-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2016, 21:13

Яҡты, йылы булһын өсөн

22 декабрь – Энергетиктар көнөБыйыл Башҡортостандың Энергетика системаһы үҙенең 96 йыллығын билдәләй.

Ул бына нимәләр һөйләне:

-Быйылғы йылды һәйбәт хеҙмәт күрһәткестәре менән тамамлайбыҙ. Бынан 7-8 йыл элек үк башланған эшебеҙҙе дауам итеп, 0,4 квт-лы 24,8 км оҙонлоҡтағы электр сымдарын изоляциялы сымдарға (СИП) алмаштырҙыҡ. Шулай уҡ хужалыҡ иҫәбенә 10 трансформатор урынлаштырыуға 380 мең һум аҡса тотонолдо. Иң мөһим эштәребеҙҙең береһе - Толпар ауылына 1,5 млн һумлыҡ СИП сымдарын һуҙыуҙы тамамланыҡ. Ошондай уҡ суммаға республикала тәүгеләрҙән булып 10 квт-лы һауа линияларында ике һүндереү ҡоролмаһы урынлаштырҙыҡ. Улар диспетчерға зыян күргән участкаларҙы тиҙ арала асыҡларға һәм компьютер аша һүндерергә мөмкинлек бирә. Ҡоролмалар эргәһендә кәрәҙле телефон бәйләнеше өсөн уңайлы Wi-Fi булдырылған. Ҙур сығымдар талап итһә лә, был ҡоролмалар үҙҙәрен тулыһынса аҡлай тип әйтә алам. Өсөнсө йыл инде "Аҡыллы электр селтәрҙәре" программаһы сиктәрендә ҡулланылған электр энергияһын автоматик иҫәпләү счетчиктары (АСКУЭ) урынлаштырыу эштәрен алып барабыҙ. Быйыл ошондай 81 иҫәпләү приборы ҡуйылды. Боҙолған осраҡта уларҙы үҙебеҙ алмаштырабыҙ. Киләһе йылға был һанды 500-гә еткерергә планлаштырабыҙ. Бындай ҡоролмалар башлыса электр энергияһы күп юғалған төбәктәргә ҡуйыла. 2013 йылдан бирле ошондай 1000 ҡоролма урынлаштырылған. Предприятиебыҙ 10 мең абонентты ((хужалыҡтар, юридик шәхестәр менән бергә) хеҙмәтләндерә, беҙҙең ҡарамаҡта 10 квт-лы 548 км, 0,4 квт-лы 600 км электр линияһы, 381 трансформатор подстанцияһы бар. Район халҡын сифатлы электр энергияһы менән тәьмин итеү өсөн күп кенә эштәр башҡарылды, ошо тармаҡта 7 млн һум аҡса үҙләштерелде. Уңыштарыбыҙ ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, Ишембай электр станцияһы йәмғиәтенә ҡараған 5 РЭС араһында техник-иҡтисади күрһәткестәр буйынса икенсе урында киләбеҙ. Быйыл линияларҙа авариялы энергия туҡтатыу осраҡтарын 89-ға тиклем кәметтек, ә 2015 йылда 139 осраҡ теркәлгәйне. Тимәк, ҡулланыусыларыбыҙ өсөн уңайһыҙлыҡтар әҙерәк булған. Ә был беҙгә бик мөһим. Әлбиттә, барлыҡ уңыштарыбыҙ нигеҙендә үҙ эшенә яуаплы ҡараған, юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә, берҙәм коллективтың көндәлек хеҙмәте ята. Беҙҙә барлығы 60 кеше эшләй. Араларында ҙур хеҙмәт стажына эйә булғандар ҙа бар. Шундайҙарҙан өлкән диспетчер Рәмил Зөбәйҙуллин (эш стажы -39 йыл) күптәргә өлгө булырлыҡ. Әйткәндәй, байрам уңайынан оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Р.Зөбәйҙуллин менән мастер Александр Шевелевты бүләкләп китәсәкбеҙ.

Һүҙемде йомғаҡлап, бар коллективты, хөрмәтле ветерандарҙы һөнәри байрамыбыҙ һәм яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, эштәрендә уңыштар теләйем. Киләһе йылдарҙа ла һәр йортта йылы һәм яҡты булһын өсөн тырышып эшләрбеҙ тип ышанам.

Г.СИРАЕВА яҙып алды.
Читайте нас: