-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2016, 20:38

Луганск балаларына Яңы йыл бүләктәре

БР "Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр ветерандары Союзы” Төбәк йәмәғәт ойошмаһы Луганск Республикаһы халҡына сираттағы гуманитар ярҙам йыйыуҙы иғлан итә.

Ул 16 декабргә тиклем БР "БХХВС” Төбәк йәмәғәт ойошмаһы офисында (Өфө ҡалаһы, Интернационал урамы, 1-се һанлы йорт) ойошторола.

Ҡабул ителә: аҙыҡ-түлек (ярмалар, макарон изделиелары, он, сохари, печенье, шәкәр һ.б.-лар ҡаптарҙа; төҙөлөш материалдары, яңы йылы өҫ кейемдәре, спорт кәрәк-яраҡтары; балалар аҙыҡтары, Яңы йыл бүләктәре, уйынсыҡтары, кәнсәләр тауарҙары (дәфтәрҙәр, китаптар, ручкалар, буяуҙар, кисточкалар, һүрәт төшөрөү өсөн альбомдар, скрепкалар һ.б.); шулай уҡ финанс ярҙамы – Рәсәй Һаҡлыҡ банкының теләһә ҡайһы бүлексәһенән иҫәп-хисап номерҙарына – 40703810106000001057, ИНН 0274900042, БИК 048073601, кор.счет 30101810300000000601 "Луганскиға хәйриә ярҙамы” тигән билдә булырға те-йеш.

Әгәр ҙә үҙегеҙ килә алмайһығыҙ икән, БР "БХХВС” Төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәп улы Рәжәповҡа шылтыратырға мөмкин (тел. 8-917-405-00-64, эл. почта: [email protected].).
Читайте нас в