-Уҙған йылда район прокуратураһы законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе һағында уяу торҙо. Прокуратураның Федераль ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү өлкәһендә эшмәкәрлек буйынса йыл буйына закон боҙоуҙың 1138 осрағы асылды, законһыҙ хоҡуҡи акттарға ҡарата 149 протест белдерелде һәм 216 күрһәтмә бирелде. Граждандарҙың хоҡуғын һәм дәүләт мәнфәғәтен яҡлау йәһәтенән судҡа 2270 мең һумлыҡ суммаға 231 дәғүә, шуның 132-һе эш хаҡтары
буйынса (2171 мең һумға) ебәрелде. Административ хоҡуҡ боҙоу буйынса 47 эш асылды. Шуның 45-е коррупцияға ҡаршы булып, 26 күрһәтмә бирелде, 10 протест белдерелде, 2 кеше 170 мең һум күләмендә штрафҡа тарттырылды. Экстремистик эшмәкәрлеккә һәм терроризмға ҡаршы 114 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлеп, 29 күрһәтмә бирелде.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса 117 закон боҙоу осрағы асылып, 26 күрһәтмә бирелде, 99 мең һумлыҡ суммаға 29 дәғүә ебәрелде.
Граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм иркен яҡлау өлкәһендә 600 хоҡуҡ боҙоу осрағы буйынса 193 дәғүә, 130 күрһәтмә, 10 протест бирелеп, 33 кеше административ яуапҡа тарттырылды. Бәлиғ булмағандарҙың хоҡуғын һәм мәнфәғәтен яҡлау буйынса 100 закон боҙоу осрағы теркәлде, 18 дәғүә, 34 күрһәтмә бирелеп, 4 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә 42 закон боҙоу осрағы булып, 16 күрһәтмә бирелде, бер кеше административ яуап тотто.
Тикшереү һәм тәүтикшереү күҙәтеүе өлкәһендә иһә 753 закон боҙоу осрағы теркәлде, енәйәт эше асыу буйынса 11 материал судҡа ебәрелеп, 8-енә енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Йыл буйына прокуратура тарафынан барлығы 239 мөрәжәғәт ҡаралды. 236 енәйәт эше буйынса дәүләт ғәйепләүе яҡланды.
Ғөмүмән, хеҙмәт эшмәкәрлегебеҙ күп яҡлы. Иҡтисад, хеҙмәт һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, коррупцияға ҡаршы көрәш, бәлиғ булмағандар хоҡуғын һәм мәнфәғәтен яҡлау, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт һәм башҡа өлкәләрҙә закондарҙың үтәлешен контролдә тотабыҙ.
Коллективҡа килгәндә, район
прокуратураһының кадрҙар составы прокурорҙан, прокурор урынбаҫары – юстиция советнигы Гөлнара Рим ҡыҙы Ипатова, прокурор ярҙамсылары Илмир Әфҡәт улы Иҙрисов менән Марсель Мәғҙән улы Ғиләжевтан тора. Ләлә Ғайса ҡыҙы Юлбарисова - белгес, Винер Хөрмәт улы Юлбарисов – водитель.
Форсаттан файҙаланып, район прокуратураһы коллективын, хөрмәтле хаҡлы ялдағы юстиция ветерандарыбыҙҙы, айырыуса Юнер Ғәли улы Фәхретдинов менән Рәиф Салауат улы Ғарифуллиндарҙы Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Еңел булмаған яуаплы эштәрендә уңыштар, һөнәри камиллыҡ, ныҡлы сәләмәтлек, күтәренке кәйеф теләйем. Бынан ары ла законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлауҙа һынатмабыҙ, тип уйлайым.