көсәйтә: арифметика, тарих, астрономия, география, урыҫ телен уҡытыу мәҙрәсәнең абруйын үҫтереп ебәрә. Хәҙерге Ғафури, Архангел, Ҡырмыҫҡалы һәм Белорет райондары ауылдарынан килеп белем алған шәкерттәр һаны артҡандан-арта бара. Бында хатта Пермь, Силәбе яҡтарынан да килеп уҡыусылар була.

"Ғәлиә” мәҙрәсәһенең асылыуын ишетеп, Мансур хәҙрәт үҙ белемен камиллаштырыу һәм яңы ғилемгә эйә булыу маҡсатында Өфөгә юллана. Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан килгән шәкерттәр менән аралашыу, бай йөкмәткеле һабаҡтар алыу, йәнле фекер алышыу, бәхәстәрҙә ҡатнашыу – быларҙың барыһы ла Мансурҙың аң-зиһенен шаҡтай байыта, тел оҫталығын арттыра. 1910 йылда абруйлы мәҙрәсәне уңышлы тамамлағас, ул йәнә тыуған ауылына ҡайтып, яратҡан эшен дауам итә.

Белеүебеҙсә, бөтөн Рәсәйгә киң билдәле "Рәсүлиә” һәм "Ғәлиә” мәҙрәсәләрендә Хатип хәҙрәттең кәңәше буйынса Мәжит Ғафури, Вәлиулла Ҡоломбәтов һәм Бәҙретдин Мәҡсүтов 1898 һәм 1906 йылдарҙа ғилем эстәй. Йылдар үткәс, Мансур Халиҡовҡа ла ошо уҡ юғары дини уҡыу йорттарында белем алырға тура килә. Йөҙәр саҡрым араны йәйәүләп үтһәләр ҙә, Еҙем-Ҡаран, Оло Үтәш, Яҡтыкүл егеттәренең уҡыуға, аң-белемгә ынтылышы бына ниндәй көслө булған!

1917 йылдың февралендәге буржуаз-демократик революция Рәсәйҙең милли төбәктәрендә азатлыҡ хәрәкәтенең көсәйеүенә килтерә. Илдә барған ваҡиғаларға алдынғы ҡарашлы Мансур битараф ҡала алмай: ябай халыҡтың мәнфәғәтен яҡлап, матбуғат баҫмаларына мәҡәләләр яҙа, митингыларҙа сығыш яһай. Сәйәси-ижтимағи мәсьәләләрҙең асылын яҡшы аңлаған маһир ораторҙы хатта Өфөнөң завод-фабрикаларына лекция уҡырға саҡыралар.

Ошо уҡ йылдың апрель айында Өфөлә үткән Крәҫтиәндәр йыйынында делегат-яҡташтары исеменән ялҡынлы телмәр менән сығыш яһап, Мансур Халиҡов, Ваҡытлы хөкүмәт аҫаба башҡорт ерҙәрен халыҡҡа кире ҡайтарһын, тип белдерә. Ер мәсьәләһе ыңғай хәл ителмәһә, башҡорттар үҙ йөмһүриәтен төҙөргә мәжбүр буласаҡ, тип тә өҫтәп ебәрә ул. Бындай ҡыйыу фекерҙәр, әлбиттә, бәғзеләргә оҡшап етмәй.

Нәҡ ошо осорҙа Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Әхмәтзәки Вәлиди, Кәлсер-Табын һәм Кесе-Табын башҡорттары менән фекер алышыу маҡсатында, Оло Үтәшкә килә. Бында арҡаҙашына ғына түгел, хатта дуҫына әйләнеп киткән имам-хатип Мансур Халиҡов һәм башҡа руханиҙар менән осрашып, уларға Башҡорт автономияһын булдырыу идеяһын еткерә. Әхмәтзәки артабан Сәйетбабаға – Мансур хәҙрәттең яҡын туғаны, урындағы мәсеттең имам-хатибы, мәҙрәсә мөҙәрисе һәм әүлиә булараҡ шөһрәт ҡаҙанған Мөхәмәтсабир Әбделхалиҡ улы Халиҡов янына юллана. Бында ла ул, ауылдың дин әһелдәре һәм зыялылар ҡатнашлығында йыйын үткәреп, башҡорттар алдында торған мөһим сәйәси мәсьәләләр тураһында сығыш яһай.


Тиҙҙән Рәсәйҙә Ойоштороу Йыйылышына (Учредительное Собрание – авт.) һайлау эше йәйелдерелә. Башҡорт Өлкә Шураһы ("федерал-башҡорттар”) исеменән Йыйылыш депутатлығына кандидаттар араһында Әхмәтзәки Вәлиди, Шәриф Манатов кеүек сәйәсмәндәр менән бер рәттән Мансур Халиҡов та була. 1918 йылда Мәскәүҙә үткән тарихи йыйында Башҡортостан вәкилдәре, бер төптән сығыш яһап, башҡорттарға автономия даулай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, большевиктар Ойоштороу Йыйылышының эшен тамамларға ирек бирмәй, һөҙөмтәлә ул таратыла.

Ижтимағи-сәйәси тәжрибә туплаған Мансур Халиҡов тыуған ауылына ҡайтып, йәнә мөғәллимлек эшен дауам итә. Әммә тиҙҙән уны Башревком Табын кантоны башҡарма комитетының халыҡ мәғарифы начальнигы итеп тәғәйенләп ҡуя (мәғлүм булыуынса, бер нисә йылдан был вазифаны сәсән-мәғрифәтсе Вәлиулла Ҡоломбәтов та башҡара).

Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө Ғафури районы һәм күрше төбәктәрҙең халҡына аң-белем биреүҙә үҙҙәрен мәғрифәтсе, ғилем эйәләре итеп танытҡан Халиҡовтар нәҫеле ғәйәт ҙур көс һала. Был яҡтарҙа артабанғы йылдарҙа бихисап уҡымышлы кешеләрҙең үҫеп сығыуы, күптәренең етәксе, ғалим, әҙип булып танылыуы бер ҙә юҡҡа түгел.

Тиҙҙән бай тәжрибәле Мансур Халиҡовты Стәрлетамаҡҡа Юстиция Халыҡ Комиссариатына эшкә саҡыралар. 1918-1921 йылдарҙа уға туранан-тура Башҡорт автономияһын төҙөү буйынса документтар әҙерләү һәм башҡа юридик мәсьәләләр менән шөғөлләнергә тура килә.

1921 йылдың 17 мартында Аллағыуат ауылында (хәҙер ул юҡ инде) Мосолмандарҙың I Бөтөн Башҡорт ҡоролтайы уҙғарыла. Нәҡ ошо йыйында БАССР мосолмандарының Диниә назараты төҙөлә, уның тәүге рәйесе һәм мөфтөй итеп Әхмәтзәки Вәлидиҙең тәҡдиме менән үҙен бары тик яҡшы яҡтан күрһәткән төплө белемле, ҡыйыу фекерле Мансур хәҙрәт Халиҡов һайлана.

Диниә назараты ул дәүерҙә Бәләкәй Башҡортостандың баш ҡалаһы булған Стәрлетамаҡта урынлаша. Яңы дини ойошманың эшен яйға һалыу өсөн 35 йәшлек мөфтөйгә күп көс һалырға тура килә. Тырышлыҡ бушҡа китмәй – сәйәси-ижтимағи һәм юридик тәжрибәгә эйә булған Мансур хәҙрәт ҡатмарлы бурыстарҙы уңышлы башҡарып сыға.

1921 йылдың эҫе йәйе етә. Бар донъяны ҡоролоҡ ялмап ала, баҫыуҙарҙағы ашлыҡ баш ҡалҡыта алмай, тамырында һәләк була. Илгә йот килә, меңәрләгән кеше аслыҡтан йән бирә... Диниә назараты етәксеһе Мансур Халиҡовты Аслыҡтан яфа сиккән халыҡҡа ярҙам итеү комитеты рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Алыҫ төбәктәрҙән аҙыҡ-түлек ташытыу, уны аслыҡтан шешенгән халыҡҡа тәләфләмәй таратыу, кәрәк урында ашханалар асыу – ошо һәм башҡа мөһим эштәрҙе атҡарыуҙа Мансур Хатип улы ваҡыт менән дә, ауырлыҡтар менән дә иҫәпләшеп тормай. Яҡташтарын әжәл тырнағынан аралап ҡалыуҙа ла уның хеҙмәте ҙур була.

- 1921 йылда беҙҙең ауылда аслыҡтан үлгән кешеләр булмаған, сөнки дин әһелдәре, мәсет ихатаһында аш-һыу әҙерләтеп, ауыл халҡын көнөнә бер тапҡыр ашатҡан. Балаларға хатта икмәк телеме лә биреп ҡайтарғандар. Инәйем (Емешбикә – авт.) шулай тип һөйләй торғайны, - тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Оло Үтәштә тыуып үҫкән Нәүфилә Зыязетдин ҡыҙы Ғилфанова (Ғарипова).

Мансур Халиҡовтың Башҡорт автономиялы республикаһын төҙөүҙә Әхмәтзәки Вәлиди менән иңгә-иң терәп эшләүен большевиктар ғәфү итмәй. Оло Башҡортостан төҙөлөп, баш ҡала 1922 йылдың йәйендә Өфөгә күсеү менән, милли хәрәкәт вәкилдәренә ҡара көндәр килә. "Вәлидовсылар”ҙы эҙәрлекләү, уларға ғәйеп тағыу, ҡурҡытыу киң ҡолас ала. "Совет власы дошманы” тигән мөһөр һуғылған Мансур хәҙрәт тә ошо сәйәсәттең ҡорбанына әүерелә.

Үҙенә лә, ғаиләһенә лә янауҙар туҡтамай, ҡурҡытыуҙар дауам итә. Иркенләп эшгләү һәм өсөн бер ниндәй ҙә мөмкинлек ҡалмағас, Мансур Халиҡов 1923 йылда үткән Башҡортостан мосолмандарының II йыйынында Диниә назараты рәйесе вазифаһынан баш тарта. Ябай мулла сифатында ла үҙ халҡына хеҙмәт итеренә, уға рухи таяныс булырына ышана ул. Ләкин динде төбө-тамыры менән бөтөрөүҙе маҡсат итеп ҡуйған Коммунистар партияһы өсөн мөфтөй генә түгел, ябай мулла ла хәүеф-хәтәр сығанағы була. Диндарҙарҙың ҡотҡоһона бирелеп, халыҡ башкөллө Совет власына ҡаршы сығыр, тип хафалана власть әһелдәре. Тимәк, бындай "хәүеф сығанаҡтары”нан кисекмәҫтән ҡотолорға кәрәк. Муллаларҙы ҡулға алыу, мөлкәттәрен таратып биреү, мәсет манараларын ауҙарыу хәрәкәте тотош илдәге кеүек беҙҙең төбәктә лә көсәйгәндән-көсәйә.

Сират кисәге мөфтөйгә лә килеп етә. 1929 йылдың май айында нахаҡ яла буйынса уны ҡулға алалар һәм, өс йылға хөкөм итеп, алыҫтағы Соловки утрауына оҙаталар.

Һөргөндә рухи һәм физик йәһәттән йәберләүҙәр кисереп, тейешле яза мөҙҙәтен тултырыу менән, тыуған яғына ашҡынып ҡайтырға сыҡҡан Мансур хәҙрәтте юлда тағы ҡулға алалар. Өфө төрмәһендә йәнә һорау алыу, язалау башлана һәм сираттағы хөкөм ҡарары сығарыла: был юлы Магниткаға – холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерына... Соловки лагеры ғазаптарынан йәне лә, тәне лә уңалып бөтмәгән хәҙрәткә ауылына ҡайтып, ғаиләһе менән дә күрешеп-хушлашып китергә рөхсәт итмәйҙәр. Ә бит уны өйөндә һөйөклө ҡатыны, Рәфҡәт, Әшрәф, Зәкиә һәм Фәүзиә исемле ҡәҙерле балалары зар-интизар булып көткән был ваҡытта.

Әйтәһе лә түгел, иҫ киткес ғазаптар кисереп тә, иманына тоғро ҡалған Мансур Халиҡовтың аяныслы яҙмышы тетрәндергес. "Халыҡ дошманы”, "вәлидовсы” мөһөрө менән ғүмеренең һуңғы көндәрен үткәргән, әммә диненән ваз кисмәгән ир-уҙаман 1934 йылда Силәбе тарафтарында 48 йәшендә вафат була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ҡайҙа ерләнгәнлеге тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ, тимәк, НКВД архивтарында эҙләнеү талап ителә.

Бар ғүмерен халыҡты уҡымышлы, иманлы итеүгә арнаған, башҡорттарҙың дәүләтселеген булдырыу эшендә фиҙакәрлек күрһәткән, республикабыҙҙың Диниә назаратын төҙөүгә өлгәшкән Мансур Хатип улы Халиҡовтың исемен бысратыу өсөн власть органдары барыһын да эшләй. Әхмәтзәки Вәлиди эҙҙәре һаҡланған Оло Үтәш ауылына ҡара көндәр килә: мәсет тә, мәҙрәсә лә ҡыйратыла, "халыҡ дошмандары” булып танылғандар ауылдан һөрөп ебәрелә.

Өлкәнерәк йәштәге яҡташтарым бөгөн дә хәтерләйҙер әле: заманында "вәлидовщина” менән бер ҡатар "халиковщина” һүҙе лә ишетелеп ҡалғылай ине. Был нәҫелдең тамырҙарын ҡоротоу өсөн партия ҡуштандары ҙур көс һала: Халиҡов фамилиялы ғаиләләр ауылда ҡалмай тиерлек, ҡайһы берҙәре йәһәт кенә фамилияларын Ғариповтарға, Ғәлимовтарға, Шафиҡовтарға алмаштырырға мәжбүр була. Әйткәндәй, күренекле яҙыусы Ғәзим Шафиҡовтың инәһе лә - ошо ауылдыҡы, Мансур Халиҡовтың яҡын туғаны. Ул да, кәмһетелеүҙәрҙән, мыҫҡыл ителеүҙәрҙән биҙрәп, тыуған йортонан бик йәшләй сығып китә. Танылған ғалимә, филология фәндәре докторы, профессор Рәйсә Халиҡованы (1934-2005) республикабыҙҙа яҡшы беләләр. Уның атаһы Хәлил эҙәрлекләүҙәрҙән, яла яғыуҙарҙан ҡотолоу өсөн Үзбәкстанға сығып китә, ҡыҙы шул яҡта – Карши ҡалаһында тыуа. Хәлил Халиҡов данлыҡлы фамилияһын сит тарафтарҙа йәшәп кенә һаҡлап ҡалыуға ирешә. СССР-ҙа репрессия дауылы туҡтағас, ул ғаиләһе менән Башҡортостанға ҡайтып төпләнә. Бына ниндәй ауыр һынауҙар үткәрергә, оло ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙар, рухи кәмһетелеүҙәр кисерергә тура килгән халҡыбыҙға ҡәһәрле золом йылдарында...

Әммә алтынға нәжес йоҡмай, тиҙәр бит. 1991 йылдың 30 сентябрендә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән фажиғәле яҙмышҡа дусар булған Мансур Хатип улы Халиҡовтың исеме аҡлана. Шул уҡ йылдың декабрендә Красноусолдың төп мәҙәниәт һарайында – элекке Ленин исемендәге клубта – беҙгә, бер төркөм зыялыларға, уның тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһен үткәреү насип булды. Йыйында Өфө ҡунаҡтары - дин әһеленең ҡыҙы Фәүзиә (ул иҫән әле, быйыл 90 йәшен тултырҙы), ейәнсәре Ғәлиә һәм башҡа яҡын туғандары, ғалимдар, яҙыусылар ҡатнашты.

Шуныһы һөйөнөслө: 2002 йылда Оло Үтәштә элекке мәсет урынында, Халиҡовтарҙың рухын шатландырып, күркәм иман йорто пәйҙә булды. Был изге эште затлы нәҫел тоҡомдары - Өфөлә йәшәгән Нәүфилә Зыязетдин ҡыҙы улдары Рияз һәм Илдар менән бергәләп атҡарып сыҡты. 17 декабрҙә нәҡ ошо ҡотло, иманлы ерҙә Мансур Халиҡовтың 130 йыллығына арналған йыйын үтәсәк, унда мөфтөйҙөң ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүлә-бүләсәрҙәре лә ҡатнашасаҡ.

Республикабыҙҙа әле Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына әҙерлек киң ҡолас алды. Ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы "100 йыллыҡҡа - 100 шәхес” исемлеген әҙерләү проекты ла дәррәү йәйелдерелде. Тарихта тороп ҡаласаҡ был мәртәбәле йылъяҙмала БАССР-ҙың тәүге мөфтөйө, дәүләтселегебеҙҙең нигеҙ таштарын һалған ҡаһарман эшмәкәрҙәрҙең береһе Мансур Хатип улы Халиҡовтың исеме мотлаҡ сағылыш табыр, тип ышанабыҙ. Бынан тыш, яҡын йылдарҙа Красноусолда арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ – сәсән, мәғрифәтсе Вәлиулла Ҡоломбәтов, дин әһеле, мәғрифәтсе Мансур Халиҡов, академик Нияз Мәжитов һәм башҡаларҙың - исеме менән аталған урамдар ҙа барлыҡҡа килер әле. Башҡортостаныбыҙҙың рухи-мәҙәни һәм фәнни үҫешенә тос өлөш индергән бындай олуғ шәхестәр менән ғорурланмау мөмкин түгел - тимәк, уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе бөгөндән хәстәрләргә кәрәк.
Читайте нас: