-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2016, 17:28

Йәнә һәләкәт

25 декабрҙә Рәсәй Оборона министрлығының "ТУ-154” самолеты Ҡара диңгеҙ күгендә һәләкәткә осраны.

Ил Президенты Владимир Путин һәләк булғандарҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашыуын белдерҙе. 26 декабрь илдә матәм көнө тип иғлан ителде.

Был самолет Мәскәү өлкәһендәге Чкалов хәрби аэропортынан Сүриәләге Хмеймин хәрби базаһына юлланған булған. Адлерҙа заправкалауға туҡтала һәм һауаға күтәрелеп күп тә үтмәй, Ҡара диңгеҙгә ҡолап төшә. Илдең транспорт министры Максим Соколов белдереүенсә, һәләкәттең төп сәбәптәренең береһе булып самолеттың техник торошо йә булмаһа пилоттың хатаһы булыуы мөмкин. Самолетта Оборона министрлығы ҡарамағындағы Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбленең 64 музыканты, шул иҫәптән билдәле дирижер, генерал-лейтенант Валерий Хәлилов та була. Улар Сүриәләге хәрбиҙәргә Яңы йыл айҡанлы концерт ҡуйырға тейеш булғандар. Самолетта шулай уҡ Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәле, "Ғәҙел ярҙам” халыҡ-ара хәйриә фонды етәксеһе, халыҡ араһында Доктор Лиза булараҡ билдәле Елизавета Глинка ла була. Яңыраҡ ҡына Сүриәләге һуғышҡа бәйле Төркиәләге Рәсәй илсеһе Андрей Карлов атып үлтерелгәйне. Илсенең үлтерелеүе лә, самолеттың һәләкәткә тарыуы ла илебеҙ өсөн ҙур юғалтыу булып тора.
Читайте нас: