-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2017, 18:26

Берәй ҡасан һиллек булырмы?

Ҡырғыҙстанда Президент һайлауы үтеүе, Ираҡта курдтар менән ыҙғыш башланыуы, Сочи ҡалаһында XIX Бөтә донъя Йәштәр һәм студенттар фестивале асылыуы уҙған арауыҡтың мөһим ваҡиғалары булып торҙо.

Ҡырғыҙстанда Президент һайлауы үтеүе, Ираҡта курдтар менән ыҙғыш башланыуы, Сочи ҡалаһында XIX Бөтә донъя Йәштәр һәм студенттар фестивале асылыуы уҙған арауыҡтың мөһим ваҡиғалары булып торҙо.

Таҡыр һуҡмаҡтан үтеүе еңел

15 октябрҙә Ҡырғыҙстан халҡы Президент һайланы. Юғары вазифаға барлығы 11 кеше дәғүә итте. Илдең элекке Премьер-министры Соронбай Ейәнбәков һайлаусыларҙың 55 процент самаһы тауышын йыйып, илдең 5-се президенты итеп һайланды. Эйе, 1990 йылдан башлап инде бишенсе президент власҡа килә. Илдең 4-се президенты Алмазбәк Атамбаев ил конституцияһына ярашлы икенсе мөҙҙәткә дәғүә итә алманы. 27 йыл эсендә бишенсегә ил етәксеһе алышыныуы илдә тотороҡлолоҡтоң булмауы менән дә аңлатыла. Ошо арауыҡта Ҡырғыҙстанда бер түгел ике президентты “ҡыҙғылт-һары революция” һөҙөмтәһендә властан ситләттеләр. Башта 15 йыл влас-та ултырған Асҡар Аҡаев 2005 йылда вазифаһынан бушатылды. Уны алыштырған Ҡорманбәк Баҡыев та ни бары 5 йыл ғына эшләп ҡала алды. Күсеш осоронда бер йыл самаһы Роза Отунбаева ла ил дилбегәһен ҡулына тотоп ҡараны. 2011 йылда власҡа Алмазбәк Атамбаев килгәс кенә Ҡырғыҙстанда бер ни тиклем һиллек урынлашты. Алмазбәк Атамбаев Рәсәй менән хеҙмәттәшлекте нығытты, илгә ул етәкселек иткән осорҙа Ҡырғыҙстан Евразия союзына (Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әрмәнстан) ағза булып инде. Юғиһә Аҡаев менән Баҡыев илгә идара иткән ваҡытта ике төрлө сәйәсәт алып барып булаштылар. Заманында Ҡырғыҙстан Рәсәйҙең дә, АҠШ-тың да хәрби базаларын үҙенә һыйындырған берҙән-бер ил булды. Атамбаев килгәс кенә АҠШ базаһынан арына алдылар. Ҡырғыҙстан ут күршеләре булған Ҡаҙағстан менән дә бер ни тиклем сыйышып алды. Был низағ әле ике ил сигендә дауам итә. Тик Ҡаҙағстанға тиңләшергә уларға иртәрәк. Ҡырғыҙстандан айырмалы рәүештә, Ҡаҙағстанда тотороҡлолоҡ һаҡлана. 30 йылға яҡын власта ултырған Нурсолтан Назарбаевтың аҡыллы идара итеү сәйәсәте һөҙөмтәһе был.

Үткән йәкшәмбеләге һайлауға килгәндә инде, социаль-демократик партия вәкиле булған Соронбай Ейәнбәков киләһе алты йылда ил менән етәкселек итәсәк. Оппозиция партияһы вәкиле булған Омурбәк Бабанов һайлаусыларҙың 33 процент самаһы тауышын йыйҙы.

Ираҡта граждандар һуғышы

Яҡын Көнсығышта йәнә бер низағ ҡубып тора. Ираҡ дәүләте үҙ биләмәһендә йәшәгән, үҙаллылыҡҡа ынтылған курд халҡына ҡарата һуғыш асты. Ә бит был төбәк былай ҙа тыныс түгел ине. Сүриәлә нығынып алған ИГИЛ (Рәсәйҙә тыйылған) боевиктары Ираҡҡа ла үтеп инеп, бында ла үҙ эшмәкәрлектәрен алып бара башланы. Ираҡ етәкселегенә иһә ИГИЛ боевиктарына ҡаршы бергәләшеп көрәшәһе урынға, үҙ халҡына ҡарата көбәк тоҫҡарға тура килә. Сүриә, Иран, Ираҡ, Төркиә дәүләттәрендә күпләп йәшәгән курдтар (барлығы 40 миллион самаһы кеше) үҙ дәүләтселеген булдырыу өсөн нисәмә йылдар инде көрәш алып бара. Ираҡҡа Саддам Хөсәйен идара иткән (1978-2003 йылдар) осорҙа ла курдтарға ҡарата бер нисә һуғыш булып алғайны. 2003 йылда иһә АҠШ етәкселеге халыҡ-ара террорға ярҙам итә тип һәм ядро ҡоралы ҡулланыу ихтималлығы бар тип Саддам Хөсәйенгә ҡаршы һуғыш асты. Яҡын Көнсығыш илдәренең һуңғы диктаторы булған Саддам Хөсәйен 2006 йылда аҫып үлтерелде. Тик АҠШ хәрбиҙәре күпме генә эҙләп ҡараһалар ҙа, Ираҡта ядро ҡоралы таба алманылар.

Хәҙер килеп курдтарға ҡаршы һуғыш башлауҙары илде тамам бөлгөнлөккә төшөрөүе ихтимал. АҠШ өсөн был тик ҡулай ғына.

Донъя аренаһында танылыуға бер сәбәп

Сочи ҡалаһында XIX Бөтә донъя йәштәре һәм студенттары фестивале асылды. Донъяның 150 иленән йыйылған йәштәр төрлө төркөмдәргә бүленеп илебеҙҙең 18 ҡалаһында булырға өлгөрҙөләр. Бынан өс йыл элек Ҡышҡы Олимпия уйындарын ҡабул иткән Сочиға 30 мең тирәһе йәштәр йыйылды. Улар алдында ил Президенты Владимир Путин сығыш яһап, йәштәрҙе дуҫ һәм татыу, бер-береңде аңлашып йәшәргә саҡырҙы.

- Күп милләтле һәм төрлө конфессияларға ҡараған Рәсәй халҡы быуаттар һуҙымында бер-береһен ихтирам итеп йәшәй. Һеҙҙе лә Рәсәй өлгөһөндә йәшәргә саҡырам, - тине Владимир Владимирович. 1947 йылдан башлап ойошторолған был фестивалде илебеҙ өсөнсө тапҡырға (1957, 1985 йылдарҙа Мәскәүҙә үтә) ҡабул итә. Был фестиваль 3-4 йылға бер тапҡыр уҙғарыла һәм уның девизы ла үҙгәреп тора. АҠШ-та һәм Көнбайыш Европа илдәрендә илебеҙгә ҡарата кире сәйәсәт алып барылған бер мәлдә, йәштәр һәм студенттар фестиваленең тап илебеҙҙә үтеүе бик мөһим.
Читайте нас: