+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2016, 21:38

Яңы йылға үҙенсәлекле бүләк

Һуңғы йылдарҙа республикала халыҡтың тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу буйынса төрлө программалар ҡабул ителә.

Урындағы инициативаларға ярҙам программаһы эшләй башлағас (ППМИ), был тәҡдим күп урындарҙа хуп-лау тапты. Беҙҙә лә ауыл хакимиәте сход уҙғарып, халыҡтың фекерен тыңлағандан һуң аныҡ эш башланды. Бельский ауыл биләмәһенә ҡараған биш ауыл халҡы йыйылып, ошо программаны өйрәнде һәм уның бик кәрәкле икәнлеген аңланы. Сходта ошо программа буйынса ауыл биләмәһенә трактор һатып алырға кәрәк, тигән ҡарарға киленде. Халыҡтан аҡса йыйыу эшенә яуаплы кешеләр тәғәйенләнде һәм эш башланды. Тырышлыҡ бушҡа китмәне, ауыл халҡының һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенең көсө менән тейешле сумма йыйылды һәм өр-яңы ”МТЗ” тракторы һатып алынды.

Трактор алып ҡайтҡандан һуң уның исем туйын уҙғарырға ҡарар ителде. Көн һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, исем туйына һәр ауылдан вәкилдәр килде һәм матур сара ойошторолдо. Ҡыҙыл таҫма киҫелде һәм яңы трактор асҡысын ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әхмәров Марат Кәримовҡа тапшырҙы. Был тракторҙы ҡыш көнө ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыуҙа файҙаланыу, ә йәй көндәрендә сүп-сар түгеү һәм башҡа төҙөкләндереү эштәренә йәлеп итеү ҡаралған. Марат Кәримов юлдарҙы тәртиптә тоторға, намыҫлы эшләргә вәғәҙә бирҙе.

Тантанаға "Восход СТ” йәмғиәте вәкиле – Рифҡәт Әхмәт улы Фәйзуллин да килгәйне. Ул да үҙенең изге теләктәрен еткерҙе.

Урамдағы тантананан һуң халыҡ ауыл мәҙәниәт йортона йыйылды. Бельский ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әхмәров халыҡҡа әүҙемлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Ысынлап та, ауыл биләмәһенә трактор һатып алыуҙа бар халыҡ ҡатнашты. Заман ауырлыҡтарына ҡарамай, биш ауылдан 120 мең һум аҡса йыйылды. "Восход СТ” йәмғиәтенең генераль директоры Руслан Зәки улы Бакиров та үҙ өлөшөн индерҙе – 100 мең һум күләмендә аҡса бирҙе. Ауыл биләмәһе 90 мең, ауыл эшҡыуарҙары – ирле-ҡатынлы Эльмира Янбаева менән Фәрхәт Йәнбәковтар 5 мең һум аҡса кереттеләр. Трактор хаҡының ҡалған өлөшө - дәүләт аҡсаһы. Ошондай программа эшләүе, ысынында ла ауыл халҡы өсөн бик ҡулай.

Тантаналы өлөштән һуң ауыл мәҙәниәт йортонда Игенйылға һәм Ҡотлоғужа

ауылдары һәүәҫкәрҙәре бай йөкмәткеле концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Халыҡ яратып өлгөргән "Әхирәттәр” ансамбле, сәхнә ветераны Рәмилә Ибраһимова менән Рәмзиә Мәҡсүтованың сығыштарын, Ҡотлоғужанан килгән Нәжибә Хәмзинаның моңло йырҙарын, Марат Сәйетбатталов менән Марат Кәримовтың дәртле баян моңдарын, Динара Мөхәмәтйәнованың өҙә баҫып бейеүҙәрен тамашасылар бик йылы ҡабул итте. Байрам ауыл хакимиәте әҙерләткән сәй табыны менән тамамланды. Бындай шатлыҡлы байрамдарҙың һуңғыһы булмаҫ тип ышанғы килә.

Әйткәндәй, иртән кешеләр йоҡонан уяныуға яңы трактор эштә ине инде. Ишелеп яуған ҡарҙан һуң ауыл урамдары таҙартылған, уҡыусы балалар мәктәпкә ҡар йырып йөрөмәй хәҙер. Тракторсы Маратҡа хәйерле юлдар теләйбеҙ, эшең һәр саҡ

шулай дауам итһен!

Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.

Игенйылға ауылы.
Читайте нас: