-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2016, 21:33

Оло Үтәштән сыҡҡан оло шәхес

БАССР-ҙың тәүге мөфтөйө Мансур Халиҡовтың тыуыуына 130 йыл тулыу киң билдәләнде

Күренекле шәхестең Хәтер кисәһенә Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы-журналист, филология фәндәре кандидаты Ниязбай Сәлимов, билдәле яҙыусы, Башҡортостан Яҙыусылар союзының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премияһы лауреаты Лира Яҡшыбаева, мөфтөй Мансур Халиҡовтың бер туған һеңлеһе Мөкәрәмәнең ҡыҙы менән кейәүе Ғәлиә һәм Рамаҙан Ҡотошовтар, уларҙың ҡыҙҙары – Өфө дәүләт медицина университеты доценты, педагогия фәндәре кандидаты Асия Рамаҙан ҡыҙы Тимербулатова, Мансур Халиҡовтың бер туған һеңлеһе Шәкирәнең ейәнсәре, эшҡыуар Зилиә Йәғәфәрова, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Айҙар Рафиҡов, район Советы депутаты, "Ағиҙел” йәмғиәте директоры Тимерйән Кинйәбаев, Ғафури районының имам-мөхтәсибе Рауил хәҙрәт Иваев, район Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Ғәлиә Рахманғолова, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Исмәғилев, район ауылдарының имам-хатиптары, мосолман ҡатын-ҡыҙҙар килгән ине.

Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Исмәғилев Хәтер кисәһен асып, тәүге һүҙҙе Үзбәк мәктәбе уҡыусыларына бирҙе. Исмәғил Үзбәковтың аһәңле итеп аҙан әйтеүен, Тимур Ҡолманов менән Ғәзиз Хәкимовтарҙың аят уҡыуҙарын өлкәндәр йотлоғоп тыңланы, үҙҙәренә алмаш үҫеп килеүенә шөкөрана ҡылып ултырҙылар. Район Советы депутаты, данлы Оло Үтәш ауылында тыуып үҫкән Тимерйән Миҙхәт улы Кинйәбаев Хәтер кисәһендә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне, үҙенең изге теләктәрен еткерҙе. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов:

- Мосолман дине халыҡтарҙы берҙәмлеккә, татыулыҡҡа һәм таҙалыҡҡа өндәй. Беҙ берҙәм булғанда ғына уңышҡа ирешә, илебеҙҙе алға ебәрә аласаҡбыҙ. Шуға ла булғанына шөкөр итеп, берҙәмлектә, татыулыҡта йәшәйек, халҡыбыҙҙы дингә, иманға әйҙәйек. Дин әһелдәренең ошондай Хәтер кисәләрен уҙғарыу ул үҙе үк дингә ихтирам менән ҡарауыбыҙҙы аңлата. Мансур хәҙрәт Халиҡов кеүек шәхестәребеҙ менән беҙ ғорурланырға хаҡлы, - тине.

Мансур Халиҡовтың Хәтер кисәһен ойоштороуҙы башлап йөрөүселәрҙең береһе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Ниязбай Булатбай улы Сәлимовтың да яҡташтарына әйтер һүҙе күп ине.

- Районыбыҙ таланттарға һәм күренекле шәхестәргә ифрат бай. Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафури, Башҡортостандан тәүге генерология, минералогия фәндәре докторы Георгий Вахрушев, тәүге телсе ғалим Жәлил Кейекбаев, башҡорттар араһынан тәүге археолог, тарих фәндәре докторы Нияз Мәжитов һәм Башҡортостандың тәүге мөфтөйө Мансур Халиҡов. Был шәхестәребеҙҙе оноторға тейеш түгелбеҙ. Әле бынан 25 йыл элек үк районда Мансур Халиҡовтың 105 йыллығын уҙғарған инек. Хәбибназар Һатлыҡов, Вәлиулла Ҡоломбәтов, Вася Воробьев кеүек яҡташтарыбыҙҙың да Хәтер кисәләрен уҙғарырға насип булды. Мансур Халиҡовҡа килгәндә инде, ул аяныслы яҙмыш кисерә. Шул уҡ ваҡытта ул Зәки Вәлиди менән берлектә БАССР-ҙың тәүге нигеҙ таштарын һала. Хәҙергесә әйткәндә, ул райондың тәүге мәғариф идаралығы начальнигы ла була. Бер нисә йылдан һуң был вазифала Вәлиулла Ҡоломбәтов та эшләп ала. Шуға ла ошондай данлы яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү фарыз,- тине үҙ сығышында Ниязбай Булатбай улы.

Шулай уҡ Ниязбай Сәлимов үҙ сығышында Оло Үтәш ауылы һәм мәҙрәсәһенә ҡағылышлы архив материалдары менән дә таныштырҙы, 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Үтәш ауылы кешеләренең исемлеген урындағы мәктәп музейына тапшырҙы.

Артабан һүҙ күренекле яҙыусы, яҡташыбыҙ Лира Яҡшыбаеваға бирелде. Ул үҙ сығышында әүлиәләр, дин әһелдәре тураһында китаптар яҙыуын, әле Уҫман ауылында тыуып үҫкән, заманына күрә күренекле шәхес булып танылған, данлы Зәйнулла ишан Рәсүлев менән аралашып йәшәгән Сибәғәтулла ишан тураһында мәғлүмәттәр туплауы хаҡында һөйләне. Мансур Халиҡовтың бик затлы ырыуҙан, ҡалын нәҫелдән булыуы хаҡында бәйән итте.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Өфө дәүләт авиация университеты доценты, философия фәндәре кандидаты, Халиҡовтарҙың кейәүе Рамаҙан Нурғәле улы Ҡотошов Халиҡовтарҙың шәжәрәһе менән таныштырҙы. Халиҡовтар нәҫеленән сыҡҡан бөгөнгө быуын араһында 6 фән докторы, 14 фән кандидаты, 14 табип сығыуын ғорурланып һөйләне. Репрессия ҡорбаны булған Мансур Халиҡовтың ҡәберен табыу өҫтөндә эш алып барыу, уның яҙмаларын архивтарҙан табып, ғәрәпсәнән кириллицаға ауҙарыу кеүек эштәрҙе башҡарыу кәрәклегенә туҡталды. Рамаҙан Ҡотошов белдереүенсә, Мансур Халиҡов ваҡытлы матбуғатта үҙенең байтаҡ ҡына әҫәрҙәрен баҫтырған. Төрлө псевдоним аҫтында яҙғанлыҡтан, яҙмаларын табыуы бик ауырға төшә. Шуға ла ул дин әһелдәренән был йәһәттән ярҙам һораны.

Асия Рамаҙан ҡыҙы Тимербулатова Халиҡовтарҙың уҡыуға зирәк булыуҙары хаҡында һөйләне. Әйткәндәй, уның ике улы ла медицина фәндәре докторҙары, профессорҙар.

Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Айҙар Айрат улы Рафиҡов үҙ сығышында бындай саралар уҙғарыуҙың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне, үҙенең ҡарт олатаһы яҡлап нәҫел ебенең Мансур Халиҡовҡа барып тоташыуын әйтеп үтте.

Хәтер кисәһендә шулай уҡ Еҙем-Ҡаран ауылынан мәғариф ветераны Флүрә Хәлилова, район Мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Ғәлиә Рахманғолова, Сәйетбаба ауылы имам-хатибы, әүҙем йәмәғәтсе Ғиндулла Шәйәхмәтов, Ғафури районының имам-мөхтәсибе Рауил хәҙрәт Иваев сығыш яһанылар. Нияз Сәлимов Хәтер кисәһен йомғаҡлап, Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Мансур Халиҡовҡа таҡтаташ булдырыу, Башҡортостандың 100 шәхесе исемлегенә Мансур Хатип улын да теркәүҙе йыйын ҡарарына индерергә тәҡдим итте.

Хәтер кисәһендә ҡатнашыусылар Хатип хәҙрәт Халиҡовтың ҡәберенә зыярат ҡылды. Артабан Оло Үтәш мәсетендә аҙан әйтеп, намаҙ уҡылды. Хәтер кисәһе Рауил хәҙрәт һуйҙыртҡан һарыҡтан Ҡөрьән ашы ашау менән тамамланды. Дин әһелдәре был сараның төп бағыусыһы булған район Советы депутаты Тимерйән Кинйәбаевҡа ла ҙур рәхмәтле. Шулай уҡ мәктәп-балалар баҡсаһы мөдире Сәриә Йыһаншина етәкселегендәге коллектив, ауыл ағинәйҙәре лә сараны уҙғарыуға ҙур көс һалған. Эйе, күмәкләгән - яу ҡайтарған, тиҙәр. Оло шәхестең Хәтер кисәһе лә күмәк көс менән матур итеп ойошторолдо.
Читайте нас: