+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2016, 21:15

Жәлил Кейекбаев исемендәге район премияһын тапшырыу тураһында Муниципаль район Советы ҡарары

Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районы Уставына, БР Ғафури районы муниципаль район...

1. Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаттарының ике кешенән торған исемлеген раҫларға:

Салауат Нәзир улы ӘБҮЗӘРОВ – "Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзитенең дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире;

Аҙнабай Сәғит улы ЙӘНОҘАҠОВ – хеҙмәт ветераны – йәмәғәт эшмәкәре.

2. Был ҡарарҙы "Табын” һәм "Звезда” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.

3. Был ҡарарҙың үтәлешен Советтың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, социаль-гуманитар мәсьәләләр, хоҡуҡ тәртибен һаҡлау һәм халыҡҡа башҡа төр хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса даими комиссияһына (рәйесе – С.О.Афанасьев) йөкмәтергә.

З.М.ХАФИЗОВ,

Совет рәйесе.

2016 йыл, 15 декабрь, № 4/6-57.

Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районында БР Ғафури районы муниципаль район Советының хоҡуҡи-норматив акттарын рәсми баҫтырып сығарыу өсөн киң мәғлүмәт сараларын билдәләү тураһында

Муниципаль район Советы ҡарары

"Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” 2003 йылдың 6 октябрендәге 131-ФЗ һанлы федераль законға, Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районы Уставына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советы ҡарар итте:

1. Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль ра-йон Советының хоҡуҡи-норматив акттарын баҫтырып сығарыу өсөн рәсми сығанаҡ сифатында түбәндәге киң мәғлүмәт саралары ваҡытлы баҫмаларын билдәләргә:

1) Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан теркәлгән "ЗВЕЗДА” гәзите. 2015 йылдың 1 сентябрендәге ПИ №ТУ 02-01435-се таныҡлыҡ;

2) Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан теркәлгән "ТАБЫН” гәзите. 2015 йылдың 1 сентябрендәге ПИ №ТУ 02-01436-сы таныҡлыҡ.

2. Был ҡарарҙы "Табын” һәм "Звезда” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.

З.М.ХАФИЗОВ,

Совет рәйесе.

2016 йыл, 15 декабрь, № 4/6-61.
Читайте нас: