+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2016, 22:02

Афғансылар яуҙаштарын онотмай

Билдәле булыуынса, 1979 йылдың 25 декабрендә Афғанстанға совет ғәскәрҙәре керетелә.

1979 йылдың 25 декабрендә башланған һуғыш 1989 йылдың 15 февраленә тиклем дауам итә. Ошо арауыҡта СССР Ҡораллы Көстәренең 546 мең 255 һалдат һәм офицеры афған һуғышында ҡатнаша. СССР яғынан яуҙа 14427 кеше һәләк була, 53 мең кеше төрлө тән йәрәхәттәре, контузия ала. Шулай уҡ дәүләт хәүефһеҙлеге комитеты (КГБ) - 576, Эске эштәр министрлығы 28 хеҙмәткәрен юғалта. Башҡортостандан иһә 335 кеше һәләк була, хәбәрһеҙ юғалғандар менән бергә республиканан 343 һалдат мәғәнәһеҙ һуғышта әрәм була.
Беҙҙең райондан Афғанстанда 215 кеше ҡатнашып, уларҙың 5-һе батырҙарса һәләк була. Бына улар: Юныс Зәйнуллин (Мәндем), Миңлеғәле Заһиҙуллин (Уҫман), Зиннур Иҙрисов (Үтәш), Рафаэль Сабитов (Игенселәр), Сергей Чернов (Буруновка). Райондың Афған һуғышы ветерандары яуҙаштарын хөрмәтләп иҫкә алды.
12 декабрҙә беренсе Чечен һуғышы башланыуға ла 22 йыл (1994) тулды. Был һуғышта районыбыҙҙан ике егет – Сергей Труханов (Ҡарлы) менән Вячеслав Трифонов (Дмитриевка) һәләк булды. Локаль һуғыш ветерандары союзы ағзалары уларҙы ла хөрмәт менән иҫкә алды.
Наил Латипов
фотоһы һәм тексы.
Читайте нас: