+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Декабрь 2016, 21:47

Юлдарҙа именлек булһын

Юл һәм транспорт. Тормошобоҙҙо унан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Шул уҡ ваҡытта ни тиклем ҡурҡыныс янай улар кеше ғүмеренә.

19 декабрҙә Салауат ҡала хакимиәте бинаһында БР Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы начальнигы Динар Ғилметдиновтың ошо төбәк матбуғат саралары һәм телевидение журналистары менән осрашыуында һүҙ тап шул хаҡта барҙы. Динар Заһит улы ағымдағы йыл йомғаҡтары, башҡарылған эштәр һәм идаралыҡ алдында торған бурыстар, пландар менән дә таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе. Сарала был төбәк ҡала-райондары ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән беҙҙең район ЮХХДИ-һы начальнигы Жәлил Ғәйнуллин, пропаганда буйынса дәүләт инспекторы Марат Басиров, район Советы секретары Римма Зверева һәм мәҡәлә авторы ҡатнашты.

Идаралыҡ начальнигы күсмә конференцияның тәүгеһе Әбйәлил төбәгендә үтеүен, быныһы икенсеһе булып, киләһе йылда ла дауам итәсәген билдәләп үтте.

- Һуңғы йылдарҙа республика юлдарында ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә. Былтыр унан алдағы йыл менән сағыштырғанда һәләк булыусылар һаны 10 процентҡа, быйылғыһы уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 16 процентҡа кәмерәк булды, - тине Динар Заһит улы. Был үҙгәрештәрҙең сәбәптәрен бер нисә факторға бәйләп аңлатты. Шулай уҡ матбуғат саралары менән дә бер төптән эшләүҙәрен, уларҙың тос ярҙамдарын тойоуҙарын билдәләп үтте. – Юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыу-сылар һаны буйынса Рәсәйҙә 5-се урында киләбеҙ. Әлбиттә, был борсоулы хәл, - тине ул һүҙен дауам итеп. - Ағымдағы йылдың 11 айында республика юлдарында 4151 автоавария осрағы булып, уларҙа 472 кешенең ғүмере өҙөлдө, 5341 кеше төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алды. Шуларҙың 389-ында эскән килеш рулгә идара иткән водитель ғәйепле булып, 65 кеше яҡты донъя менән хушлашты, 539 юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы имгәнде. Юлдарҙа балаларҙың зыян күреүе, һәләк булыуы иң аяныслыһы. Быйыл улар ҡатнашлығында 426 юл-транспорт ваҡиғаһы булып, 12 баланың ғүмере өҙөлдө һәм 455-е төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәре алды, - тип күңелһеҙ статистика менән таныштырып үтте Динар Заһит улы.

Республика ҡала һәм райондары ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 2 миллиондан ашыу административ хоҡуҡ боҙоу осрағын теркәгән, водитель таныҡлығынан мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тотҡан 30 меңдән ашыу материал тултырылған.

Д.Ғилметдинов ҡаршы яҡ хәрәкәт һыҙатына сығыуҙы, эскән килеш руль артына ултырыуҙы һәм билдәләнгәндән юғарыраҡ тиҙлек менән хәрәкәт итеүҙе фажиғәләргә килтереүсе иң йыш осрай торған хоҡуҡ боҙоуҙар тип атаны. Шулай уҡ автомобиль юлдарының сифатһыҙ булыуы ла юл һәләкәттәренә килтереүен әйтеп үтте. Динар Заһит улы иң хәүефле, иң ауыр юл участкаларына фото-видеотеркәү системалары ҡуйыу тәртибе менән дә таныштырҙы. Журналистарҙың һорауҙарына төплө яуаптар бирҙе.

Яңы 2017 йылдың 1 ғинуарынан балаларҙы автомобилдә йөрөткәндә 7 йәшкә тиклем креслолар ҡулланылһа, 7 йәштән һуң хәүефһеҙлек ҡайыштарын быуырға ла мөмкин буласаҡ,тигән яңылыҡты ла әйтте.

Конференцияны йомғаҡлап, Д.Ғилметдинов мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә уңышлы хеҙмәттәшлек өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе һәм бер төркөм журналистарға идаралыҡтың Рәхмәт хаттарын тапшырып үтте. Сара иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Читайте нас: