-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2016, 20:17

Эшең булыуға ни етә...

Яңы йылдан Халыҡ мәшғүллеге үҙәге йүнәлешендә үҙгәрештәр көтөлә: республикала был өлкәлә үҙгәртеп ҡороуҙар башланды.

- Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, төбәктә 10 эреләтелгән Мәшғүллек үҙәктәре барлыҡҡа килеп, улар территориаль принциптан сығып район-ара тип аталасаҡ. Ә беҙ Көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәгенә ҡараясаҡбыҙ - ул Стәрлетамаҡ ҡалаһы Халыҡ мәшғүллеге үҙәге базаһында урынлашҡан. Әлегә мәшғүллек үҙәктәре аныҡ ҡына нисек аталасаҡ – филиалдармы йәки бүлектәрме ул, билдәһеҙ, әммә эшебеҙҙең асылы элеккесә ҡала, бөтөн функциялар ҙа һаҡланасаҡ. Тимәк, хеҙмәткәрҙәребеҙ элеккесә эшһеҙҙәр һәм эш биреүселәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәсәк. Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренең хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән файҙаланылған һөнәрҙәргә уҡытыу һәм яңыларына ҡайтанан уҡытыу, хеҙмәт урындары мониторингы, квалификация күтәреү кеүек һәм башҡа эшмәкәрлектәре һаҡлана, йәғни үҙгәрешһеҙ ҡала. Был тәңгәлдә борсолорға кәрәкмәй. Беҙ хеҙмәткәрҙәребеҙҙең барыһын да һаҡлап ҡалырға тырыштыҡ, бары тик бухгалтерияны ғына үҙәкләштерҙеләр.

2016 йылдың ғинуар-октябрь айындағы эшмәкәрлегебеҙгә йомғаҡ яһарға мөмкин. 10 ай арауығында Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә 713 кеше мөрәжәғәт итеп, шуларҙың 319-ы эшһеҙ тип танылды. 99 эш биреүсе 819 вакантлы эш урындары тәҡдим итте. Ошо осорҙа 564 кеше эш урындары менән тәьмин ителде. Хатта Алыҫ Себер тарафтарына эшкә урынлаштырыу мөмкинлеге лә бар. Ундағы предприятиелар менән килешеү нигеҙендә эшкә урынлаштырыу агентлыҡтары менән бәйләнешкә инеп, теләгәндәрҙе эшкә ебәрәбеҙ. 9 ай арауығында 19 эшһеҙ граждан райондан ситтә эш урындары менән тәьмин ителде. Шулай уҡ эш таба алмаған 12 гражданға эшкә урынлашыуға ярҙам ҡулы һуҙылды. Ә төп программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә матди ярҙам күрһәтеп 66 кеше йәмәғәт эштәренә йәлеп ителде.

Эшһеҙ граждандарҙы үҙ теләктәре буйынса төрлө һөнәрҙәргә уҡытыу һәм белемен камиллаштырыу йәһәтенән дә эш алып барыла. Был хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеүгә булышлыҡ итә. Йыл башынан уҡыу курстарына 46 граждан (план 42 ине) йүнәлтелде. Был йәһәттән 287 мең суммаға иҫәпләнгән йыллыҡ лимит үҙләштерелде. Уҡырға ебәреүселәр араһында сабыйҙарын ҡарау буйынса декрет ялында булған 3 ҡатын-ҡыҙ һәм яңы эш үҙләштерергә теләгән бер пенсионер бар. Дәүләт заданиеһы буйынса аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙар һатыусыһына – 14, ҡаҙанлыҡ операторына – 2, ашнаҡсыға – 9, парикмахерға – 4, электрогазосварщикҡа – 3, бухгалтер иҫәбенә - 4, ҡарауылсыға – 2, секретарь-референтҡа – 1, сәнәғәт һәм башҡа предприятиелар медпунктына медбрат – 2, терапия бүлегенә медик һәм КИПиА слесарына – 1-әр, ауыл хужалығында тракторсы-машинист һөнәренә 2 кешене уҡытып сығарыуға өлгәштек.

Ошолар менән бәйле, шуны һыҙыҡ өҫтөнә алып үтергә кәрәк, Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ҡыҫҡа ваҡытта һәм юғары һөнәри кимәлдә яңы һөнәр (специальность) алыу мөмкинлеген тәҡдим итә. Беҙҙең йүнәлеш буйынса уҡыу түләүһеҙ, уны тамамлаусыға дәүләт өлгөһөндәге диплом бирелә.

Беҙ шулай уҡ профориентация буйынса дәүләт хеҙмәттәре күрһәтәбеҙ. Уның менән 480 эшһеҙ граждан, шул иҫәптән 343 дөйөм белем биреү учреждениеһы уҡыусыһы һәм һөнәри уҡыуға йүнәлтеләсәк 46 эшһеҙ граждан файҙаланды. Социаль адаптация буйынса – 49, психологик ярҙам буйынса 30 кеше дәүләт хеҙмәте алды. Мобиль офис базаһында 303 дәүләт ярҙамы күрһәтелде.

Шулай уҡ 66 кеше менән йәмәғәт эштәренә килешеүҙәр төҙөшөлдө. Хеҙмәткәрҙәребеҙ тарафынан башҡарылған төп эштәр нигеҙҙә ошолар.

Индира ИШКИНА

яҙып алды.
Читайте нас: