+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2016, 21:19

Бурыстары - халыҡты хеҙмәтләндереү

22 декабрҙә Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

- Фәнил Рим улы, һеҙҙең хеҙмәт бик тә мөһим, шулай уҡ ҙур яуаплылыҡ һәм теүәллекте талап итә…

- Ысынлап та, беҙҙең иңгә иң мөһим бурыстар һалынған, ғөмүмән, беҙҙең эшмәкәрлекте баһалауы ла ауыр. Эшебеҙ тынғыһыҙ, тығыҙ, бер минутҡа ла туҡталмай, тиһәң дә хата булмаҫ. Йыш ҡына хатта ял көндәрендә лә эшләргә мәжбүрбеҙ. Төрлө директивалар, документтар һәм ҡарарҙар, яңылыҡтар иғтибар менән өйрәнеүҙе талап итә. Төрлө кимәлдәге түләүҙәрҙе иҫәпкә индереү, билдәләү, индексациялауға күп көс һәм ваҡыт сарыф ителә. Ә төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүсе граждандарҙың уғата күп булыуы эшебеҙгә тағы ла көсөргәнеш өҫтәй. Бынан инде һәр бер хеҙмәткәрҙең иңенә йәнә әллә күпме мәшәҡәт һалына. Шуға ла беҙҙең эшмәкәрлекте күңелһеҙ тип әйтеп булмай, коллектив эш сәғәте бөткәнсе башкөллө эш менән мәшғүл.

- Йылына күпме клиентты хеҙмәтләндерәһегеҙ, улар пенсионерҙар һәм эш биреүселәр генә түгел бит инде?

- Пенсионерҙар 10144 кеше булһа, бынан тыш, билдәле булыуынса, беҙ әсәлек капиталы алыуға хоҡуғы булғандар (ундайҙар – 2762), шулай уҡ эшҡыуарҙар, төрлө ойошмалар – түләүселәр һәм страховкалаусылар һәм башҡа кешеләр менән эшләйбеҙ.

Ағымдағы йылда хеҙмәт пенсияларын 4 процентҡа индексацияланыҡ, шундай уҡ эште дәүләт тәьминәтендәге пенсиялар буйынса (индексация шулай уҡ 4 процент тәшкил итте) һәм ай һайын аҡсалата түләүҙәр күләме (индексация 7 процент булды) буйынса уҙғарҙыҡ.

Ошондай эште башҡарып, ағымдағы бурыстарҙы тормошҡа ашырып, 2017 йылға пландар ҡорабыҙ. 2017 йылдың 1 февраленән хеҙмәт пенсиялары күләмен 5,8 процентҡа арттырыу күҙаллана, шулай уҡ 2017 йылдың 1 апреленән дәүләт тәьминәтендәге пенсияларҙы 2,6 процентҡа һәм ай һайын аҡсалата түләүҙәрҙе 5,8 процентҡа арттырыу көтөлә.

- Башта әйтеүегеҙсә, көн һайын һеҙгә әллә күпме кеше мөрәжәғәт итә, уларҙың талаптарына яуап бирергә өлгөрәһегеҙме?

- Йыл буйына граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡабул итеү йәһәтенән беҙҙең клиенттар хеҙмәте белгестәре ҙур эш башҡарҙы. Улар тарафынан һәр береһе теркәлә барҙы. 1 декабргә ҡарата мөрәжәғәттәр һаны 14669 тәшкил итте. Быны был хеҙмәттең емешле эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе, белгестәрҙең һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы тип билдәләргә кәрәк. Белгестәр клиенттар менән һәйбәт мөғәмәләлә булып, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашалар, аралашыусандар һәм изге күңеллеләр. Эшмәкәрлегебеҙҙәге яңылыҡтарға килгәндә, граждандарға пенсия тәғәйенләү һәм түләү мәсьәләләре буйынса ғаризаларҙы электрон формала Интернет, шул иҫәптән дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү сайты аша биреү мөмкинлеге бар. Бынан тыш, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, ғаризаны үҙеңдең эш биреүсең һәм шулай уҡ электрон формала бирергә мөмкин.

- Һөнәри байрамығыҙҙа коллективығыҙға теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?

- Беҙҙең Пенсия фонды коллективы үҙенең бурыстарын сифатлы һәм бер төптән башҡара. Коллектив тотороҡло, татыу һәм берҙәм, бер-береһенә ярҙамлашып, иғтибар һәм ихтирам күрһәтеп эшләйҙәр. Улар ҙур эш алып баралар, ә иң мөһиме, тырышлыҡтарының һөҙөмтәһе күренә. Һәр береһен һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым һәм өлгәшелгәндәр менән генә сикләнмәй, артабан да уңыштар теләйем.

- Әңгәмә өсөн рәхмәт. Беҙҙең ҡотлауҙарыбыҙҙы ла ҡабул итегеҙ.
Читайте нас: