-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2016, 20:59

Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы ҡарары

Ҡарар 2016 йылдың 7 декабрендә Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайында ҡабул ителде.

1. Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының отчет осорондағы эшен ҡәнәғәтләнepлeк тип танырға.

2. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Уставына ярашлы, Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яңы составының эшләү мөҙҙәтен БДБҠ-ның V съезына тиклем билдәләргә, йылына бер тапҡыр ҡоролтай, айына кәм тигәндә бер башҡарма комитет ултырышын уҙғарыуҙы тәьмин итергә.

3. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яңы составына өлгәшелгәндәрҙе тәнҡит күҙлегенән ҡарап сығырға, яңы осорға башҡарып сығырҙай, аныҡ эш планын әҙерләргә һәм тормошҡа ашырырға; үҙ эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, уның даими комиссиялары менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырырға.

4. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының район ауылдарында ҡоролтайҙың тәүге ойошмаларын булдырыуҙы, уларҙың әүҙем эшләүенә өлгәшеүҙе төп бурысы тип иҫәпләргә, урындағы ҡоролтайҙарға ярҙам итеү маҡсатында paйон ауылдарыңда башҡарма комитеттың күсмә ултырыштарын уҙғарыуҙы тәьмин итергә.

5. Районыбыҙҙа милләт-ара татыулыҡты нығытыуға, берҙәмлекте көсәйтеүгә йүнәлтелгән сараларҙы даими уҙғарырға, был маҡсатта башҡа милләт ойошмалары менән бәйләнеште нығытырға, мәҙәни сараларҙың йоғонтололоғон арттырыуға өлгәшергә.

6. Халыҡ араһында эскелеккә, наркоманияға ҡаршы тәрбиәүи саралар уҙғарыу, райондағы демографик хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеү осөн ғаилә институтын нығытыу, йәштәрҙең ныҡлы ғаилә ҡороуына булышлыҡ итеү менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнергә. Был маҡсатта район

хакимиәте янындағы даими комиссиялар, Ағинәйҙәр ҡоро менән даими хеҙмәттәшлек итергә.

7. Оптималләштереүгә һылтанып, төптән уйланып етелмәгән ҡарарҙар нигеҙендә районыбыҙҙа күпләп ябылған ауыл мәктәптәренең яҙмышына битараф ҡалмай, мөмкин булғанса уларҙы кире астырыу сараһын күрергә, был тәңгәлдә ауыл халҡының сходтарының законлы хоҡуҡтарын өҫтөнлөклө файҙаланырға.

8. Район мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеүҙе ойоштороуға булышлыҡ итергә, ата-әсәләр араһында аңлатыу эшен көсәйтергә, башҡорт төркөмдәренә, кластарына башҡорт балаларын, башҡорт телен үҙләштерерҙәй балаларҙы туплауға өлгәшергә.

9. Красноусол башҡорт гимназияһының абруйын тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреүгә булышлыҡ итергә, уны уҡыусылар менән комплектлауҙы тик һәләтле балалар иҫәбенә генә башҡарырға; эргә-тирәлә ябылған мәктәптәр уҡыусылары өсөн Красноусол мәктәптәренең береһендә яңы интернат асып, шунда уҡытыуҙы ойошторорға. Гимназияны башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын төплө белгән уҡытыусы-тәрбиәселәр менән тәьмин итеүҙе талап итергә.

10. Районыбыҙҙан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереүгә ҙур иғтибар бүлергә; Красноусол ауылында барлыҡҡа килгән яңы урамдарға сәсән, мәғрифәтсе Вәлиулла Ҡоломбәтовтың һәм башҡаларҙың исемдәрен, ә Красноусол башҡорт гимназияһына данлы яҡташыбыҙ Нияз Мәжитовтың исемен биреүҙе юлларға.

11. Өфөлә эшләп килгән "Табын" яҡташтар клубының эшен йәнләндереүгә булышлыҡ итергә; клуб ағзаларының районыбыҙҙа уҙғарылған барлыҡ мәҙәни-спорт сараларына йәлеп итергә, улар менән берлектә 2017 йылда уҙғарылған Табын ҡәбиләһе ҡорона әҙерлек эштәрен йәйелдерергә; был ҡорҙа Кесе, Кәлсер, Дыуан Табындарҙың әүҙем ҡатнашыуына өлгәшергә.

12. Халҡыбыҙ араһында милли баҫмаларға яҙылыу кампанияһын ойоштороуға булышлыҡ итергә; районыбыҙҙа сыҡҡан "Табын" гәзитенә яҙылыуҙы һәр башҡорт ғаиләһенең мөҡәддәс бурысы тип иҫәпләргә.

13. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын рәсми билдәләү сараларында ла әүҙем ҡатнашырға, данлы 100 шәхес исемлегенә үҙ яҡташтарыбыҙҙы ҡыйыуҙы тәҡдим итергә, был маҡсатта районыбыҙҙың 100 иң сағыу шәхесен билдәләү буйынса конкурс уҙғарырға.

14. Башҡорт ауылдарында мәхәлләләр ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашырға, мәсеттәрҙе Башҡортостан Диниә назаратында һәм дәүләт органдарында теркәүгә булышлыҡ итергә; халыҡты, йәштәрҙе, үҫеп килеүсе йәш быуынды тәрбиәләүҙә Ислам динен, дини тәғлимәттең мөмкинлектәрен киңерәк файҙаланырға, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тәрбиәүи маҡсатта файҙаланырға, киңерәк пропагандаларға.

15. Халҡыбыҙ араһында эшҡыуарлыҡты, кәсепселекте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирергә; Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетынан иҡтисад белгестәрен, республикабыҙ баҫмаларында даими сығыш яһаусы милләттәштәребеҙҙе саҡырып, ра-йон күләмендә махсус семинарҙар уҙғарыуҙы ғәмәлгә ашырырға, ауылдарҙа агро һәм этнотуризм башланғыстарын хупларға, милли кәсепселекте тергеҙеүселәргә ярҙам итергә. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының эргәһендә белгестәр ярҙамында эшҡыуарлыҡ буйынса консультатив үҙәк ойошторорға.

16. "Сәйетбаба" республика тарихи-мәҙәни үҙәк эшен яйға һалыуға булышлыҡ итергә; Халыҡтар дуҫлығы йортонан үҙәктең матди базаһын нығытыуға, этно-мәҙәни һәм башҡа төрлө йүнәлештәге экскурсиялар ойоштороу, туризм төрҙәрен тәҡдим итерлек штаттар булдырыуҙы һорарға, булған мөмкинлектәрҙе тулыраҡ файҙаланыу өсөн тейешле шарттар булдырыуҙы талап итергә.

17. Йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙе йәнләндереү маҡсатында үҙен һәр яҡлап аҡлаған "Батыр" клубының тәжрибәһен өйрәнергә һәм киң йәйелдерергә, ауылдарҙа уның терәк ойошмаларын булдырырға. Ватан һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы, локаль конфликттарҙың тарихын төплө өйрәнергә, уларҙың геройҙарының исемдәрен мәңгеләштереүҙе дауам итергә; урындарҙа һәм район үҙәгендә булдырылған монументтарҙы, обелисктарҙы даими күҙәтеү аҫтына алырға, уларға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә.

Ҡарар 2016 йылдың 7 декабрендә Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайында ҡабул ителде.
Читайте нас: