Район Советы белгесе Марсель Йәнмырҙин башҡорттар ҡорон асып, көн тәртибе менән таныштырғандан һуң, һүҙ район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровҡа бирелде. Рәмил Зәкәриә улы район башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне, йыйындың уңышлы үтеүен теләне.
Артабан йыйылыусылар алдында район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Әхмәтша ҡыҙы Шаһиева отчет док-лады менән сығыш яһаны.
- Ғафури ра-йоны башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен планлы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡарарҙарына, күрһәтмәләренә ярашлы алып бара. Беҙ йыл һайын эште дөйөм һәм айырым йүнәлештәр буйынса башҡарылған эштәргә ентекле анализ яһап, үтәлерҙәй саралар планын ҡабул итеүҙән башлайбыҙ, - тине Әлфиә Әхмәтша ҡыҙы. – Мин үҙем 2012 йылдан башлап Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе эшен алып барҙым. Район башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшмәкәрлегендә төп иғтибарҙы халыҡ араһында киң аңлатыу эштәре алып барыуға йүтәлтергә бурыслы. Бының өсөн һәр башҡорт ауылында, ҡатнаш ауылдарҙа ла ҡоролтай рәйестәре, активтары булдырҙыҡ. 17 ауылда урындағы ҡоролтай рәйесе һайлап ҡуйылды һәм эш башланы. 22 ауылда "Ағинәйҙәр ҡоро” ойошторолдо. Юлыҡ, Ҡауарҙы, Йөҙимән, Үзбәк, Бәләкәй һәм Оло Үтәш, Яугилде, Имәндәш, Ҡарағай ауылдарында ла ҡоролтай эшмәкәрлеген тергеҙеп, халыҡ менән эште яйға һалдыҡ.
Бөгөнгө көндә районыбыҙ мәктәптәрендә 4411 уҡыусы белем алып, шуларҙың 2268-е – башҡорт, 1020-һе – рус, 802-һе – татар, 260-ы – сыуаш, әрмән, мари, немец, украин, белорус, латыш һәм башҡа милләт балалары. 8 йыл рәттән Сәйетбаба мәктәбендә уҡыусыларҙың фәнни-эҙләнеү эштәре буйынса "Кейекбаев уҡыуҙары” конференцияһы үткәрәбеҙ. Уҡыусыларҙы дәртләндереү, Жәлил Ғиниәт улының исемен мәңгеләштереү маҡсатында Ҡаранйылға ауылында тыуып үҫкән, хәҙерге ваҡытта Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Урманстрой” йәмғиәте директоры Әхмәт Аҫылбәков фәнни эштәрҙә 1-се, 2-се, 3-сө урындарҙы алған уҡыусыларҙы аҡсалата премиялар менән бүләкләй.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ райондың 1953 уҡыусыһы өйрәнә (91,13 %), 2640 уҡыусы (77,85%) үҙ туған телендә уҡый һәм өйрәнә. 2016 йылдың 1 сентябренән Красноусолдағы 2-се һәм Табын урта мәктәптәрендә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ 1-се кластан өйрәнәләр.
Республикала беренселәрҙән булып саф башҡорт телендә сыҡҡан "Табын” гәзитебеҙ бар, ул халҡыбыҙ йолаларын, телен мәҙәниәтен һаҡлау, тергеҙеү һәм үҫтереү, тарихи хәтерен яңыртыу өлкәһендә уңышлы эшләй. Милли баҫмаларҙы пропагандалау, уларға яҙылыуҙы ойоштороуға ярҙам итеү йәһәтенән дә маҡсатҡа ярашлы эш алып барыла.
Өфө ҡалаһында ойошторолған "Табын” ижтимағи берекмәһе менән дә ярашып эшләйбеҙ, улар беҙҙең һәр эшебеҙҙә таяныс һәм ныҡлы ярҙамсы булып тора. Йылдың-йылы билдәле шағирә Гөлнур Яҡупова призына балалар өсөн "Өмөтлө ҡәләм” әҙәби конкурсы уңышлы уҙа, районыбыҙҙа йәш таланттарҙы асыуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә. Беҙ бындай башланғыстарҙы хуплайбыҙ, уларҙы камиллаштырыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ.
Ә инде милли спорт төрҙәрен үҫтереүҙә ҡоролтай әйҙәүсе көс булып тора. Йыл һайын Ҡоролтай башҡарма комитеты призына район-ара милли көрәш бәйгеһе ойошторола, ҡоролтай бында ойоштороусы ла, бағыусы ла ролен үтәй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов әүҙем бағыусы, - тине Ә.Шаһиева һәм форсаттан файҙаланып Әмир Миңләхмәт улына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. – Ғөмүмән, спорт, бигерәк тә уның милли төрҙәре менән шөғөлләнеү балаларҙы физик яҡтан ғына сыныҡтырып ҡалмай, рухты нығыта, милли һыҙаттарҙы аса, насар ғәҙәттәрҙән арыныуға, сәләмәт йәшәү рәүешенә күсеүгә булышлыҡ итә.
Мәктәптәрҙә, мәҙәниәт йорттарында башҡорт сәнғәтен үҫтереүсе коллективтарҙы ҡурсалау, милли музыка ҡоралдарын етештереүсе, боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүселәрҙе пропагандалау, халыҡҡа еткерергә ярҙамлашыу ҙа беҙҙең бурыс булып тора, - тине сығышын дауам итеп ҡоролтай рәйесе. Артабан Әлфиә Әхмәтша ҡыҙы ауылдарҙа иң әүҙем эшләгән "Ағинәйҙәр ҡоро” эшмәкәрлеге, районда, рес-публикала уҙған төрлө кимәлдәге сараларҙа ҡатнашыуҙары хаҡында бәйән итте. Уларҙың эште ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, мәҙәниәт һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, мәктәп, дини ойошмалар, ауыл Советтары менән берлектә ойоштороуҙарын билдәләп үтте.
- Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйтер инем, хөрмәтле делегаттар! Һәр кем үҙебеҙҙең халыҡ, районыбыҙҙың, республикабыҙҙың мәнфәғәтен яҡлау өсөн бер төптән, әүҙем булырға саҡырам. Алдыбыҙҙа торған бурыстарҙы үтәү өсөн берҙәмлек, тырыш хеҙмәт кәрәк икәнлеген онотмайыҡ, - тип тамамланы сығышын Әлфиә Шаһиева.
Фекер алышыуҙарҙа Юлыҡ ауылы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәхимйән Юлыҡов, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Райфат Әбелғужин, Красноусолдағы 3-сө мәктәп базаһында ойошторолған "Батыр” хәрби-патриотик клубы етәксеһе Илдар Абыҙгилдин, Имәндәш
ауылы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Түзбәков, Чечен һәм Афған һуғышы ветерандары Илфат Ваһапов, Ришат Яҡупов, Һабай ауылынан мәғариф ветераны Рәсүл Басиров, Сәйетбаба ауылы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Закир Ишмырҙин сығыш яһаны.
Санъяров йыйында ҡатнашыу-сыларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ә.М.Ишемғоловтың сәләмен еткерҙе. Йыйында урынлы проблемалар күтәрелеүен билдәләп, яңы һайланасаҡ ҡоролтай составына уңыштар теләп, уларҙы район Советы, хакимиәте, биләмә башлыҡтары менән берлектә хәл итергә кәрәклеген әйтеп үтте. "Милләт өсөн янайыҡ, милләт өсөн йәшәйек”, - тине ул.
Ҡорҙо йомғаҡлап, район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров райондағы хәл-торошҡа байҡау яһаны, күтәрелгән мәсьәләләргә яуап бирҙе.
Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының 15 кешенән торған яңы ағзалары һәм улар араһынан яңы рәйес - мәғариф бүлеге методисы Айҙар Рафиҡов – һайланды. Ҡарар ҡабул ителде.
Йыйын ошоноң менән үҙ эшен тамамланы.