+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2016, 20:11

Башҡорттар ҡорға йыйылды

7 декабрҙә район мәҙәниәт һарайында район башҡорттары ҡоролтайы булып үтте.

өп доклад менән район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Әхмәтша ҡыҙы Шаһиева сығыш яһаны. Шулай уҡ Юлыҡ, Имәндәш, Сәйетбаба ауылдары башҡорттары ҡоролтайы рәйестәре Рәхимйән Шакирйән улы Юлыҡов, Салауат Ғәббәс улы Түзбәков, Закир Вәлиулла улы Ишмырҙин, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Райфат Рәжәп улы Әбелғужин, "Батыр” хәрби клубы етәксеһе Илдар Зинфир улы Абыҙгилдин, Чечен һуғышы ветераны Илфат Ваһапов, Һабай ауылынан мәғариф ветераны Рәсүл Солтангәрәй улы Басиров һ.б.-лар һөйләне.

Артабан көн тәртибе буйынса ра-йон башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының 15 кешенән торған яңы ағзалары һайланды. Һуңынан ошо башҡарма комитет ағзалары араһынан яңы рәйес һайлау булды. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе итеп район мәғариф бүлеге методисы, район Советы депутаты Айҙар Айрат улы Рафиҡов һайлап ҡуйылды.

Ҡоролтай хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән гәзитебеҙҙең киләһе һанында таныштырырбыҙ.
Читайте нас: