Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2016, 20:19

Ир-егеттең йәшен һорамайҙар

Район эске эштәр бүлегенең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы Жәлил Әнүәр улы Ғәйнуллин (һүрәттә) ошо көндәрҙә алтын юбилейын билдәләй.

тамамлағас, ике класташы менән Өфөгә, Башҡортостан ауыл хужалығы институтына (хәҙерге Аграр университет) уҡырға юллана. Был уҡыу йортоноң ауыл хужалығын механизациялау бүлеге студенты булып киткән егет тырышып белем серҙәренә төшөнә. Студент йылдары һиҙелмәйсә тиҙүк үтеп китә, инженер-механик һөнәренә уҡып, юғары белемгә эйә булған йәш белгес йүнәлтмә буйынса районыбыҙҙың элекке "Россия” колхозына эшкә ебәрелә. Башта әйткәнемсә, класташтары, институтта төркөмдәштәре булған Нәжип Мәжит улы Хисаметдинов тыуған ауылына, элекке "Ленинизм” колхозына (хәҙер ул "Урожай” КХ-һы етәксеһе), ә Фәрит Әминев – Еҙем-Ҡаранға, М.Ғафури исемендәге хужалыҡҡа эшкә ҡайта.

Ж.Ғәйнуллин колхозда баш инженер йөгөн тарта. Буруновкала эшләй һәм йәшәй. Ошо йылдарҙа Бурлы ауылы һылыуы Гүзәлиә менән яҙмыштарын бергә бәйләй. 7 йыл эшләп, хеҙмәт сынығыуы алған, үҙ эшенең нескәлектәрен ныҡлы белгән Жәлил Ғәйнуллин ғаиләһе менән Красноусолға күсергә ҡарар итә. Бында инде оҙаҡ уйлап тормай, һөнәре техника менән бәйле булғанлыҡтан, автоинспекцияға эшкә килә. Район дәүләт автоинспекцияһында (ДАИ) административ практика буйынса инспектор, өлкән дәүләт автоинспекторы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Ошо йылдар арауығында тәжрибә туплап, бар булмышын яратып башлаған һөнәренә бағышлаған, талапсан, ғәҙел хеҙмәткәр коллективта үҙ урынын таба, коллегалары араһында абруй яулай. Һәм Жәлил Әнүәр улы етәкселек вазифаһына күсерелә. Полиция майоры Ж.Ғәйнуллин 10 йыл инде ЮХХДИ бүлексәһенә етәкселек итә. Бөгөн бүлексә республикала алдынғылар иҫәбендә.

Халыҡта "Ирмен тигән ир кешегә үҙ ғүмерендә ағас ултыртырға, өй һалырға, ул үҫтерергә кәрәк” тигән үҙенсәлекле әйтем йәшәй. Был тәңгәлдә Жәлил Ғәйнуллин һынатмай. Өйөн дә һалған, тормош юлдашы Гүзәлиә Тәлғәт ҡыҙы менән бер түгел 2 ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкәне Илшат Өфө дәүләт авиация-техник университетында уҡығанда хәрби кафедра тамамлап, инженер дипломы менән бергә лейтенант погондары алып сыға. Бөгөн ул Рәсәй Армияһының хәрби авиация көстәрендә хеҙмәт итә, өйләнгән. Бәләкәстәре Илназ Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә 9-сы класта белем ала. Ул атаһының юлын дауам

итмәксе.

Бына шулай абруй ҡаҙанған етәксе, өлгөлө ғаилә башлығы Ж.Ғәйнуллин алтын юбилейын һәр йәһәттән уңыштар менән ҡаршылай. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа Жәлил Әнүәр улын юбилейы менән ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, еңел булмаған яуаплы эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: