Ата-әсәләр балаларына матди ярҙам да күрһәтергә тырыша: кемдер фатир, машина асҡыстарын бүләк итә, ҡиммәтле йыһаздар алып бирә. Әлбиттә, матур күренеш. Ләкин аҡыл эйәләренең "балаларға әҙәп, тәрбиә, ғилем биреп ҡалдырыу – уларға мал ҡалдырыуҙан яҡшыраҡ” тигән һүҙҙәрен дә оноторға ярамай. Әсә кешенең биргән өгөт-нәсихәттәре, һүҙһеҙ, ғүмер буйына оҙата килә. Биргән күкрәк һөтө, йоҡоһоҙ төндәре өсөн беҙ әсәләргә ғүмер буйы бурыслыбыҙ. Балалар ҙа әсә хаҡын аңлап, уларҙы ҡәҙерләп, ҡулдан килгәнсә ҡарап, ярҙам итеп торорға тейеш.
Дин тәғлимәтендә, Пәйғәмбәр, ғәләйһис сәләм, васыяттарында, хәҙис-шәрифтәрҙә "Әгәр ҙә үҙеңдең күҙ алдыңда ата-әсәңдең береһе йәки икеһе лә ҡартлыҡ ҡорона етһә, уларға ҡарап "Уф!” тип әйтә күрмә, уларҙы әрләмә, кәйефтәрен ҡырма, йомшаҡ күңелле бул, һүҙҙәрҙең яҡшыларын ғына һөйлә”, - тип әйтелә.
Әсәйҙәрҙең бөйөклөгөн аңларға ошо юлдар ҙа ярҙам итә: "Әсә - баштағы таж, һәр хәсрәткә дауа. Бер сабый хан булһа ла, әсәгә мохтаж. Кешелек донъяһында иң изге кеше кем ул?
- Әсәйемдән һуң кем изге?
- Һинең атайың, туғандарың”.
Әсә көнө. Ул һәр беребеҙҙе ғүмер буйына оҙата килһен. Ата-әсәне хөрмәтләү, ҡәҙерләү, ҡартлыҡ көндәрендә тәрбиәләү – беҙҙең ҙур вазифабыҙ. Әсә кеше балаһын ысын кеше итеп тәрбиәләгән икән, яуап итеп уның изгелеген күрергә тейеш. Байрам уңайынан күңелгә ошондай шиғри юлдар килә: