1992 йылда халыҡ тәү башлап ҡолаҡҡа яҡмаған "ваучер”, "приватизация” тигән һүҙҙәрҙе ишетеп шаҡ ҡатты. Халыҡтың былай ҙа йоҡаҡ кеҫәһен тағы ла йоҡарта төшкән аҡса реформаһы, Останкино башняһына бәйле хәл-ваҡиғалар ҙа ошо йылда булды.
2004 йылда ла Маймыл маймылланыуын дауам иттерҙе. Беслан фажиғәһе, Яҡын Көнсығыштағы ҡан-ҡойоштар, көньяҡ-көнсығыш Азияла ер тетрәүҙән һәм цунами ҡотороноуынан 50 мең кешенең ғүмере өҙөлөүе, Украинала тарихта булмағанса өс турҙа президент һайлауы үтеүе Маймылдың ҡылыҡ-фиғеленә бәйле.
2016 йылда ла Маймыл үҙ холҡон күрһәтмәй ҡалманы. Европа илдәрендә – Бельгия, Германия, Францияла бер-бер артлы теракттар ҡылыныуы, АҠШ Президенты Барак Обаманың быға тиклем ҡан дошман тип иҫәпләнгән Кубаға аяҡ баҫыуы, нисәмә йылдан һуң Таулы Ҡарабахта йәнә ыҙғыш ҡубыуы, Бразилиялағы Йәйге Олимпиадаға илебеҙҙең еңел атлетика буйынса спортсыларын индермәүҙәре, АҠШ-тағы Президент һайлауҙарында көтөлмәгән кешенең еңеп сығыуы, Сүриәләге һуғыштың дауам итеүе - былар барыһы ла маймылдың маймылланыуынан килә.
Илебеҙҙә лә ҙур ваҡиғалар булды. Шуның иң мөһиме булып РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙар үтеүе торҙо. Район Советына депуттар һайлауҙы ла ошо рәткә индерергә була.
Ҙур юғалтыуҙар ҙа булды. Куба лидеры Фидель Кастро, Үзбәкстандың тәүге Президенты Ислам Кәримовтың, Израилдең элекке Премьер-министры, Нобель премияһы лауреаты Шимон Перес, СССР-ҙың халыҡ артисы Владимир Зельдин, күренекле ғалим, фән докторы һәм йәмәғәт эшмәкәре Әхмәт Сөләймәновтың вафат булыуы, Төркиәләге Рәсәй илсеһе Андрей Карловтың террорсы тарафынан атып үлтерелеүе һәм яңыраҡ ҡына Ҡара диңгеҙ күгендә "Ту-154” самолетының һәләкәткә осрап, 92 кешенең вафат булыуы ҙур юғалтыу булып тора.
Маймылдың маймылланыуы һауа торошонда ла сағылыш тапмай ҡалманы – йәй көнө халыҡты 40 градусҡа тиклем эҫелек йонсотһа, декабрь айында Башҡортостанда урыны менән 40 градусҡа тиклем һыуыҡ булды. Әллә ошондай эҫенән, әллә сатлама һыуыҡтарҙан ҡурҡты, Маймылдың Башҡортостанға ла, районға ла әллә ни зыяны теймәне. Дөрөҫ, районда юғалтыуҙар ҙа булды. Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы Сәүиә Ибраһимова, райондың элекке прокуроры Василий Никитин, СТК ОСТО-ның элекке етәксеһе Ирғәле Күсәрбаев, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Илфат Ҡужин, ра-
йон Советы депутаты, Ғафури мәғлүмәт үҙәге директоры Федор Кулагин, Красноусол балалар санаторийының элекке етәксеһе Хатмулла Ғарифуллин кеүек шәхестәрҙе юғалттыҡ.
Маймыл йылында "Табын” гәзите лә ил күргәнде күреп, ил кисергәнде кисереп йәшәне. Районда, респуб-
ликала, илдә һәм донъяла булған яңылыҡтар менән гәзит уҡыусыларҙы үҙ ваҡытында таныштырып барырға тырыштыҡ. "Табын” гәзите эргәһендәге "Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе лә (етәксеһе Рәмзиә Монасипова) әүҙем эшләне. Гәзитебеҙ менән даими хеҙмәттәшлек иткән Вилдан Шәрипов, Зәйтүнә Зәйнешева, Айгөл Кәлимуллина (Красноусол), Ғиндулла Шәйәхмәтов, Римма Ишмырҙина, Рәүилә Лоҡманова, Рәйлә Сабитова (барыһы ла Сәйетбаба), Зилә Сәйетбатталова (Игенйылға), Иҙрис Вәлишин (Яңғыҙҡайын), Тәғзимә Салауатова (Ҡарағай), Ғәзинур Ғәҙелшин (Ҡормантау), Фәрғәт Ғәлин (Үзбәк), Гөлназ Маннанова (Үтәк), Флүрә Хәлилова (Еҙем-Ҡаран), Рәсүл Басиров (Һабай), Миңзилә Нәзирова (Ҡауарҙы), Фирүзә Әбделмәнова (Абдулла) кеүек авторҙарыбыҙға ҙур рәхмәтлебеҙ. Киләһе йылда ла ҡәләмдәрегеҙҙе ташламағыҙ, яҙышып тороғоҙ. Һеҙҙең яҙмаларығыҙ гәзитебеҙҙең йөкмәткеһен тик байыта ғына.
Яңы йылда гәзит уҡыусыларға бер яңылыҡ та еткермәксемен. Рәсәй почта хеҙмәтенең яңы эш графигына күсеүе менән бәйле "Табын” гәзитенең баҫылып сығыу көнө лә үҙгәрә. Яңы йылдан башлап гәзитебеҙ шаршамбы, шәмбе көндәрендә түгел, ә шишәмбе һәм йома көндәрендә донъя күрәсәк. Был яңылыҡҡа өйрәнеп китеү беҙгә лә, гәзит уҡыусыларға ла баштараҡ бер ни тик-лем ҡыйынлыҡтар тыуҙырыр, ваҡыт үтеү менән өйрәнеп китербеҙ, тип ышанам.
Барлыҡ гәзит уҡыусыларыбыҙҙы етеп килгән Әтәс йылы менән ҡайнар ҡотлайым, барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, яҡшы килем һәм күтәренке кәйеф, күңел тыныслығы, аяҙ күк йөҙө теләйем.