+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2016, 22:05

Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы

23 декабрҙә Владимир Путин тура эфирҙа журналистар менән аралашты. Инде 12-се тапҡырға уҙғарылған асыҡтан-асыҡ аралашыу 3 сәғәт 50 минут барҙы.

Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы 22 декабргә тәғәйенләнгәйне. Әммә Төркиәлә Рәсәй илсеһе Андрей Карловтың үлтерелеүе һәм йыназаһы менән бәйле журналистар менән аралашыу 23 декабргә күсерелде. Матбуғат конференцияһында барлығы 1437 журналист ҡатнашты. Улар араһында сит ил журналистары ла байтаҡ ине. Пенсия түләү, мағариф өлкәһендәге хәлдәр, Сүриәләге һуғыш, Украина менән мөнәсәбәттәр, АҠШ-тың яңы президенты һайланыуы менән бәйле һәм башҡа һорауҙар булды. Рәсәй Президенты Өфө журналисының һорауына ла яуап бирҙе. Атап әйткәндә, Дәүләт Башлығы йәмғиәттә илһөйәрлек рухы темаһына ҡағылып үтте.

«Башҡортостандың хәл-торошо беҙгә бик яҡшы таныш. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт халҡы 16 йәштән алып бөтә ир-уҙамандарын ҡоралландырып, атҡа ултырта һәм фронтҡа оҙата. Бөйөк Ватан һуғышында ла шулай була. Тап ошоноң менән беҙ ғорурланырға тейеш», — тине Владимир Путин.
Читайте нас: