-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2016, 21:16

Илен данлар ил улы

Быйылғы йыл күренекле яҡташтарыбыҙҙың юбилейҙарына бай булды.

Юбилярҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Р.Й.Салауатов ҡотланы һәм Ғафури районының Почетлы гражданины тигән маҡтаулы исем бирелеүен әйтеп, миҙал һәм таныҡлыҡ тапшырҙы.

Башҡортостандың Халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Ҡәҙим Аралбай ҡәләмдәшен ҡотлап, телмәр тотто.

- Юбилейға килер булғас, -тине ул, - 2 көн буйына Ғиниәт Сафиулла улының китаптарын ҡарап сыҡтым. Бай йөкмәткеле, тәрән фекерле фундаменталь хеҙмәттәрендә арҙаҡлы шағирҙар, мәғрифәтселәр ижадын яҡтыртҡан, уларҙың әҫәрҙәрен тикшереп бик күп монографиялар яҙған ул. Иң күләмлеһе – «ХIХ бы-уатта башҡорт әҙәбиәте» тип аталған ҡалын китапта бик билдәле булмаған шәхестәребеҙ - Әбделмәних Ҡарғалы, Мирсәлих Биксурин һ.б.-ларҙың плеядаһын дауам итеүсе 19-сы быуаттың икенсе яртыһында ижад иткән Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтарҙың ижады анализланып, ҙур эш башҡарылған. Һиңә арнап мәҙхиә яҙҙым әле, - тип яҙыусы: "Ғиниәтулла, көс-ғәйрәтең йәлләмәнең, зиһен һалдың мәғрифәткә, тауҙай хеҙмәтең бар ил алдында,”- тигән юлдарҙы уҡып ишеттерҙе, китаптарын район китапханаһына бүләк итте.

Унан һуң юбилярҙы күренекле әҙибә, С.Юлаев исемендәге премия лауреаты Таңсулпан Ғарипова ҡотланы.

– Ғиниәтулла менән Башҡорт дәүләт университетына бергә имтихан тоттоҡ. Ул ваҡытта 1 урынға 11 кеше дәғүә итә ине. 5 йыл буйы бергә уҡыныҡ. Ул - комсорг, мин профорг булдыҡ. Студент йылдарында уҡ фәнгә ынтылышы көслө ине уның. Үҙ булмышын төрлө яҡҡа сайпылдырмайынса, тулыһынса тик ғилемгә, фәнни эшкә генә бағышланы Ғиниәт Сафиулла улы. Сабырлыҡ, айбарлыҡ теләйем һиңә, - тине әҙибә. Ул да китапханаға үҙенең «Бөйрәкәй» романын тапшырҙы.

Артабан сәхнәгә Өфө ҡунаҡтары – «Башҡортостан» гәзите һәм «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев, «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин күтәрелде. Улар ҙа юбилярҙы ҡотлап матур теләктәрен еткерҙе, үҙенең хеҙмәттәре менән рухи ынйыларҙы халыҡҡа ҡайтарған ил улын биргән Ғафури еренә рәхмәт әйттеләр. Ғалимды тәбрикләргә уның хеҙмәттәштәре – БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультеты деканы Риф Әхмәҙиев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев та килгәйне.

– 2016 йылды үҙебеҙҙең факультетта Ғиниәт Ҡунафин йылы тип иғлан иткәйнек, - тине Риф Барый улы. – Күптән түгел уның юбилейы айҡанлы халыҡ-ара конференция уҙғарҙыҡ, ҙур күләмле йыйынтыҡ сығарҙыҡ. Университетта ул етәкләгән «Башҡорт әҙәбиәте, тарихы һәм мәҙәниәте» кафедраһы иң алдынғылар рәтендә. 25 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп бергә эшләйбеҙ, тағы ла күп йылдар емешле эшләргә яҙһын, - тине декан һәм университет логотибы төшөрөлгән сәғәт бүләк итте.

Зәки Әлибаев та хөрмәтле остазын, уҡытыусыһын, кураторын юбилейы менән ҡотланы, рәхмәт әйтте. Яҙыусылар союзы идараһынан "Талҡаҫ” шифаханаһына путевка тапшырҙы. Юбилярҙы ҡотларға килгән «Красноусол» шифаханаһы вәкилдәре лә Ғиниәт Сафиулла улының шәкерттәре булып сыҡты.

– Киң ҡарашлы ғалим, үткер ҡәләмле публицист, арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың беҙҙең уҡытыусыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ. Яңы бөрөләнгән күңелдәрҙең һулыштарын аңлай белеүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, - тип шифаханаға ял путевкаһы бирҙеләр.

Ҡотлау өсөн һүҙ ауылдаштарына бирелгәс, сәхнәгә Сәйетбаба ауыл хакимиәте башлығы Венер Ҡунафин, башҡорт-тарихи мәҙәни үҙәге рәйесе Рәзим Мәүлетҡолов, ауыл ветерандар советы рәйесе Закир Ишмырҙин күтәрелде. Сәйетбаба ерлегендә тыуып-үҫеп фәндә ҙур бейеклектәргә ирешкән ауылдаштары менән ғорурланыуҙары, уның уҡыған сағында уҡ рәссам да, философ та, ҡасандыр комбайнсы ла булыуы хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләнеләр. Юбилярға һуғылған балаҫ, йүкә балы бүләк иттеләр. Уларҙың сығышы «Асанай» халыҡ фольклор ансамбленең музыкаль күстәнәсе менән тамамланды.

Кисә һуңында Ғиниәт Сафиулла улы сығыш яһап, «Ҡәҙерле яҡташтарым, зиннәтле ваҡытығыҙҙы бүлеп килеүегеҙ, миңә йәшәргә дәрт, эшләргә илһам биргәнегеҙ өсөн рәхмәт. Һәр йорттоң хужаһы була, мин дә район етәкселегенә көтөлмәгән ҡарар сығарып ҙурлағандары өсөн рәхмәтлемен. Фекерҙәштәремә, дуҫтарыма ла рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Йомғаҡлап шуны әйткем килә: башҡорт халҡы – эпослы халыҡ, яҙмалы халыҡ, китаплы халыҡ. Ундай халыҡтар донъяла күп түгел. Ҡол Ғәли, Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич, Мәжит Ғафуриҙарҙы әйтеп тораһы ла түгел. Халҡыма яҙма фекер, китап ҡалдырайым тип көс түккән улар. Фәнгә юл яра башлағандан бирле ошо миссияны мин дә үтәргә тырыштым. Ризаитдин Фәхретдин әйтеүенсә, кешелекте, халыҡты алға алып барыусы ике ҡанат бар. Уларҙың береһе – рухи, икенсеһе матди ҡанат. Йәмғиәт үҫеше өсөн икеһе лә берҙәй булырға тейеш. Әҙәбиәтселәр, ғалимдар ошо баланс-ты тигеҙләй. Ваҡыттың тоталҡаһы юҡ, уның ҡәҙерен белеп, ғүмерегеҙҙе файҙалы итеп үткәрегеҙ,»- тине һәм Красноусол башҡорт гимназияһы һәм район китапханаһына бик күп ғилми хеҙмәттәрен тапшырҙы. Фән күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыған ғалим юбилейына арналған кисәне моңло ҡурай, гармун моңдары, дәртле бейеүҙәр биҙәне.
Читайте нас: