+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2016, 21:29

Бала ғүмерҙәрен һаҡлайыҡ!

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, һуңғы 5 йыл эсендә балалар суициды буйынса Рәсәй донъяла 1-се урында. Быйыл ғына 600-ҙән ашыу бала үҙ-үҙенә ҡул һалған.

Фажиғәне булдырмау өсөн, психологтар әйтеүенсә, тәү сиратта, балағыҙ менән уны ҡыҙыҡһындырған, борсоған бөтә һорауҙар буйынса ла асыҡтан-асыҡ һөйләшергә өйрәнегеҙ. Әгәр быны һеҙ, ата-әсәләр эшләмәһәгеҙ, яуаптарҙы улар Интернеттан эҙләйәсәк. Ә унда әле нығынып та өлгөрмәгән үҫмер психикаһына көслө тәьҫир итеүсе сайттар бик күп. Улар, ғәҙәттә, төрлө модалы кейемдәр рекламалаусы, өйгә эштәрҙе эшләргә ярҙам итеүсе, уйындар тәҡдим итеүсе һ.б. төркөмдәр артына йәшеренгән була. Балалар унда инеп, үҙ-үҙеңде юҡ итеүгә этәргән, үлем культын пропагандалаған әҙәмдәрҙең «тоҙағына» эләгергә мөмкин. Бында уларға уйын формаһында төрлө эштәр бирелә, билдәле тематикалы музыка тыңларға, шиғриәт, әҙәбиәт уҡырға кәңәш ителә. Шуға күрә балағыҙҙың социаль селтәрҙәге "Бәйләнештә”, «Класташтар» һ.б. төркөмдәрҙәге сәхифәләренә кереп, уның ниндәй сайттарҙа ултырыуы, кемдәр менән аралашыуы, фото һәм видеолары менән даими ҡыҙыҡһынып тороғоҙ. Ваҡытығыҙ бик тығыҙ булһа ла, бала менән уртаҡ темалар табып, күберәк аралашырға тырышығыҙ. Сөнки бер кемгә лә сер түгел, иртәнән кискә тик-лем эштә булған ата-әсәнең балаһына ваҡыты ла ҡалмай. Эс серҙәрен ул Интернеттағы дуҫтарына түгел, ә мотлаҡ һеҙгә һөйләргә ғәҙәтләнһен. Әгәр ҙә балағыҙҙың үҙ-үҙен тотошонда сәйер үҙгәрештәр күренһә, мәҫәлән, төндәрен йоҡламай, телефон йәки ноутбук аша Интернетта ултырһа, фотолары араһында кит, күбәләк, бесәй, һыңар мөгөҙ һүрәттәре йыш осраһа, бейек урындарҙан, ҡыйыҡтарҙан төшөрөлгән фото һәм видеолар күренһә, уны нимә борсоуы, кисерештәре тураһында һөйләшеп ҡарағыҙ. Әгәр ҙә балағыҙ үҙ-үҙенә бикләнеп, һөйләшеү килеп сыҡмаһа, мотлаҡ психологтарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Интернетта ата-әсәләр өсөн асылған махсус төркөмдәргә (https://vk/com/spastidetei, https://ok.ru/spastidetei, https://www.facebook.com/spastidetei) инеп, кәңәш ҡороғоҙ, бар яҡтан да мәғлүмәтле булығыҙ. Уҡытыусы йәки тәрбиәсе менән дә һәр саҡ бәйләнештә торорға кәрәк.

Ата-әсәләрҙе балаларға янаған тағы ла бер хәүеф тураһында иҫкәртәбеҙ: илебеҙҙең бик күп төбәктәрендә мәктәптәр эргәһендә үҫмерҙәрҙе енәйәт ҡылырға этәреүсе көслө психотроп матдәләрҙән торған бушлай һағыҙҙар таратыу теркәлгән. Уларҙы ҡулланған үҫмерҙәрҙең үлеү осраҡтары ла бар. Был хаҡта ла балаларға әйтеп аңлатырға кәрәк. Шуны ла онотмағыҙ: бала психикаһы бик нескә була, ҡәтғи тыйыуҙар менән генә эш итергә түгел, ә иң мөһиме – үҙ-ара аңлашыусанлыҡ булдырырға тырышығыҙ. Улығыҙҙың йәки ҡыҙығыҙҙың дәрестә алған билдәләренә генә түгел, ә күңел торошона, кәйефенә, ғәҙәттәренә иғтибар итегеҙ. Үҫмерҙәр суициды – ололарҙың иғтибарын йәлеп итеү, яңғыҙлыҡтан ҡасыу сараһы икәнен дә хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.

Һуңғы ваҡытта килеп тыуған был проблеманы ата-әсәләр, балалар, уҡытыусылар, психологтар һәм бар йәмғиәт менән берлектә генә хәл итеп була. Мәғариф министрлығы, психологтар, психотерапевтар үҙәктәре, урындарҙағы белгестәр был йәһәттән ҙур эш алып бара. Мәктәптәрҙә уҡыусылар, ата-әсәләр, уҡытыусылар, социаль педагогтар менән ошо темаға һөйләшеүҙәр ойоштороп, хәлдең ни тиклем киҫкен тороуын аңлаталар, кәрәк икән, улар һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Үҙебеҙҙең һәм балаларҙың яҙмышына битараф булмаһаҡ ине, хөрмәтле ата-әсәләр!

Альбина БАЙМЫРҘИНА,

район мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас: