+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2016, 20:22

Эште йәнләндереп – тормошто йәмләндереп

Был юлы Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йорто шау-гөр килеп бәләкәйерәк бер йыйын майҙанын хәтерләтте. Ауыл халҡын, саҡырылған ҡунаҡтарҙы һый-хөрмәттән һығылып торған сәй табыны ҡаршы алды.

Архангел районы Абзан мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең ҡул арты еңел булды, күп тә үтмәне Имәндәш ауылы "Ағинәйҙәр” клубы ойошмаһы ҡатын-ҡыҙҙары, Әсә көнөнә ҡарата килеп, үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Дуҫ-иштәр, таныш-белештәр күреп, яңы танышлыҡтар булдырып, иҫтәлеккә фото-рәсемдәргә төшөп, күңелдәр күтәрелеп ҡалды был күркәм мәҙәни сарала.

Үткәрелгән кисәне тағы ла мәртәбәлерәк итеп, район "Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Монасипова, мосолман ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын әйҙәүсе Ғәлиә Ғәли ҡыҙы Рахманғолова, Родина ауылы старостаһы Фәүзиә Ҡотлогилдина ҡатнашты. Сәхнә түренә күтәрелеп улар кәңәштәрен бирҙе, әсәләрҙе данлап, изге ғәмәлдәр ҡылырға өндәне, шиғри күстәнәстәрен бүләк итте.

Имәндәш ауылы "Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары үҙҙәренең эш тәжрибәһе, алдағы пландары, әүҙем эшмәкәрлектәре менән таныштырып үтте. "Май сүлмәге тышынан билдәле” тигәндәй, тышҡы ҡиәфәттәренән үк, зауыҡлы, килешле кейемдәре, баштарына ябынған яулыҡтарына ҡәҙәр уларҙың инсафлы, тыйнаҡ ағинәйҙәр икәнлеге күренеп тора ине. Матур йөкмәткеле йырҙары, өҙә баҫып бейеүҙәре тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле, фәһем алырлыҡ булды. Етәкселәре эшләгән эштәренә байҡау яһап:

- Ислам дине өйрәткәнсә йәшәү рәүеше алып барырға тырышабыҙ. Үҙебеҙ өлгө күрһәтеп, иман юлын һайлап, күптәребеҙ намаҙға баҫтыҡ, ауылда әхлаҡ-әҙәп ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ярҙам итеп йәшәйбеҙ. Ҡул эштәре менән шөғөлләнәбеҙ. Әле бына түшелдеректәр тегәбеҙ, иң матур ҡул оҫталарының эшен күргәҙмәгә килтерҙек, - тип бәйән итте.

Эйе, ысынлап та, ауыл хакимиәте эргәһендәге йәмәғәт ойошмаларының: ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар, ауыл старосталарының, "Ағинәйҙәр” клубы ағзаларының эшмәкәрлеге, тәрбиәүи эш алып барыуҙарының әһәмиәте бик ҙур.

Ауылы-ауылы менән эскеселектән баш тарталар, кеше ғүмерҙәрен ҡыйыусы ағыулы эсемлектәр һатмайҙар, тәртип-әхлаҡ ҡағиҙәләрен боҙмайҙар, бер-береһе менән дуҫ-татыу йәшәйҙәр, яҡшылыҡ орлоҡтары сәсәләр.

- Беҙҙең бөгөнгө мәҙәни сараның да маҡсаты - эшләгән йәмәғәт ойошмалары башланғысынан өлгө алып, эште йәнләндереп, тормошобоҙҙо йәмләндереп ебәреү ине, - тип мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе Рәүилә Килмөхәмәтова үҙенең сығышында еҙемҡарандарға мөрәжәғәт итте.

Билдәле булыуынса, элегерәк ауылыбыҙҙа иптәштәр суды ойошмаһы бик матур эшләп килде. Ҡатын-ҡыҙҙар советы әүҙемлек күрһәтеп, осрашыуҙар, конкурстар үткәрҙе. Ветерандар советы ла әүҙемлек күрһәтте, ололарға ихтирамын йәлләмәне. Ололарға ғына түгел, йәш бы-уынды тәрбиәләүҙә ярҙам күрһәттеләр, булыштылар. Ауыл халҡы уларҙың эштәренән ҡәнәғәт ҡалып, яңы һайланғандарға уңыштар теләп таралышты фәһемле саранан. Был хаҡта ошондай шиғри юлдар менән әйтке килә:

Яуа ҡарҙар, яуа ҡарҙар,

Йәмләндереп тыштарҙы.

Бергәләшеп эш башлаһаҡ,

Көттөрмәҫ уңыштары.

Тормошто йәмләндереп,

Эштәрҙе йәнләндереп,

Йәшәйек, дуҫтар, гөрләшеп,

Ил-көнгә кәрәк булып!
Читайте нас: