+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2016, 20:56

“Өмөтлө ҡәләм” өмөт осҡоно ҡабыҙа

Ҡыштың сасҡау һыуыҡ көндәренең береһендә Ҡарағай урта мәктәбендә "Өмөтлө ҡәләм” конкурсының йомғаҡлау сараһы үтте.

Был матур сара 2006, 2009, 2014 йылдарҙа әҙибәнең тыуған ауылы Сәйетбабала, бер нисә йыл Красноусол башҡорт гимназия-интернатында һәм райондың башҡа мәктәптәрендә уҙғарылғайны. Ә Ҡарағай урта мәктәбендә тәү башлап үтте. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиҙәр, әммә төйөрө тойолманы. Алдан уҡ шуны әйтергә кәрәк, мәктәп коллективы (директоры Хәмит Әбүзәров) был сараны юғары кимәлдә уҙғарыуға өлгәште.

Гөлнур Яҡупованың ижад юлын сағылдырған бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләгәндәр. Мәктәптең тамаша залы булмағанлыҡтан, сара фойела үтте. Ҙур экранда Гөлнур Миҙхәт ҡыҙының ижад юлы сағылдырылды. Төрлө йылдарҙа ошо мәктәптән "Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһендә төрлө номинацияларҙа һәм төп еңеүселәр булып танылған Артур Юлмөхәмәтов һәм Фируз Шәрәфетдиновтарҙың шиғырҙары күрһәтә барылды. Сараны мәктәптең башланғыс һәм түбән класс уҡыусылары башлап ебәрҙе. Улар Гөлнур Яҡупова шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙеләр. Алып барыусылар – мәктәптең 11-се класс уҡыусылары Азалия Ғәлиәкбәрова менән Наҙгөл Шәрипова бер-бер артлы төрлө номинацияларҙа еңеүселәрҙе түргә саҡырып сығарып торҙо. Еңеүселәрҙең һәр береһе үҙ шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Шулай итеп, номинацияларҙа еңеүселәр тип түбәндәге уҡыусылар танылды:

"Тәбиғәттең һәр миҙгеле аҫыл” номинацияһында – Ҡарағай урта мәктәбенән Юлай Үтәгәнов (6-сы класс, "Көҙ” шиғыры) менән Наҙгөл Дауытова (5-се класс, "Ҡыш” шиғыры);

"Ғаиләм - ҡәлғәм” – Алһыу Кинйәбаева, Толпар мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы, "Туғаным Фаягөл” шиғыры;

"Байрам кәйефе” – Илсур Исхаҡов, Ҡауарҙы урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы, "Яңы йыл байрамында” шиғыры;

"Һаулығың - байлығың” – Юлиә Рамазанова, Яңғыҙҡайын урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы, "Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” шиғыры;

"Иң йәш ижадсы” – Илсур Искәндәров ("Һарыҡай” шиғыры) менән Әмир Кәлимуллин ("Яратҡан бесәйем”), Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусылары;

"Ижадҡа тоғролоҡ” – Азалия Аҙнаева, Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы, "Аҫылбикә” шиғри әкиәте.

Номинацияларҙа еңеүсе-ләргә бүләктәрҙе Ҡарағай ауылынан мәғариф ветераны, үҙе лә ижади күңелле кеше, хәҙер инде шәхси эшҡыуар Миңнира Сәғитова, район мәғариф бүлеге, Ғафури мәғлүмәт үҙәге, район Советы депутаты, район ветеринар станцияһы начальнигы Фаил Зәйнетдинов һәм Сәйетбаба ауылында йәшәп ижад итеүсе яҙыусы, ҡул эштәре оҫтаһы Рәйлә Сабитова әҙерләгән.

- Шағирлыҡ - ул Хоҙай бүләге. Шиғыр яҙған кешенең күңелендә насарлыҡҡа урын ҡалмай. Һеҙ ҙә шиғыр яҙып үҙ күңелегеҙҙе генә байытып ҡалмайһығыҙ, кешеләр күңеленә лә яҡты нур, илаһилыҡ, шатлыҡ өләшәһегеҙ. Һеҙҙең барығыҙ ҙа шағир ҙа булып китмәҫ, әммә әҙәбиәттән бер ҡасан да айырылмаҫһығыҙ, тип ышанам. Әҙәбиәтсе булыу ҙур егәрлелек талап итә. Үҙем тәүге һөнәрем буйынса уҡытыусы, әммә мәктәптә бер йыл да эшләргә тура килмәне. Уҡытыусы булараҡ балалар өсөн күп яҙҙым. Яңыраҡ сыҡҡан китабым да, балалар, нәҡ һеҙгә тәғәйенләнгән - тине үҙ сығышында Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы һәм мәктәп китапханаһына үҙенең өр-яңы китабын бүләк итте.

Ниһайәт, еңеүселәрҙе билдәләр мәл дә етте. Шулай итеп быйылғы "Өмөтлө ҡәләм”дең төп еңеүселәрен атайҙар. Бына улар: 3-сө урында Юлыҡ мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Айгиз Собханғолов. 2-се урынға Родина мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Эльвина Йәрмөхәмәтова лайыҡ булды. Юлыҡ мәктәбенең тағы ла бер уҡыусыһы – Наҙгөл Түзбәкова (5-се класс) хаҡлы рәүештә 1-се урын яуланы. Еңеүселәрҙең өсөһөнә лә Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы аҡсалата премиялар һәм үҙ китаптарып бүләк итте. Шулай итеп, бүләктәр үҙ эйәләрен тапты.

Сарала ҡатнашыусыларҙы район мәғариф бүлеге методисы Әлфиә Шаһиева, "Табын” гәзите мөхәррире Самат Ғәлиуллин, шәхси эшҡыуар Миңнира Сәғитова, яҙыусы Рәйлә Сабитова, мәктәп директоры Хәмит Әбүзәров ҡотлап, үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе. Мәктәп уҡыусыларының концерт номерҙары менән үрелеп барған был матур сара һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Көн һыуыҡ тип тормай, алыҫ араны яҡын итеп килеүселәр был сарала ҡатнашыуҙарына һис үкенмәгәндер, үҙҙәренә илһам, дәрт-дарман алып ҡайтҡандарҙыр тип ышанғы килә.
Читайте нас: