+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Декабрь 2016, 22:11

Районда Яңы йыл саралары бара

Шыршы ҡупшы кейенгәнАлдан хәбәр ителеүенсә, 27 декабрҙә ра-йон хакимиәте алдындағы Ғафури майҙанында Яңы йыл шыршыһы һәм Боҙ ҡаласығын асыу тантанаһы үтте.

Мөһабәт шыршыны урмандан Ғафури лесхозы һәм «ККХ» МУП-ы хеҙмәткәрҙәре алып килгән. Уны биҙәү эштәрен «Тепловодоснабжение» МУП-ы бригадаһы башҡарған. Шыршы уйынсыҡтарын алыуҙа район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров ярҙам иткән. Ә инде Боҙ ҡаласығын төҙөүҙе быйыл "ШЭ И.Бәхтейәров" ойошмаһы үҙ өҫтөнә алған. Шау-гөр килгән бала-саға өсөн ике тау, лабиринт, ҡар һәм боҙҙан эшләнгән төрлө һындар һ.б. эшләнгән.

Шыршы асыу байрамына балалар ғына түгел, ата-әсәләр, йәштәр, ололар ҙа дәррәү йыйылғайны. Дәртле көй башланыу менән ошо сара өсөн махсус эшләнгән сәхнәгә байрамды алып барыусы Ҡышбикә (Зимушка-Зима) персонажы күтәрелде.Ул тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаровҡа бирҙе. Рәмил Зәкәриә улы барыһын да яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы. Ошо матур ҡаласыҡты төҙөүгә күп көс һалған Илшат Бәхтейәровты, рәссам Әфҡәт Салауатовты, Айрат Әхмәтовты, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Р.З.Мөхәмәҙиеваны район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләне, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Унан һуң сығыш яһаған Рәүилә Зөфәр ҡыҙы йыл уңыштарына туҡталып үтте. Алдан иғлан ителгән «Яңы йылға иң матур ҡотлау» конкурсына йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе билдәләне. Шулай итеп, Красноусол ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаттарына һәм иҫтәлекле бүләктәргә «Миләшкәй» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Татьяна Баранова (видеоҡотлау) менән Лиана Мостафина (шиғыр) лайыҡ булды.

Артабан майҙанда Балалар ижады үҙәге әҙерләгән уйын-көлкө, сағыу концерт номерҙарынан торған бай йөкмәткеле программа башланды. Балалар рәхәтләнеп күңел асты, байрамдың төп геройҙары Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән мең төҫлө уттар менән балҡыған ҡупшы шыршы тирәләй йырланы ла бейене.

Байрам саралары 28 декабрҙә район мәҙәниәт һарайында дауам итте. Йылдағыса бында район хакимиәте башлығының Шыршы байрамы уҙҙы. Унда бөтә район мәктәптәренән уҡыу алдынғыһы булған, район, республика олимпиадаларында, төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған, шулай уҡ күп балалы, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 100 бала ҡатнашты. Байрамға һәр бала карнавал костюмында килгәйне. Уларҙы район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров тәбрикләп, яңы йылда яңы уңыштар теләне.

- Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, сөнки тап һеҙҙең кеүек уҡыуҙа ла, спортта ла ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән балалар киләсәктә лә һынатмаясаҡ, илебеҙгә хеҙмәт итерҙәй көслө рухлы шәхестәр буласаҡ, - тине район башлығы.

Район мәғариф бүлеге етәксеһе Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмова ла сығыш яһап, барыһын да байрам менән ҡотланы, өлгөлө уҡыуҙары, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Артабан балалар район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән инсценировка геройҙары Әтәс, Маймыл,Ҡарға, Пингвин, Мәскәй әбей һәм, әлбиттә, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән бергә йәшел шыршыны уратып йырҙар йырланы, бейене, төрлө уйындарҙа ҡатнашты.

Ниндәй байрам бүләкһеҙ булһын инде? Был юлы ла мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәр балаға район хакимиәте бүлгән аҡсаға алынған төрлө тәмлекәстәр һалынған пакеттар таратты. Балалар шыршы байрамынан күңелдәре күтәрелеп, матур тәьҫораттар алып таралышты.
Читайте нас: