+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2016, 21:30

Рухи йәдкәре йәшәй

Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 105 йыл

Килгән ҡунаҡтар башта ғалимдың тыуған ауылы Ҡаранйылғаға юлланды. Бында уларҙы ололоҡлап ҡымыҙ һәм сәк-сәк менән ҡаршы алдылар. Ж.Кейекбаев музейы эргәһендә юбилейы алдынан ғалимдың бюсы урынлаштырылғайны. Ә музей тарихы үткән быуаттың 70-се йылдарына барып тоташа. 1974 йылдан башлап экспонаттар Сәйетбаба мәктәбендә туплана. 1991 йылда ғалимдың тыуған ауылында йорт-музей асыла. Уны булдырыуға һәм экспонаттар менән тулыландырыуға Ж.Кейекбаевтың уҡыусыһы, Рәсәй мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, "Почет билдәһе” ордены кавалеры Ғиндулла Шәйәхмәтов ҙур көс һала.

Бюст тантаналы шарт-

тарҙа асылды. Район ха-кимиәте башлығы Рәмил Бохаров унда былай тип сығыш яһаны:

- Жәлил Кейекбаевтың фәнни эшмәкәрлегенең киң һәм тәрән булыуы беҙгә яҡшы билдәле. Бик күптәр Жәлил Ғиниәт улын үҙенең остазы, уҡытыусыһы тип атай. Уның тәрбиә мәктәбен үткән кешеләр белеме менән генә түгел, юғары мәҙәниәтле, ябай, теүәл шәхестәр булыуы менән дә айырыла һәм, әлбиттә, филология фәне үҫешенә тос өлөш индерә. Халыҡ күңелендә Жәлил Ғиниәт улы тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлана. Юбилей кисәләрен, фәнни-ғәмәли конференциялар, "Кейекбаев уҡыуҙары” уҙғарыу матур бер йолаға әүерелде. Уның исемен мәңгеләштереүгә беҙ ҙә ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Ғалимға бюст ҡуйыу шуның бер сағылышы. Мөмкинлек килеп тыуһа, киләсәктә тағы ла ҙурырағын, матурырағын эшләтербеҙ,- тип һәйкәлде асыуға үҙенең фатихаһын бирҙе.

Ғалимға һәйкәл тантаналы шарттарҙа асылғандан һуң килгән ҡунаҡтар музей менән танышты. Музей директоры, филология фәндәре кандидаты Римма Ишмырҙина Жәлил Ғиниәт улының тормош һәм ижад юлын мауыҡтырғыс итеп һөйләне, экспонаттарҙың тарихы менән таныштырҙы. Музей дүрт бүлектән тора.

Сасҡау һыуыҡ көн булғанлыҡтан, Ҡаранйылға ауыл клубында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл уңғандары тарафынан әҙерләнгән ҡайнар сәй эсеп алғандан һуң ҡунаҡтар Сәйетбабаға юлланды. Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йортонда ғалимдың тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған фәнни-ғәмәли конференция булды.

Тәүге һүҙ ауылдың имам-хатибы Ғиндулла мулла Шәйәхмәтовҡа бирелде. Ул сараға фатиха биреп кенә ҡалманы, Ж.Кейекбаевтың исемен мәңгеләштереү буйынса башҡараһы эштәргә лә туҡталды, ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса үҙенең ризаһыҙлығын белдерҙе. Артабан һүҙ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә бирелде. Мәктәп уҡыусыларының дәртле лә, һығылмалы ла бейеүҙәре, ирҙәр вокаль ансамбленең моңло

йыры юбилей сараһына үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Һәүәҫкәрҙәр концерт но-

мерҙары менән сәләмлә-гәндән һуң "Исемдәре–мәңге хәтерҙә” исемле фәнни-ғәмәли конференция башланып китте. Башта һүҙ уҡыусыларға бирелде. Сәйетбаба мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Алтынай Шәйхолова, 7-се

класс уҡыусыһы Илүзә Фәхретдинова, 10-сы

класс уҡыусыһы Гөлнара Юлбарисова, 5-се класс уҡыусыһы Арыҫлан Юлбарисов үҙҙәренең ғилми-тикшеренеү эштәре менән таныштырҙылар. Арыҫлан Юлбарисов иһә үҙенең фәнни эшен инглиз телендә яҙған һәм фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар уның зирәклегенә, тапҡырлығына һоҡланыуҙарын йәшермәнеләр.

Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров үҙ сығышында Жәлил Кейекбаевтың тормош һәм ижад юлына ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Билдәле булыуынса, юбилей йылдарында Ж.Кейекбаев премияһы тапшырыла килә. Быйыл был премияға күренекле шағир һәм драматург, "Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ Салауат

Нәзир улы Әбүзәров менән "Йондоҙ” колхозының элекке данлы рәйесе, хеҙмәт ветераны, "Почет билдәһе” ордены кавалеры Аҙнабай Сәғит улы Йәноҙаҡов лайыҡ булды. Рәмил Зәкәриә улы лауреаттарҙы ҡотлап премия тапшырҙы һәм үҙенең изге теләктәрен еткерҙе. Район Советы рәйесе Зөлфәр Хафизов сығыш яһап, Жәлил Кейекбаевтың кешелеклелек сифаттарына туҡталды һәм Мәрйәм Шәйәхмәтова менән Сәлимә Исламоваға Ғафури районы муниципаль район Советының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Конференция барышында "Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәре, яҙыусы Венер Исхаҡов, Ж.Кейекбаев премияһы лауреаты, яҙыусы Лира Яҡшыбаева, "Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәзим Мәүлетҡолов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Айҙар Рафиҡов, Ж.Кейекбаев йорт-музейы директоры Римма Ишмырҙина, шағир һәм яҙыусы Салауат Әбүзәров сығыш яһанылар. Салауат Нәзир улы ялҡынланып үҙенең шиғырын һөйләп ишеттерҙе. Римма Камил ҡыҙы Ж.Кейекбаев ижады буйынса уҙғарылған викторинаға йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләк һәм Дипломдар менән бүләкләне. Рәзим Ибраһим улы ла "Кейекбаев уҡыуҙары” һәм "Исемдәре-мәңге хәтерҙә” исемле ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан бер төркөм уҡыусыларға һәм ауылдың рухи-мәҙәни тормошона йән өрөүсе бер төркөм зыялыларға республика Халыҡтар дуҫлығы йортоноң һәм БР Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Ғилми-ғәмәли конференцияны "Табын” гәзите мөхәррире Самат Ғәлиуллин, ә тотош мәҙәни сараны Рәүилә Юлбарисова менән Лариса Фәттәхова алып барҙы. Ғөмүмән, Жәлил Кейекбаевтың 105 йыллығына арналған юбилей сараһы йыйнаҡ һәм ойошҡан рәүештә үтте. Ғалимдың вафатына илле йылға яҡын ғүмер уҙһа ла, тыуған яғында ла, республикала ла уның рухи йәдкәре йәшәй һәм йәшәйәсәк.
Читайте нас: