+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2016, 20:40

Кино йылына йомғаҡ яһалды

Йәмғиәтебеҙҙең көҙгөһө булған мәҙәниәттең, сәнғәттең, шул иҫәптән кино сәнғәтенең дә тәрбиәүи, әхлаҡи ролен арттырыу өсөн илебеҙҙә иғлан ителгән Рәсәй киноһы йылы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды.

Районда Кино йылын ябыу тантанаһы 8 декабрҙә мәҙәниәт һарайында үтте. Күркәм йола буйынса, сара райондың бар мәҙәниәт йорттары, китапханалары әҙерләгән бай йөкмәткеле күргәҙмә менән башланды. Төп иғтибарҙы, тәү сиратта, зал уртаһындағы кино күрһәтеү ҡоролмалары йыйылмаһы йәлеп итте. Бында төрлө йылдарҙа сығарылған (1975 йылдан алып 1986 йылғыға тиклем) киноаппаратураны, кинокассеталарҙы һаҡлай торған кинобанкаларҙы, өҙөлгән таҫмаларҙы ялғай торған ҡоролманы һәм башҡа бик күп тарихи әйберҙәрҙе Яңғыҙҡайын, Буруновка, Еҙем-Ҡаран ауылдарынан килтергәндәр. Был күргәҙмә бигерәк тә сараға килгән Красноусолдың 2, 3-сө мәктәптәре уҡыусыла-ры өсөн ҡыҙыҡлы булды. Артабан улар КБГИ-ның 11-се класс уҡыусылары күрһәткән кино төшөрөү серҙәрен ҡараны. Үҙәк ра-йон китапханаһы хеҙмәткәре Е.Сәмиғуллина үткәргән йәнһүрәттәр тураһында викторинала ла әүҙем ҡатнашты балалар. Әйткәндәй, улар ҙа был сараға төрлө йәнһүрәт, кино геройҙары булып кейенеп килгәйне.

Күргәҙмәлә шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең күҙ яуын алырлыҡ ҡул эштәренән тыш, йыл һуҙымында башҡарған ижади эштәрен, үткәрелгән мәҙәни сараларын сағылдырылған кино таҫмалар ҡуйылғайны. Алдан иғлан ителгәнсә, һәр ауыл клубы ниндәй ҙә булһа кино йәки йәнһүрәт геройын кәүҙәләндергән бер нисә костюм әҙерләп килтергән. Район китапханаһының балалар бүлеге әҙерләгән «Китап геройҙары - экранда», киләһе Экология йылына арналған «Тәбиғәттең йәме беҙҙең ҡулда» тигән тематик күргәҙмәләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Улар араһында өс мушкетер, Шерлок Холмс менән Доктор Ватсон, Мальвина менән Буратино һ.б. бар ине.

Сараның тамаша залында дауам иткән икенсе өлөшөндә тәүге һүҙ менән район Советы рәйесе Зөлфәр Мәғәсүм улы Хафизов сығыш яһап, йыл һуҙымында уңыштарға өлгәшкән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәре әйтте. Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән Табын ауыл мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе Н. Хәбибуллинаны Маҡтау грамотаһы менән буләкләне. Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Эльвира Нурислам ҡыҙы Насирова Башҡортостан кинематографистар союзы рәйесе Ф.Ф.Ғәбитовтың ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе, йыл йомғаҡтары буйынса емешле эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе, коллективтарҙы билдәләне. Кинематографистар союзының Маҡтау грамоталарын Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто коллективына, район китапханаһы хеҙмәткәре Е.Сәмиғуллинаға, Рәхмәт хаттарын район мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе Е.Рябоваға, тынлы оркестр етәксеһе С.Князевҡа тапшырҙы. Шулай уҡ «Башҡорт киноуикенды» конкурсына йомғаҡ яһап, 1-се урынды алған Еҙем-Ҡаран, 2-се урынды алған Ҡауарҙы, 3-сө урынды яулаған Сәйетбаба һәм Үзбәк мәҙәниәт йорттарына грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр бирҙе. Кинотаҫмалар конкурсында 1-се урынды - Игенйылға, 2-сене – Толпар, 3-сөнө Мораҡ ауыл клубтары алды. Сарала Өфө ҡалаһында Кино йылын асыуға арналған тантанала уңышлы сығыш яһаған Чарли Чаплин образындағы балаларға ла Кинематографистар союзының приздары, бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, коллективтарға район мәҙәниәт бүлегенең Маҡтау грамоталары тапшырылды. Шулай уҡ күргәҙмәләр араһында 1-се урынды алған Ҡаранйылға ауыл клубы, 2-сене яулаған район китапханаһы, 3-сө урынды алған Бурлы моделле китапханаһы тәбрикләнде. Еҙем-Ҡарандан А.Сөләймәнова «Кружева» күргәҙмәһе өсөн Рәхмәт хаты алды. Шундай уҡ Рәхмәт хаты менән 55 йәшлек юбилейын билдәләгән Ташбүкән ауыл клубы художество етәксеһе З.Р.Кәримова ла бүләкләнде. Артабан тамашасылар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең төрлө кинофильмдарҙан алынған сағыу музыкаль номерҙарын ҡараны. Иң һуңғы «Кино геройы» конкурсына ла ҡатнашыусылар ентек-ле әҙерләнгән. Улар һәр береһе сәхнәлә үҙ һөнәрҙәрен, кейемдәрен күрһәтте. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса 1-се урын - Табын, 2-се – Родина, 3-сө урын Аҡкүл клубтарына бирелде. Кино йылын йомғаҡлау сараһы аҙағында киләһе Экология йылына бағышлап, ағас орлоҡтары ултыртыу акцияһы үткәрелде.
Читайте нас: